29 окт. 2012 г.

Суд залынан

ҠАРА ҠАЙҒЫҒА ҺАЛҒАН КӨН...


Кешеләрҙең яҙмышы бер-береһенә булған мөнәсәбәтенә, йәмғиәттә үҙен тота белеүенә, рух ныҡлығы, хатта күршеләреңдең кем, ниндәй холоҡло булыуына ла бәйле. Баймаҡ эске эштәр бүлегенән аҙна һайын алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ете көн эсендә районда үлтереү, үлтерергә маташыу, һыу эскеһеҙ итеп туҡмау кеүек ауыр енәйәттәр теркәлә. Юҡ, беҙҙе бер кем дә ситтән килеп туҡмамай, үлтермәй, ә ғүмер буйы бер урамдан йөрөп, бер ҡаҙандан ашап йөрөгән кешеләр бер-береһенең ғүмерен ҡыя.
Ҡара көҙҙөң ҡараңғылығында ҡылынған енәйәт тә туғанлашып, ҡоҙалашып бөткән ауылды икегә бүлде. Һәр кем үҙ яғының хаҡлығын белдереп, дошманға әүерелде...

Ишәй менән Ҡушай


Ишәй менән Ҡушай кеүек йөрөгән, тиҫтә йылдар бергә эшләгән ике ирҙең мөнәсәбәте тураһында ауылда хатта көләмәстәр барлыҡҡа килә. Уларҙың бер-береһенә әйткән әсе, төртмә һүҙҙәре лаҡап булып өйҙән-өйгә күсә, районға тарала. Нәҡ ошондай дуҫлыҡ хаҡында “бергә лә була алмайҙар, айырым да йәшәй алмайҙар” тип әйтәләрҙер. Ысынлап та, эштә һәр саҡ бергә булған ике дуҫ ғаиләләрен аралаштырмай, хатта кистәрен осрашҡанда йыш ҡына талашып та китә.
 
Бар ауыл халҡы Сабир менән Мараттың бушҡа ғына талашып китеүен ҡыҙыҡһынып күҙәтә. Бына уларҙың береһе магазиндан ҡәнәғәт төҫ менән һыра тотоп сығып килә. Унан бер көн алда бергә эсеп, башы шаңҡып ауыртҡан Марат әшнәһенең үҙенә бер йотом ғына һыра ҡалдырыуын үтенә. Сабир уға оҙаҡ ҡына текләп ҡарап торғандан һуң, шешәне ергә яра һуға ла: “Эскең киләме – ят та ерҙән яла!” – тип екерә. Бер-береһенең яғаһынан эләктереп алған ике ирҙе ауылдаштары көскә айырып ала. Икенсе көндө улар бер нәмә булмағандай бергәләшеп эшкә юллана, ҡатындары бешереп һалған ризыҡ менән тамаҡ ялғай.
 
Кискә Мараттың йорто янында ыҙғыш ҡуба. Йорт хужаһы күрше ауылдағы ҡоҙаһының ярҙамы менән тупраҡ алып килеп ауҙара. Ҡап-ҡара, ярмаланып торған тупраҡҡа ҡыҙығыусылар күп була. “Бындай тупраҡты күптән күргән юҡ ине”, – тип тел шартлата ауыл бабайҙары. Хужабикәләрҙең үҙ хәстәре – гөл-сәскәләренең тупрағын алмаштырыу, яҙ ултыртасаҡ үҫентеләр өсөн дә был тупраҡ бик шәп буласаҡ. Шуға күрә Мараттың йортона ауылдаштары ағыла башлай. Сабирҙың ҡатыны ла биҙрә тотоп шунда ашыға. Тик уға биҙрәһен тултырырға насип булмай – йорт хужаһы килеп сығып, уны әрләп ебәрә. Башҡалар алдында битәрләнеүенән ғәрләнгән, етмәһә уларҙың тупраҡлы булыуына йәне көйгән ҡатын бар ҡоһорон, яман асыуын иренә төшөрә. “Шуны кеше итеп бергә алып йөрөйһөң, әйттем мин һиңә уны эшкә алма тип, Мараттан башҡа кеше бөткән инеме?! Мине бар ауыл алдында мыҫҡыл итеп, буш биҙрә менән ҡыуып ҡайтарҙы!” – тип ярһый хужабикә.
 
