8 окт. 2012 г.

Өлкәндәрҙе тәбрикләп...


Ололарҙы тәбрикләү, уларҙы хөрмәт итеү – йәмғиәттең үҫеш һәм аң кимәлен билдәләй. Ҡарттарҙың хәстәрлекле ҡарашҡа, йылы һүҙгә мохтаж булыуы һәр кемгә билдәле.

1 октябрҙә халыҡ ижады үҙәгендә өлкән йәштәге кешеләр тәбрикләнде. Уны халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо. Районыбыҙҙа заманында теге йәки был предприятие, ойошма ябылып йәки хеҙмәткәрҙәр үҙҙәре эшендә ҡыҫҡартылып, уларҙың эшсәндәре ошо үҙәктең ҡарамағына тапшырылған. Ауылдарҙа улар 200 булһа, ҡалала – 700. Халыҡ ижады үҙәгенә ошо категорияға ингән өлкәндәр саҡырылған ине.
Тантанаға йыйылыусыларҙы тәүҙә район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов ҡотланы. “Һеҙ һәр саҡ беҙҙең районыбыҙҙың терәге һәм таянысы булып ҡаласаҡһығыҙ. Илебеҙ кисергән иң ауыр йылдарҙа ла бөгөлөп төшмәй, рух күтәренкелеген һаҡлап, Ватаныбыҙҙы тергеҙгән өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Йәш быуын беҙҙең ололарыбыҙҙан үрнәк алырға, уларҙың матур традицияларын, эштәрен дауам итергә тейеш”, – тине ул.
Ололарҙы шулай уҡ ҡала биләмәһе башлығы И.Ә. Бураншин, ветерандар советы рәйесе Т.Ш. Бикҡолов һ.б. ҡотланы.
Артабан инәй-олатайҙарға күстәнәстәр таратылды һәм матур йөкмәткеле, күңелле лә, моңло ла концерт күрһәтелде. Ололар был тантананан рәхмәттәрен әйтеп, бик тә ҡәнәғәт булып таралышты.

Г. Салихова.

Комментариев нет:

Отправить комментарий