31 окт. 2012 г.

Редакция почтаһына күҙәтеү

Бергә ҡалайыҡ!

Хөрмәтле дуҫтар! Һуңғы өс ай эсендә генә беҙ һеҙҙән ике йөҙҙән ашыу хат алдыҡ. Улар араһында күңелгә үтеп ингән, уйға һалғандары ла, кәйефтәрҙе күтәреп ебәргәндәре лә, тарихи ваҡиғаларға таянып яҙылғандары ла бар ине. Хаттарҙың барыһы ла тиерлек гәзитебеҙҙә үҙ урынын алды. Ә бына аноним йәки аңлайышһыҙ итеп яҙылғандары архивҡа тапшырылды. Шулай уҡ бер нисә хатта төрлө проблема күтәрелеп, ойошма-предприятие етәкселәренә тикшерергә ебәрелде.
 
“Һаҡмар”ҙың йөкмәткеһен дә, киләсәген дә беҙҙең районда йәшәгән кешеләр билдәләй. Шуға күрә гәзит уҡыусыларыбыҙ һәр саҡ беҙҙең менән бергә ҡалыр, яҡындарын, туғандарын да гәзитебеҙҙең дуҫтарына әүерелдерер, тип ышанабыҙ.
 
Хөрмәтле дуҫтар! “Һаҡмар”ҙа һеҙ ниндәй мәҡәләләр күрергә теләйһегеҙ, гәзиттең йүнәлеше ниндәй булырға тейеш, ә ниҙәр бөтөнләй оҡшамай? Ошо һәм башҡа тәҡдимдәрегеҙҙе хат аша йәки 3-11-43 телефоны аша еткерә алаһығыҙ. Шулай уҡ “Һаҡмар”ға яҙыл һәм бүләк от!” акцияһында әүҙем ҡатнашып, бүләктәр оторһоғоҙ тигән ышаныста ҡалабыҙ. Уңыштар һеҙгә!
 
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА,
хаттар һәм социаль тормош бүлеге мөдире. 

 

Алтын ғүмер юлы

Әбделкәрим ауылында йәшәүсе Файза Зиннәт ҡыҙы менән Ғилмитдин Нуретдин улы Булатовтар ошо көндәрҙә үҙҙәренең алтын туйҙарын билдәләне. Улар тыуған ауылдарында төйәкләнеп, ғәзиз ерҙәренән дәрт-дарман алып, тыуған яғынан йәм табып, бәрәкәтен арттырыуға көс һалып, ҡот өҫтәп йәшәүсе ғаиләләрҙең береһе.
 
Һәр бер ғаиләнең үҙенә генә хас тарихы була. Мәҫәлән, Файза апайға ата йылыһын, һөйөүен, уның көслө ҡулдарының күккә сөйөүен тойоп үҫергә тура килмәй. Атаһын Бөйөк Ватан һуғышының утлы ғәрәсәте алып китә. 1941 йылдың 1 ноябрендә донъяға килгән ҡыҙын да күкрәгенә ҡыҫып өлгөрә алмай ҡала.
 
Ни тиклем ғилемгә ынтылышы көслө булмаһын, Файза Зиннәт ҡыҙына уҡыуын артабан дауам итеү мөмкинлеге бирелмәй. Өҫтөнә кейергә кейем, туйғансы ашарға аҙыҡ етмәгәнлектән, Юлдыбай мәктәбенең 9-сы класын тамамлау менән тырыш ҡыҙ ауылдағы фермаға һауынсы булып эшкә төшә. Был хеҙмәткә ул 22 йыл тоғро ҡала.
 
Файза Зиннәт ҡыҙы һис шикһеҙ талант эйәһе. Уның һәләттәрен һанап бөтөрлөк түгел. Ул шулай уҡ сәсәниә лә. Ижад иткән фәһемле лә, уҡымлы ла шиғырҙары гәзит биттәрендә йыш баҫылып сыға. Ә мандолина уйнап ебәрһә, берәү ҙә битараф ҡалмайҙыр ул. Ҡул эштәре лә төрлөлөгө менән хайран итә. Ул бәйләгән мамыҡ шәлдәр күпме ҡатын-ҡыҙҙың яурынын биҙәй! Ауыл, район кимәлендәге сараларҙа күп яҡлы оҫта булыуы менән күптәрҙең иғтибарын йәлеп итә.
 