Асыуынан шартлай яҙған Сабир Мараттың йортона табан йүгерә. Рәшәткәһенә һөйәлеп торған хеҙмәттәшенә тибеп ебәрә. Ерҙә тәгәрәп, бер-береһен дөмбәҫләгән ике “дуҫты” кешеләр кино ҡарағандай күҙәтә... Икенсе көн был икәү тағы бергәләшеп эшкә китә.

Бәлә аяҡ аҫтында...

Ул көндө лә улар бергәләшеп эштән ҡайтырға сыға. Эш хаҡы алыуҙы йыуып, бер “ярты”ны бушаталар. Эйе, хәмерҙең дә юлдан яҙҙырыуы билдәле. Юҡҡа ғына уны “шайтан һыуы” тип йөрөтмәйҙәр бит. Әммә Сабирҙы ла, Маратты ла бөткән эскеселәр рәтенә индереп булмай. Улар ауылда һәүетемсә тормош көтә, күп бала тәрбиәләй, мал-тыуар тота, баҡса үҫтерә. Ауылдаштары кеүек көҙгөһөн – ҡаҙ өмәһе, ҡыштарын һуғым һуя. Хәҙерге заманда бындай муллыҡ алыу өсөн күпме эшләргә, бил бөгөргә тура килеүен һәр ауыл кешеһе яҡшы аңлай бит.
 
Сабир менән Марат, ғәҙәттәгесә, үҙ-ара ныҡ ҡына талашып китә. Бер-береһенең боғаҙынан алған ирҙәрҙе улар менән бергә булған ауылдаштары айырып ала. Тик тегеләр бер нисек тә тыныслана алмай. Сабир Маратты ялҡаулыҡта, ҡурҡаҡлыҡта ғәйепләй. “Һинең эшеңде лә мин башҡарам, ә һин бер нәмә лә эшләмәйһең. Ирлегең дә бүстәк һинең – ғауға килеп сыҡһа ҡатыныңды сығарып, йәшенеп ятып ҡалаһың!..” – тип ҡысҡыра ул. Марат уға артабан һөйләргә бирмәй, этеп йыға ла, типкесләй башлай. Шулай ҙа был юлы ла ауылдаштары уларҙы көскә тынысландырып, йорттарына тиклем оҙата.
 
Ауылға ҡайтып еткәс, Марат былай ғына өйөнә ҡайтмаясағын белдерә. “Һин бөгөн мине эт ашамаҫ һүҙҙәр менән һүктең – ҡурҡаҡлыҡта ғәйепләнең. Унан бигерәк, иҫләйһеңме, һин миңә һыраны ерҙән ятып яларға ҡушҡайның? Шуның өсөн бөгөн яуап тотасаҡһың йәки мине өйөңә алып ҡайтып ҡунаҡ итәһең!” – тип белдерә ул Сабирға.
 
Был икәүҙең талаш-ғауғаһы оҙаҡҡа һуҙыласағын аңлаған ауылдаштары ҡайтып китә. Сабир Мараттан ҡасып йортона инеп китергә маташа, тегеһе ебәрмәй. Сабир хәйлә менән алдырырға теләп: “Һин көтөп тор, өйҙә ҡатын әрләр, хәҙер көмөшкә алып сығам”, – тип йортона инеп китә.
 
Тик бер нисә минуттан артынан ярһыған Марат килеп инә. “Һин мине тағы ла алдап ҡасырға булдыңмы?! Килеп сыҡмаҫ!” – тип йорт хужаһын осора һуға ул. Ауыҙынан ҡан аҡҡан Сабир: “Балаларҙы ҡурҡытаһың, әйҙә сығып һөйләшәйек”, – ти.
 
Ирҙәр соланға сығыу менән һуғышып китә. Марат Сабирҙы быуырға маташа, тегеһе ҡулына килеп эләккән бар нәмә менән уға һуға... Ҡулына бысаҡ килеп эләккәс, Сабир Маратҡа әллә нисә мәртәбә сәнсә. Ҡанһыраған Марат һуңғы тапҡыр ауылдашына аптыраулы, рәнйеүле ҡарашын ташлап, тымып ҡала. Быны күргән Сабир тәүҙә ҡаушап, ҡурҡып ҡасып китә. Урманда ауыр уйҙарға батып ултырғандан һуң, ҡәтғи ҡарарға килеп, йортона әйләнеп ҡайта. Ул Мараттың ишек алдында ятыуын күрә. Сабир фажиғә хаҡында ҡатынына инеп әйтә, тиҙҙән “Ашығыс ярҙам”, полиция машинаһы килеп туҡтай.
 
