29 окт. 2012 г.

Яңылыҡтар

Баймаҡ аттары – иң етеҙҙәре!

Күптән түгел Силәбе өлкәһендә “Регион” заправкалау станцияһының 10 йыллыҡ юбилейына арналған ат спорты ярыштарында Баймаҡ районы арғымаҡтары уңышлы сығыш яһаны. “Баймаҡ” ҒПБ-һының Камгия һәм Норильск ҡушаматлы юртаҡтары үҙ төркөмдәрендә иң етеҙҙәре булып сыҡты. Урғаҙанан Илгиз Юнысбаевтың Фора ҡушаматлы бейәһе лә юғары һөҙөмтәгә өлгәште. Ә Иҫке Сибайҙан “Шөгөров” КФХ-һы ат спорты буйынса көслө хужалыҡ икәнлеген тағы бер ҡат иҫбатланы –Кромка ҡушаматлы сабыш аты 2400 метр дистанцияла берәүҙе лә алдына сығарманы. Афарин!

Йәмәғәт советы ултырышы

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Баймаҡ районы буйынса бүлегендәге Йәмәғәт советының яңыртылған составының ойоштороу ултырышы үткәрелде. Уның барышында киләсәккә эш пландары билдәләнде. Киләһе ултырыш 13 ноябрҙә үтәсәк.

Китаптың исем туйы

Иртәгә Юлыҡ ауылында билдәле крайҙы өйрәнеүсе, мәғариф ветераны, тарихсы Азамат Тажетдиновтың “Оло юлда Юлыҡ” исемле китабының исем туйы уҙғарыласаҡ. Сарала шулай уҡ “Каруанһарай” фольклор-эстрада төркөмөнөң ҡатнашыуы ла көтөлә.Сәғәт 2-лә башлана.

Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр!

Башҡортостан иленең рухлы, иманлы ул һәм ҡыҙҙарын яҡынлашып килгән Ҡорбан байрамы менән тәбрикләйбеҙ! Ил именлеге, ғаилә бәхете, күңел тыныслығы, рух ныҡлығы, сәләмәтлек, бәрәкәтле, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Ошо изге байрам көнөндә, 2012 йылдың 27 октябрендә, сәғәт 12-лә һәммәгеҙҙе Миәкә районының Илсеғол ауылы янында Мөхәммәт бәйғәмбәребеҙҙең сәхәбәләре Зәйет улы Зөбәйер, Зөбәйер улы Абдрахман ерләнгән изге Нарыҫтауға сәхәбәләр мәсетен төҙөп бөтөү уңайы менән саҡырабыҙ. Тирә-яҡҡа нур балҡытып ултырған биш манаралы аҡ мәсетте күреп шатлыҡ уртаҡлашып, Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн намаҙҙар уҡып, зыяраттар ҡылып иманыбыҙҙы яңыртырға, илебеҙгә, халҡыбыҙға бәрәкәт булһын тип ниәтләп килегеҙ! Ҡорбан байрамына Нарыҫтауға рәхим итегеҙ!
Ойоштороусылар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.