Ғилмитдин Нуретдин улы Булатовҡа ла ауыр бала саҡ йылдарын кисерергә тура килә. 4-се класты тамамлау менән колхозға эшкә төшә. Ямғыр-дауыл тип тормай, эҫе-һыуыҡҡа бирешмәй, ал-ял белмәй 46 йыл ферма малдарын көтә. Уның тырыш хеҙмәте маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнде.
 
Артыҡ байлыҡ артынан сапмаһалар ҙа, матур, етеш тормошта йәшәйҙәр Булатовтар ғаиләһе. Ауыл мөхите, башҡорт халҡына хас ябайлыҡ, киң күңеллелек –  тап ошондай сифаттар биҙәй ҙә инде был ғаиләне. Күҙ нурындай күреп үҫтергән өс балаһы – ғорурлыҡтары. Ғәҙәттә, кешеләр “замана балалары” тип зарланырға ярата. Әйтерһең Булатовтарға заман елдәре ҡағылмаған! Эшһөйәр, матурлыҡҡа ғашиҡ балалары ата-әсәләре өсөн өҙөлөп тора. Хатта үҙҙәренең балаларын да улар өлгөһөндә тәрбиәләйҙәр. Был үҙе үк бәхет түгелме ни?! Тап ошондай минуттар тормошта осраған ауырлыҡтарҙы оноттора ла инде. Ғирфан, Рәзидә, Зилиә – хәҙер инде үҙҙәре үк атай, әсәй. 

Алтын ғүмер юлы кисергән ауылдаштарыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәрҙәренең шатлығын күреп, тағы ла оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
 
Зөлфиә Мөхәмәтйәнова,
Әбделкәрим ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.

 

Таулыҡайым – алтын бишегем

Алтынсы-етенсе быуаттарҙа Урта Азияла, Мөргәбә Үҙәне буйында, Бохара оазисында, “Башкурт” тауҙары итәгендә күсмә тормошта төрки ҡәбилә йәшәгән. Уларҙы бөрйәндәр (буржандар) тип йөрөткәндәр. Бөрйән ырыуы Монаш, Ямаш, Янһары, Байһары ҡәбиләләренән торған. Улар алтынсы быуатта Урал тауҙарында төбәкләнергә ҡарар итә. Ағиҙел буйҙары көтөүлектәр өсөн бик үк уңайлы булмағанлыҡтан, бөрйәндәр Һаҡмар йылғаһы буйына килеп сыға.
 
Тәбиғәт ошо төбәктә бигерәк бай, ифрат матур була. Тирә-яҡтағы тауҙар, болондар ҡара урман менән ҡаплана. Ҡарғалы йылғаһына тиклем ҡуйы ағаслыҡ, Һаҡмар буйы тал-тирәк, муйыл, ҡарағат, туғайҙарында томбойоҡло күлдәр ялтырай. Яңы ерҙәрҙе ныҡлап үҙләштереп тә өлгөрмәйҙәр, көҙгө һыуыҡтар килеп етә. Күсмә халыҡ малын ҡыуып, кире Бөрйән яҡтарына юллана. Йәйләүе еңел булһа ла, күсенеүе ауырға тура килә.
 
Йәшәү өсөн бөтә уңайлыҡтар булған ошо төбәккә беренсе булып Ҡазыр тигән кеше урынлаша. Уның биләмәләре Ҡана урмандарынан алып Ҡыҙыл далаларына тиклем йәйелә. Тиҙҙән Ҡазырҙың Ҡаратуҡай исемле улы тыуа. Аҡыллы егет ер-һыуҙы яратып үҫә, үҙ ырыуын, яҡташтарын бергә туплай, төрлө яҡтан килгән илбаҫарҙарҙан үҙ төбәген ҡурсалай.
 
Йылдар үткәс, Ҡаратуҡай олоғая. Ләкин уның ошо биләмәне, мал-тыуарын ҡалдырыу өсөн улы булмай.
 
Ауыл аҡһаҡалдары Әширәф Исхаҡов, Шиһап Ғәлин, Усман һәм Зәйнәғәбдин Баййегетовтарҙың һөйләп ҡалдырыуҙарына ҡарағанда, Ҡаратуҡай яуҙа йөрөгән саҡта тауҙар араһында етем сабыйҙы табып ала һәм өйөнә алып ҡайта. Бер-ике йәшлек был малайға Таулыҡай тип исем ҡуша.
Таулыҡай үҫә, өйләнә. Атаһы уға Һаҡмар йылғаһы буйындағы ҡалҡыулыҡта өй һалып бирә. Балалары тыуып, ғаиләһе ишәйгәс, шул тирәлә утар, аҙаҡ ауыл барлыҡҡа килә. Башта ул Ҡолторсаҡ, Ҡотлоюл тигән исемдәр менән йөрөтөлә, ә һуңынан Таулыҡай тип атала башлай.
 
