29 окт. 2012 г.

Беҙҙең данлыҡлы комбат

Билал ауылында таҡтаташ асылды


Арала тиҫтәләгән йылдар ятһа ла, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары, уларҙың ҡаһарманлыҡтары кеше күңелендә бөгөнгөләй һаҡлана.
Тамырҙары менән Билал ауылына барып тоташҡан Кирам Зыя улы Мәхмүтов ҡасандыр уҡытыусы булырға хыяллана, балаларҙы белемле, ғәҙел итеп тәрбиәләү тураһында уйлана, шиғырҙар ижад итә. Әммә... барлыҡ хыялдарын ғәрәсәтле һуғыш селпәрәмә килтерә.

Эйе, был хыялы 1936 йылда бер аҙ тормошҡа аша биреп ҡуя. Башта Үтәгәндә, аҙаҡ Баҡырүҙәктә балалар уҡыта. 1937-1939 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтып, ауылдың фельдшеры Сәлиха менән ғаилә ҡора. “Артабан комсомол райкомы йүнәлтмәһе буйынса пединституттың әҙерлек курсында уҡыным. Өфөлә уҡып йөрөгән саҡта, фашистик Германия һуғыш асҡан, тигән ҡот осҡос хәбәрҙе еткерҙеләр”, – тип көндәлегенә яҙып ҡалдыра. Яҙмыш елдәре Кирам Зыя улын Силәбе ҡалаһындағы танк училищеһына илтә.
Ауыр һуғыш йылдарында Кирам Мәхмүтов комбат дәрәжәһенә тиклем күтәрелә, Александр Невский ордены кавалеры була. Һуғыштан һуң автотранспорт хужалығында етәксе, Күмертау ҡала комитеты секретары булып эшләй. 1961 йылда вафат булып ҡала.
Беҙ Кирам Зыя улы кеүек бөйөк шәхестәребеҙҙе оноторға тейеш түгелбеҙ. Уларҙың исемен мәңгеләштереү – һәр кемебеҙҙең изге бурысы. Шул маҡсаттан ошо көндәрҙә Билал ауылында ветерандың яҡты иҫтәлегенә арналып, уның йәшәгән нигеҙенә таҡтаташ ҡуйылды.
Тантанала ауыл хакимиәте башлығы Фәнүр Фәрит улы Садыҡов: “Таҡтаташ асыу – ул беҙҙең үҙебеҙ өсөн кәрәк. Тарихыбыҙҙың сағылышы бит ул, батырҙарыбыҙҙы ололау”, – тине. Артабан К.Мәхмүтовтың туғандары, таныштары бер аҙ хәтирәләргә бирелеп алды. Ауылдашы Ирек Зәйнуллин “Зыя ҡоҙоғо” тураһындағы тарихты һөйләне. Мәктәп директоры М.М. Айытбаев Кирам Зыя улы Мәхмүтовтың яҡты иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан итте. Ветерандың ҡыҙы Галина Кирамовна тантанаға йыйылған балаларға ҡарап: “Һеҙҙең бар тормошоғоҙ алда әле. Юлығыҙҙа төрлө кешеләр осрар, әммә уларҙан насар ғәҙәттәрҙе оторға тырышмағыҙ. Һүгенеү, бысраҡ һүҙҙәр һөйләү ҙә алама күренеш. Ололарҙан үрнәк алып йәшәгеҙ!” – тип өндәште.
Кирам Зыя улы Мәхмүтов кеүек йәнен, тәнен аямай, беҙгә бәхетле тормош бүләк иткән бөйөк шәхестәр генә халыҡ хәтерендә һаҡланып ҡала ул.

Эльмира Кейекҡужина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.