Медицина хеҙмәткәрҙәре Мараттың күп тапҡыр бысаҡ менән сәнсеүҙән (тиҫтәгә яҡын) шунда уҡ һәләк булыуын билдәләй. Сабир ҡулға алына.
 
Тикшереү ваҡытында ғәйепләнеүсе бер нисә мәртәбә күрһәтмәләрен үҙгәртә. Ул судьяға быны тәфтишсенең уға хоҡуҡтарын аңлатмауын, ҡайһы бер һорауҙарға биргән яуаптарҙы дөрөҫ яҙып алмауын, аңламауын һ.б. сәбәптәр менән аңлатты. Бынан тыш Сабир тулыһынса ғәйепһеҙ булыуын белдерҙе. “Мине яуаплылыҡтан азат итеүегеҙҙе үтенәм. Сөнки мин был үлтереүҙә ғәйепле түгел. Барыһы ла аңлашылмаусанлыҡтан килеп сыҡты. Иректән мәхрүм итеп, минең тормошомдо ҡыймауығыҙҙы үтенәм”, – тип ялбарҙы ул.
 
Судҡа саҡыртылған судмедэксперттар, уларҙың күрһәтмәләре менән Сабирҙың енәйәт ҡылыуы иҫбат ителде. Хөкөм залына бер-бер артлы инеп күрһәтмәләрен биргән шаһиттар ҙа уның ғәйепле булыуын дәлилләне. Суд Сабирҙың ғәйебен аҡларлыҡ дәлил тапманы. Шуға ҡарамаҫтан, ир үҙенең ғәйепһеҙ булыуын белдерҙе...

“Атайҙарһыҙ нисек йәшәрбеҙ?”
Судта осрашҡан Сабирҙың һәм Мараттың яҡындарын, айырыуса балаларын күреүе күңелдә бик ауыр тойғолар ҡалдырҙы. Бер-береһен күрә алмаған кешеләр суд бинаһы янында ла, коридорҙа ла бар зәһәрен, асыуын сәсте, әрләне, ҡарғаны...

Социаль педагог ярҙамында һорауҙарға яуап биргән балиғ булмаған бала ҡулдарына бығауҙар кейҙерелгән атаһына аптырап та, йәлләп тә ҡараны. Күҙҙәре йәш тулы ҡыҙыҡай өлкәндәрҙең ҡанһыҙлығын, аяуһыҙлығын аңларлыҡ йәштә түгел ине шул. Атаһын оҙайлы йылдар күрмәйәсәген һиҙемләгән ҡыҙыҡай уның күҙҙәренә ҡарап ҡына яуап бирҙе, нисек булһа ла яҡын кешеһенә ярҙам итергә теләне, буғай. Әммә күрһәтмәләрендә буталып аптыранды, унан бошонҡо төҫ менән тынып ҡалды...
 
Шул уҡ ваҡытта, мәңгелеккә атайһыҙ ҡалып, бер туҡтауһыҙ күҙ йәштәрен түккән икенсе ҡыҙҙың да ҡара ҡайғыһын бизмәнгә һалып үлсәрлек түгел ине. Йөҙөн хәсрәт баҫҡан бала һәр кемгә төбәлеп: “Ни өсөн минең атайым? Мин нисек кенә унһыҙ йәшәрмен?! Әсәйем нимә эшләр? Ни өсөн беҙҙең ғаиләне ҡара һөрөм ҡапланы, берәй ваҡыт йортобоҙҙа көлөү тауыштары ҡабат яңғырармы?” – тип өнһөҙ ялбара ине.
 
Сабирға хөкөм ҡарарын уҡығанда ғәйепләнеүсе яҡтың да, түҙеүсе яҡтың да яҡындары тымып ҡалды. Һәр кемдең ҡарашында күңелде һыҙланыуға һалған сикһеҙ өмөт ине. Кемдер ғәзиз кешеһенең иректә ҡалыуын, икенселәр яҡындарының рухы өсөн енәйәтсене ҡатыраҡ хөкөм итеүҙе ялбарҙы.
 
Полиция конвойы оҙайлы йылдарға хөкөм ителгән ирҙе алып сығып китте. Хөкөм ҡарарынан шаңҡып, ҡатып ҡалған Сабир бер һүҙ ҙә өндәшмәй, машинаға инеп ултырҙы. Ә был ваҡытта уның яҡындары һәм фажиғәле һәләк булған Мараттың ғаиләһе уйламағанда тормоштарын баҫып килеп ингән ҡайғынан һығылып илай ине...
 
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Әхлаҡи күҙлектән сығып исемдәр үҙгәртеп алынды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.