Әле Таулыҡай ауылында 470-кә яҡын йорт бар, һәм унда 2800-ҙән ашыу кеше йәшәй. Ике ҡатлы бинала урынлашҡан ун бер йыллыҡ мәктәп, мәҙәниәт йорто, “Ҡарлуғас” балалар баҡсаһы, заманса йыһазландырылған фельдшерлыҡ пункты, мәсет һ.б. ауылыбыҙҙың йәме булып тора. “Иң төҙөк ауыл” республика конкурсында яуланған икенсе урын – бының төп дәлиле.
Шулай уҡ ауылыбыҙҙы данлаусы билдәле шәхестәребеҙ ҙә бар. Улар – ҡурайсы Юлай Ғәйнетдинов, йырсы Алһыу Бәхтиева, бейеүсе Нияз Баййегетов һәм башҡалар.
 
Вилә Сәйетова, БДУСИ-ның 4-се курс студенты.

 

Мәңгелеккә ҡалды хәтерҙә...


Башҡортостандың төҫ ташламаҫ гәүһәрҙәре араһында тыуған ер ҡуйынынан урғылған Ағиҙел кеүек алсаҡ һәм моңло, Урал кеүек олпат һәм уйсан, далаларыбыҙ кеүек киң һулышлы һәм бәрәкәтле, тормоштоң үҙе кеүек тәрән тамырлы Мостай Кәрим ижады бар.
Рауил Бикбаев.

Ошо көндәрҙә Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында Башҡортостандың халыҡ шағиры, драматург, прозаик, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты  Мостай Кәримдең тыуған көнөнә арналған хәтер кисәһе үтте. Сараның исеме “Мәңгелеккә ҡалды хәтерҙә” тип аталды. Кисә барышында шағирыбыҙҙың әҫәрҙәрен сәхнәләштереп, барлыҡ студенттарға, уҡытыусыларға күңелле ял минуттары бүләк иттек. “Йәйәүле Мәхмүт” моңһоу комедияһын сәхнәләштергәндә төп ролдәрҙә Йәмилә Аҡбулатова, Нур Юламанов, Ғәзиз Баймөхәмәтов тамашасы һөйөүен яулаһа, балалар өсөн яҙылған  “Теге яҡҡамы, был яҡҡамы?” хикәйәһен ҡуйғанда, Илмира Сафиуллина  Әлфиә ролен бик оҫта башҡарҙы.
 
Артабан “Мәңгелеккә ҡалды хәтерҙә” кисәһе сәхнәләштереү формаһында алып барылды. Әлфиәнең буй еткергән сағын һүрәтләп, уның иптәш ҡыҙҙары менән “Аулаҡ өй”гә йыйылғандарын күрһәттек. Ошо ваҡытта Мостай Кәрим һүҙҙәренә яҙылған “Сигеү сигә ҡыҙҙар” йырын йырланыҡ. Егеттәрҙең “Аулаҡ өйгә” йырлап килеп инеүҙәре, аҙаҡтан күңелле уйын ҡороуҙары һәр кемдең күңеленә хуш килде. Кисәне Арыҫлан Килдейәров “Йылғалар төнөн һөйләшә” йыры менән тамамланы.
 
Сәхнәгә Мостай Кәримдең фотоһүрәтен ҡуйып, китапханасылар уның  биографияһы буйынса бик матур стенд булдырҙы. Шулай уҡ кисә барышында күренекле яҙыусыбыҙҙың наградалары, китаптары, ижад юлы тураһында мәғлүмәттәр сағылдырылды. Хәтер кисәһен музыкаль яҡтан биҙәүсе Данил Миңләхәт улына һәм Зилә Нуриман ҡыҙына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
 
“Мәңгелеккә ҡалды хәтерҙә” хәтер кисәһенән һуң, уҡытыусылар менән анализ яһаныҡ. Ғөмүмән алғанда, был сара һәр кемгә лә оҡшаны. Уҡытыусылар тарафынан төрлө кәңәштәр булды. Мәҫәлән, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында драма түңәрәге асыу. Был   студенттарҙа башҡорт халҡының тарихына, сәнғәтенә хөрмәт, һөйөү тойғоһо тәрбиәләйәсәк.
 
Й. Аҡбулатова, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумының башҡорт теле уҡытыусыһы.      

 

Гәзит уҡыусы...

