15 окт. 2012 г.

Биләгән вазифа менән файҙаланып

Социаль страховкалау фондының төбәк бүлексәһе эшмәкәрлеге асыҡ һәм үтә күренмәле. Ул тап шулай булырға тейеш тә, сөнки кеше ғүмеренең тәүге көндәренән алып һуңғы көндәренә тиклем шатлыҡлы һәм ҡыуаныслы мәлдәрендә ошо фондтың булышлығын тойоп йәшәй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, хәл итәһе проблемалар һәм мәсьәләләр ҙә юҡ түгел.

Быға тиклем ҡабул ителгән ошо тәңгәлдәге федераль закондарға даими рәүештә үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индерелә. Ләкин ҡайһы бер намыҫһыҙ кешеләр фонд эшенә төрлө ҡатмарлыҡтар килтереп, ошо закондарҙы урап үтә. Мәҫәлән, эш биреүселәр үҙҙәренә бирелгән хоҡуҡтар менән уҫал ниәттә файҙалана.
 Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы саҡта граждандар аңлы рәүештә йәки етәкселәр ҡулында бер инструмент булараҡ ошо эштә ҡатнаша. Демографик хәлде яҡшыртыу – дәүләт эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе. Һуңғы йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар матди ауырлыҡтан ҡурҡмайынса бала тапһын өсөн ыңғай шарттар тыуҙырылды. Әсәләр ваҡытында дәүләт тарафынан ҡаралған төрлө пособиелар ала, уларҙың күләме артҡандан-арта бара. Ләкин тап ошо йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиелар намыҫһыҙ эш биреүселәрҙе йышыраҡ ҡыҙыҡһындыра.
 Схемалар күп ваҡытта бер төрлөрәк. Страховка осрағына 2-3 ай ваҡыт ҡалғас, йөклө ҡатын-ҡыҙ эшкә алына һәм уға нигеҙһеҙ рәүештә ҙур эш хаҡы тәғәйенләнә. Бының маҡсаты асыҡ – социаль страховкалау фонды тарафынан йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиены ҡаплау өсөн эш биреүсегә аҡса бүленә: эш хаҡы ни тиклем ҙурыраҡ, пособие ла шул тиклем күберәк була. Ҡағиҙә булараҡ, һүҙ бәләкәй ойошмалар, фирмалар тураһында бара, ә эшкә алынған ҡатын-ҡыҙҙар эш биреүсенең туғаны йәки яҡын танышы булып сыға. Страховка осрағы килеп тыуғас та, эш биреүсе социаль страховкалау фондына йөклөлөк һәм бала табыу буйынса түләнгән пособие сараларын кире ҡайтарыуҙы талап итеп мөрәжәғәт итә. Социаль страховка фонды тапшырылған документтарҙы ҡарай һәм алда атап үтелгән күренештәр (мәҫәлән, эш хаҡының башҡа хеҙмәткәрҙәрҙекенән, хатта етәксенекенән ҙурыраҡ булыуы) асыҡланһа, был иҡтисади нигеҙләүҙе талап итә.  Әгәр ошо талап үтәлмәй икән, эш биреүсегә түләнгән пособие аҡсаһы кире ҡайтарылмай йәки минималь күләмдән сығып иҫәпләнә һәм өлөшләтә генә ҡайтарыла. Ҡайһы бер эш биреүселәр пособие аҡсаһы кире ҡайтарылмаған осраҡта судҡа мөрәжәғәт итә. Ләкин йыш ҡына суд ҡарары социаль страховкалау фонды файҙаһына була.
Мәҫәлән, 2008 йылдың 1 декабрендә бер фирмаға Н. исемле ҡатын туризм буйынса менеджер вазифаһына ҡабул ителә. Эш хаҡы айына 4979,50 һум. 6 ай эшләгәндән һуң ул эштән китә һәм ошондай уҡ эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүсе икенсе фирмаға эшкә урынлаша. Уның вазифа бурыстары шул уҡ ҡалһа ла, эш хаҡы дүрт(!) тапҡырға арта. Ҡатын фирмаға эшкә килгәнсе штат расписаниеһында бындай вазифа булмай, ул бала ҡарау буйынса отпускыға киткәс тә уның урынына берәүҙе лә эшкә алмайҙар. Үҙенең вазифаһына ярашлы, был ҡатындың 2009 йылдың 1 июненән 2010 йылдың 1 ғинуарына тиклем хеҙмәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүе 14 мең һумға  төҙөлгән килешеүҙән башҡа документ менән раҫланмаған. Эш һөҙөмтәләре буйынса йылды йәмғиәт зыян менән тамамлай. Ошоларҙы иҫәпкә алып һәм документтарҙы ентекле анализлағандан һуң, суд фонд файҙаһына ҡарар сығара.
Килтерелгән миҫал берҙән-бер генә осраҡ түгел, икенсе кеше иҫәбенә байырға теләү, ғәҙәттә, ыңғай һөҙөмтә бирмәй. Элегерәк судтар страховкалаусы файҙаһына ҡарар ҡабул итә торғайны, хәҙер ундай осраҡтар бик һирәк. Эш биреүсе түләнгән пособиены кире ҡайтарып алған хәлдә лә, аҡсаның күп өлөшө уның кеҫәһен ҡалынайта, ә буласаҡ әсәгә бәләкәй генә сумма эләгә. Шуға ла буласаҡ әсәләргә бындай афераларҙан йыраҡ тороу хәйерле.

Сәлимә Кейекбирҙина әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий