9 окт. 2012 г.

Өс байрам бергә

Муниципаль район хакимиәте башлығы
И.Х. Ситдыҡов хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләй

Кисә ҡаланың үҙәк майҙаны иртәнсәктән гөрләп торҙо. Был көндө Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһындағы декларация ҡабул итеүҙең 22 йыллығына, Ҡала көнөнә арналған байрам саралары һәм сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәһе үтте.
Үҙәк майҙанда байрам уңайынан ауыл хужалығы йәрминкәһен ойоштороу отошло булды. Сөнки ул кешеләр өсөн көҙ ниғмәттәрен ҡышҡа етерлек итеп туплауҙа иң уңайлы ысул һанала.
Икенсе мәртәбә ойошторолған был йәрминкәлә халыҡ өсөн кәрәкле бөтә нәмә лә һатылды. Ауыл хужалығы предприятиелары, КФХ-лар, шәхси хужалыҡтарҙың әүҙем ҡатнашыуын әйтеп үтергә кәрәк. Был тәңгәлдә Ленин исемендәге, “Рассвет”, “Аҡморон”, “Таналыҡ”, “Уңыш” АХК-ларын, “Баймаҡ” ҒПБ-һын, “Союз” хужалығын билдәләмәйсә булмай. Улар биҙрәһен 50-60 һум менән арпа, 70 һумдан бойҙай, 50-60 һумдан тауыҡ еме, 60 һумдан ярҙырылған иген һәм башҡа продукция менән һатыу итте.       
Ит һатыусылар ҙа күп ине. Уртаса хаҡтарына килгәндә, һыйыр итенең килограмы – 200-260, йылҡыныҡы 300 һумдан тәҡдим ителде. Шунда уҡ ҡош ите лә һатылды.
Йәрминкәлә литры 80 һум менән ҡымыҙ, төрлө һөт ризыҡтары, бал үтемле булды. Семеновск ауылынан килгән З.Ҡансуринанан дарыу үләндәре һатып алырға мөмкин ине. Кешеләрҙең иғтибарын шулай уҡ таҡта, төҙөлөш материалдары ла йәлеп итте. 
Универмаг алдында иһә көҙгө уңыш – йәшелсә-емеш менән һатыу иттеләр. Килограмы 17 һумдан һатылған кәбеҫтә, 16 һумдан картуф ҙур һорау менән файҙаланды.

«Иң әүҙем урам комитеты рәйесе»
номинацияһында еңеүсе Л.И. Савченко

Йәрминкәгә йыйылған ҡала халҡы һәм хеҙмәт коллективтары алдында сәхнәлә тантананың рәсми өлөшө – байрам митингы уҙҙы. Митингыны ҡала биләмәһе ҡала советы рәйесе Г.В. Давыдов алып барҙы. Муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов сығыш яһап, майҙанға йыйылыусыларҙы Республика көнө, Ҡала көнө менән тәбрикләне. Ул һуңғы йылдарҙағы район һәм ҡала кимәлендә башҡарылған эштәр менән ҡыҫҡаса таныштырҙы. “Төбәкте иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһына ярашлы, район буйынса 93 объектта эш алып барыла. Киләсәктә башҡарасаҡ эштәр ҙә бихисап. Алдыбыҙҙа ауыл хужалығы тармағын күтәреү маҡсатында ошо тәңгәлдә эшләүсе предприятиеларҙы, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын үҫтереп, ҡеүәтле агрохолдинг төҙөү бурысы тора. Артабан да үҙебеҙҙең халыҡҡа таянып, район, ҡала мәнфәғәтендә һөҙөмтәле эшләрбеҙ, тип ышанам”, – тине Илшат Хәмит улы.

«Өлгөлө йорт» хужаһы
Ғ.Ф. Ниғәмәтов

Ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы И.Ә. Бураншин үҙ сығышында ҡаланың 75 йыллыҡ юбилейына ҡарата алып барылған төҙөкләндереү эштәренә туҡталып үтте. Ошо эштәрҙә әүҙем ҡатнашыусы хеҙмәт коллективтарына, эшҡыуарҙарға һ.б., шулай уҡ ҡала халҡы өсөн йәрминкә ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
 
Артабан хеҙмәт ветераны, ҡаланың почетлы гражданы Р.И. Асҡаров һәм ҡала биләмәһе ҡала советы депутаты, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы студенты У.Х. Аллаяров ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын байрам менән ҡотлап сығыш яһаны. Улар матур традициялар һәм билдәле кешеләре менән дан тотҡан район һәм ҡала киләсәктә лә һынатмаҫ, төрлө тармаҡтағы ҡаҙаныштары менән ҡыуандырыр, тигән теләктәрен еткерҙе.
Муниципаль район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары К.П. Замотаев “Водоканал” һәм “Йылылыҡ селтәре” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренә ҡаланың 75 йыллыҡ юбилейына ҡарата торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың матди-техник базаһын нығытыу маҡсатында республика адреслы инвестиция программаһына ярашлы алынған махсус техниканың асҡыстарын тапшырҙы. 
Йылдағыса матур традиция буйынса хеҙмәт алдынғыларына Маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары тапшырылды. Шулай уҡ 50 йыл бергә йәшәгән ғаилә пары – хеҙмәт ветерандары Сания Нәбиулла ҡыҙы менән Әхәт Мөхәмәт улы Баййегетовтар тәбрикләнде. Унан һуң ҡала кимәлендә төҙөкләндереү буйынса иғлан ителгән смотр-конкурсҡа йомғаҡ яһалды. “Иң төҙөк ойошма”, “Өлгөлө урам”, “Өлгөлө йорт”, “Өлгөлө подъезд”, “Иң әүҙем урам (йорт) комитеты рәйесе” һ.б. номинацияларҙа еңеүселәргә бүләктәр тапшырылды.
Байрам тантанаһы халыҡ ижады үҙәге артистары әҙерләгән концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Халыҡ сәнғәт оҫталарының сығыштарын ҡарап кинәнде, йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары тәҡдим иткән тәмле аш-һыуҙы тәмләне, матур итеп ял итте.
Айбулат ИШНАЗАРОВ,
Сәлимә Кейекбирҙина.

З. Ғәҙелшина фотолары.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.