...теләй

Беҙ йыл да гәзит-журналдарға әүҙем яҙылабыҙ. “Һаҡмар”ға быйыл алданыраҡ яҙылып, квитанциябыҙҙы ла ебәрҙек. Гәзит беҙгә бик ныҡ оҡшай. Бар яңылыҡтар менән танышып, башҡа мәҡәләләрҙе лә ҡыҙыҡһынып уҡып барабыҙ. Һеҙгә ысын күңелдән уҡыусыларығыҙҙың күп булып, “Һаҡмар”ҙың тиражы артҡандан-арта барыуын теләйбеҙ.
 
Мырҙагилдиндар ғаиләһе.
Ниғәмәт ауылы.
 

...хәбәр итә

Мин “Һаҡмар” гәзитен бик яратам. Уны бала саҡтан уҡ, “Ҡыҙыл Баймаҡ” сағынан, уҡыйым. Атайым мәрхүм почтальон булды. Шул гәзиттәр аша, мәктәпкә бармаҫ элек үк, уҡырға өйрәндем. “Һаҡмар” – матур йөкмәткеле, аңлайышлы баҫма, тик тәнҡит мәҡәләләре бик һирәк күренә. Элек етешһеҙлектәр тураһында яҙылһа, шунда уҡ тикшерелә һәм һөҙөмтәләре киләһе һанда бирелә ине. Мин биш-алты баҫмаға яҙылам. Шулай ҙа иң тәүҙә “Һаҡмар”ҙы ҡулға алам.
 
Ғәйшә Аллабирҙина, мәғариф ветераны.
 

...рәхмәт әйтә

Бар мосолман донъяһы Ҡорбан ғәйетен билдәләгәндә, Аҡморонда ла байрам юғары кимәлдә үтте. Бының өсөн “Аҡморон” АХК-һы көр тана бүләк итте. Ауылыбыҙ ашханаһында был көндө етмешкә яҡын кеше йыйылды. Шулай уҡ биләмәгә ҡараған Мәмбәт, Аҡтау, Ҡаратал, Сәйғәфәр ауылдарында, халыҡ иҫәбенә ҡарап, ҡорбан ите таратылды. Ошондай изге байрамдар киләсәктә лә һәр ауылда матур һәм юғары кимәлдә үтһен ине.

Гөлназ АЗАМАТОВА,
ауыл биләмәһе башлығы.        
 
* * *
 
...Беҙ, Ишбирҙе ауылынан бер төркөм пенсионерҙар, йәмле Ирәндек тауы буйында ултырған өлкәндәр һәм инвалидтар дауаханаһында дауаланып ҡайттыҡ. Унда йәш һөйкөмлө табип Салауат Йыһангир улы Азаматов эшләй. Ул йәш булһа ла, шул тиклем ауырыуҙарҙы ентекләп ҡарай, кәңәштәрен бирә, дарыуҙарҙың кәрәклеһен генә яҙа. Артабан шәфҡәт туташтары шифалы ҡулдары менән кешеләрҙе дауалай. Был дауаханала дарыу-уколдар менән генә түгел, шифалы һүҙҙәр, матур мөғәмәлә менән дауалайҙар. Табиптар ҙа, шәфҡәт туташтары ла, бар хеҙмәткәрҙәр ҙә иғтибарлы, кешелекле-кеселекле булыуы менән айырылып тора. Шундай миһырбанлы кешеләрҙең барыһына ла ысын күңелдән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
 
Гөлсирә ВӘЛИЕВА. 

...әрней

Урамда көн дә осраған ташландыҡ бесәй балаларын күреп күңел әрней. Кешеләрҙең миһырбанһыҙлығы йөрәкте өтә. Моғайын, бик тырышҡанда, шул мәхлүктәргә хужа табып булыр ине. Юҡ, киреһенсә, күҙе лә асылмаған йән эйәләрен юлға сығарып ырғыталар. Һеҙ шул рәүешле балаларҙы ҡаты бәғерлеккә, шәфҡәтһеҙлеккә өйрәтеүегеҙҙе аңламайһығыҙмы? Кескәй генә балалар бесәйҙәрҙе йәлләһә, һыйпарға ынтылһа, ҙурыраҡтары уларҙы типкесләп китә бит. Хайуандарҙы өлкәндәр урамға сығарып ташлағас, бәләкәйҙәр уларҙы шулай интектерергә ярай, тип уйлап үҫә. Артабан бындай ҡанһыҙ балалар кешегә лә, хатта ата-әсәһенә лә ҡул күтәрәүе ихтимал бит.
 
Зәлиә ӘМИРОВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.