31 окт. 2012 г.

Иман нурҙарын өләшкән тантана

 Баймөхәмәт хәҙрәт Ғиззәтуллин вәғәз һөйләй.
Мосолмандарҙың изге, төп байрамдарының береһе – Ҡорбан ғәйете район-ҡалала йыл һайын киң билдәләнә. Был матур көндө кешеләр ҡорбан сала, бер-береһен ҡунаҡҡа саҡыра, ярлы-фәҡирҙәргә ярҙам күрһәтә.

 Баймаҡ мәсетенә халыҡ айырыуса күп йыйылған ине. Улар араһында балаларҙың күп булыуы шатландырҙы. Ғәйет намаҙын уҡығандан һуң мосолмандар Баймөхәмәт хәҙрәт Ғиззәтуллиндың күңелгә үтеп инерлек вәғәздәрен тыңланы. Оло байрамда муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов менән ҡала биләмәһе башлығы И.Ә. Бураншиндың ҡатнашыуы кешеләрҙең күңеленә дәрт өҫтәне, шатландырҙы. “Мосолмандарҙың изге байрамдарына етәкселәрҙең килеүе, беҙҙең менән бергә ғибәҙәт ҡылыуы динебеҙгә ҡарата иғтибарҙы, хөрмәт-ҡәҙерҙе күрһәтә бит. Илебеҙ, тыуған еребеҙҙең тыныслығы – кешеләрҙең иманлы булыуына бәйле. Шуға күрә ошондай тантаналар йәштәрҙе, киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә”, – тине аҡһаҡалдар.
 
 Вәғәз тыңлағандан һуң кешеләр йорттарына ҡорбан салырға таралышты. Шулай уҡ 1-се мәктәптә лә бик матур табын ҡоролдо, ҡорбанлыҡ малды район хакимиәте бүлде. Унда теләгәндәр ҡорбан ашын ауыҙ итә алды. Байрамда ҡатнашҡан кешеләр аш-һыу әҙерләгән, олоһон да, кесеһен дә хөрмәтләп ҡаршы алған 1-се мәктәп хеҙмәткәрҙәренә, ашнаҡсыларға оло рәхмәтен белдерҙе.
 
 Эйе, был яҡты байрам кешеләрҙең күңелен нурға сорнар, йорттарыбыҙға иман-ҡот өҫтәр, тип ышанабыҙ. 

 Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
 Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.