29 окт. 2012 г.

Байрам мөбәрәк булһын, хөрмәтле ауыл эшсәндәре!

Байрам мөбәрәк булһын,
хөрмәтле ауыл эшсәндәре!

Район иҡтисадының нигеҙен тәшкил иткән ауыл хужалығы, белеүебеҙсә, һуңғы тиҫтә йылдарҙа ҙур һынауҙарға дусар булды. Район хакимиәтенең маҡсатлы эше һөҙөмтәһендә бөгөн был тармаҡты һаҙлыҡтан сығарыу буйынса аныҡ саралар күрелә, ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Быйыл республика бюджетынан 51 млн һум аҡса бүленде һәм ул яҙғы баҫыу эштәрен атҡарыуҙа ҙур ярҙам булды. Шул уҡ ваҡытта 3 мең тонна арзан хаҡҡа яғыулыҡ бирелде. Был беҙгә 102 мең гектарҙа ауыл хужалығы культураларын оптималь ваҡытта сәсеү мөмкинлеге бирҙе. Дөйөм алғанда, район аграрийҙарына дәүләт ярҙамы быйыл йыл башынан 98 млн һум тәшкил итте.

Әммә аяуһыҙ ҡоролоҡ йәнә ҡаты һынау ҡуйҙы. Шул арҡала ни бары 30,5 мең тонна ашлыҡ йыйып алыуға өлгәштек, гектар ҡеүәте уртаса 6,2 центнер тәшкил итте. Хәҙер инде беҙгә, үткән йылдар тәжрибәһенә таянып, ер эшкәртеү һәм яҡшы орлоҡ әҙерләү өҫтөндә ныҡышмалы эшләргә кәрәк.
Малсылыҡ өлкәһендә ыңғай үҫеш динамикаһы күҙәтелде. Продукция етештереү, мал һаны артты.

Башҡорт тоҡомло йылҡы үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ репродукторы булып танылған “Байҡара”, “Аҡморон”, “Ҡолонсаҡ” хужалыҡтарына быйыл йәнә берәү өҫтәлде – бындай статусты “Толпар” ЯСЙ-һы алды.
 
Ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтарында техника яңыртыу маҡсатлы дауам итте – бөтәһе 36 млн һумға техника һәм ҡоролмалар алынды (был үткән осорға ҡарағанда 3,5 тапҡырға күберәк).
 
Ауыл хужалығы предприятиелары һәм КФХ-лар төрлө дәүләт программаларында әүҙем ҡатнаша. Әле райондың алдынғы хужалығы – Ленин исемендәге АХК “500 ферма” проектына инеп, Таулыҡай фермаһында тәҙрәләр яңыртылды. Төп реконструкция эштәре киләһе йылда дауам итәсәк.
Сыңғыҙҙан фермер Нияз Уразбаев ғаилә һөтсөлөк фермалары программаһына ярашлы, үҙ саралары иҫәбенә 50 баш һыйырға иҫәпләнгән малсылыҡ базаһы төҙөй. Быйыл ноябрь айында яңы объект файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Яраттан фермер хужалығы етәксеһе Айҙар Мырҙаҡаев иһә ғаилә һөтсөлөк фермалары проектына инеп, 2 млн һумлыҡ грантҡа дәғүә итә. Әйткәндәй, 6 фермер төрлө программалар буйынса дәүләт ярҙамы алыуға иреште.
 
Шуныһы һөйөнөслө, районда ҡеүәтле агрохолдинг төҙөү эштәре башланды. Ул “Урал аръяғы” МТС-ын, “Уңыш” АХК-һын, “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһен һәм “Күлтабан” МУП-ын берләштергән эре дәүләт предприятиеһы буласаҡ. Агрохолдинг төҙөүҙең төп маҡсаты – атап үтелгән ауыл хужалығы предприятиеларының производство базаһын һаҡлап ҡалыу һәм район биләмәһендә юғары эффектлы производство үҫтереү.
 
Йыл да ҡабатланып килгән аяуһыҙ ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, һуңғы осорҙа ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары производство ҡеүәттәрен арттыра, техник потенциалын нығыта. Ленин исемендәге, “Рассвет” АХК-лары, “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе, “Толпар”, “Союз” ЯСЙ-лары, “А.Шәрәфетдинов”, “А.Мырҙаҡаев” КФХ-лары бөгөн башҡа хужалыҡтарға бөтә күрһәткестәр буйынса ла үрнәк булып тора.
 
Бөгөн ауыл хужалығы тармағының мөһим өлкәһе – малсылыҡты ҡышҡа әҙерләү эштәре тамамлана. Ленин исемендәге, “Рассвет” АХК-лары, “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе, “Союз” ЯСЙ-лары, “Күлтабан” МУП-ы ҡышҡа яҡшы әҙерләнде, етерлек мал аҙығы базаһы тупланы. Ленин исемендәге, “Рассвет”, “Уңыш”, “Баймаҡ” ҒПБ-һы хужалыҡтары иген фуражы һалыуға ныҡлы иғтибар бүлде.
 
Киләһе уңыш тураһында хәстәрлек күреп, орлоҡ һалыу, ерҙе туңға һөрөү һәм эшкәртеү буйынса ла булған мөмкинлектәр күрелде. “Баймаҡ” ҒПБ-һы, “Урал аръяғы” МТС-ы, “Толпар”, “Күлтабан”, “Новатор”, Ленин исемендәге, “Рассвет”, “Алғаҙы” хужалыҡтары ваҡытында орлоҡ тупланы. Ер эшкәртеү буйынса “Толпар”, Ленин исемендәге, “Баймаҡ” ҒПБ-һы, “Богачевка”, “Рассвет” хужалыҡтары һынатманы.
 
Әле район аграрийҙары алдында торған төп бурыс – малды уңышлы ҡышлатыу, киләһе яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләнеү, коллективтың социаль мәсьәләләрен ыңғай хәл итеү. Алдағы ҡыштың еңел булмаясағын күҙ уңында тотоп, уны мөмкин тиклем имен үткәреү өсөн булған тырышлыҡты һалайыҡ! Байрамыбыҙ мөбәрәк булһын, хөрмәтле ауыл хеҙмәтсәндәре!

Р. Әбүбәкиров,
район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары.

Комментариев нет:

Отправить комментарий