29 окт. 2012 г.

Еңеүселәр бүләкләнде

     Мәғлүм булыуынса, өсөнсө саҡырылыш муниципаль район Советына депутаттар һайлау менән бәйле, “Һаҡмар” гәзите редакцияһы территориаль һайлау комиссияһы менән берлектә гәзит уҡыусылар араһында викторина иғлан иткәйне. Өс турҙа үткән викторинала барлыҡ һорауҙарға ла дөрөҫ яуап биреп, өс кеше – Әлфирә Тажетдинова (Үрге Иҙрис), Гөлдәр Кәримова (Баймаҡ), Нурия Мортазина (Байыш) еңеүсе тип табылды. Ошо көндәрҙә беҙ еңеүселәрҙе редакцияға тәбрикләү тантанаһына саҡырҙыҡ.

     “Һаҡмар” редакция-нәшриәт комплексы директоры З.З. Сәфәрғәлин викторинала әүҙем ҡатнашҡан һәм һайлауға ҡағылышлы һорауҙарға дөрөҫ яуап биргән ханымдарҙы тәбрикләп, уларға артабан да актив гражданлыҡ позицияһын һаҡларға, гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары булып ҡалырға саҡырҙы. Шулай уҡ территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Ш.Ш. Моталлапов та сығыш яһап, үҙенең изге теләктәрен еткерҙе. Ул даими рәүештә үтеп торған төрлө кимәлдәге һайлауҙарҙа район халҡының әүҙем ҡатнашыуын, һәр ваҡыт киң мәғлүмәт саралары менән тығыҙ бәйләнештә эшләүҙәрен һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм ошондай саралар һайлаусыларҙың әүҙемлеген күтәрә, уларҙа сәйәси ваҡиғаларға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята, тип билдәләне.
     Аҙаҡтан еңеүселәргә редакция һәм территориаль һайлау комиссияһы әҙерләгән дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

     Сәлимә КЕЙЕКБИРҘИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.