8 окт. 2012 г.

Уҡытыусым! Түҙемлегең, ахыры, ҡая һымаҡ,

Моңға сорналған ғүмер

Тормошта шундай ҡатындар була: уға бер һирпелеп ҡарау менән йөҙөндә булдыҡлылығын, ғорурлығын, саялығын һәм башҡа гүзәл сифаттарын күрәһең. Баймаҡ балалар ижады үҙәгенең юғары категориялы педагогы Рәйлә Әкрәм ҡыҙы Бикбирҙинаның ҡиәфәтендә лә башҡаларҙан айырылып торған көс тә, илаһилыҡ та сағыла. Ә инде уның яҡындары менән аралашып, сәхнәлә башҡорт халҡының мәшһүр йырҙарын йөрәктәргә үтеп инерлек итеп башҡарғанын, думбырала сиртеп ҡобайыр, әйтештәр әйткәнен, баян телдәрен тирбәлтеп, уҡыусыларын музыка серҙәренә өйрәткәнен күрһәң, Рәйлә Әкрәм ҡыҙының тормошо бай ҙа, йөкмәткеле лә икәнлегенә төшөнәһең.

Рәйлә Баймаҡ ҡалаһында тыуған. Йәмле Ирәндек ҡуйынына ғына һыйынып ултырған Кәкреауыл ҡыҙы ул. (Баймаҡтың бер урамын шулай тип йөрөтәләр). Ул йыр-моңға ғашиҡ Йәмилә һәм Әкрәм Мусиндарҙың ишле ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә. “Әсәйем данлыҡлы Буранбай ауылы ҡыҙы, ә атайым сығышы менән Таулыҡайҙан, йырға маһир Мусиндар нәҫеленән”, – ти Рәйлә ата-әсәһе тураһында. Бала сағы хозур Ирәндек тәбиғәтендә үткәнгәме, әллә үҙенең яртаҡан Башҡоҙоҡ шишмәһенең саф һыуын эсеп үҫкәнгәме, әллә инде оҫта йырсы Әкрәм ағайҙың моңона сорналып ғүмер иткәнгәме, Рәйлә Әкрәм ҡыҙы иҫ китмәле моңло тауышлы, халыҡ йырҙарына ғашиҡ уҡытыусы. Кескәй генә сағынан уҡ ул мәшһүр йырсы Фәриҙә Ҡудашеваның йырҙарын йотлоғоп тыңлай. Ул ваҡытта кистәрен балаларға концерт-спектаклдәргә инеү тыйыла торғайны. Әммә ныҡыш ҡыҙыҡай концертҡа инәһенең итәгенә йәшенеп булһа ла инеп, моң алиһәһенең йырҙарын ҙур кинәнес менән тыңлай.
Сәнғәткә булған һөйөү уны Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына алып килә. Уҡыуын бөткәс тә йәш белгес үҙ районына эшкә ҡайта һәм район мәҙәниәт бүлегендә художество етәксеһе булып эшләй башлай.
Шунан башлана ла инде Рәйләнең ижади тормошо: концерттар, гастролдәр, агитбригадалар. Ләкин йырға ғашиҡ Рәйлә Әкрәм ҡыҙы үҙ белемен балаларға бирергә теләй һәм Баймаҡтың 2-се мәктәбендә музыканан уҡыта башлай. Ә бөгөн ул һәләтле балалар менән Баймаҡ балалар ижады үҙәгендә шөғөлләнә. Өлгөлө “Мираҫ” ансамбле менән етәкселек итә. Халҡыбыҙҙың йыр-мираҫын түкмәй-сәсмәй уларҙың күңеленә һеңдерә.
Рәйлә Әкрәм ҡыҙы һис кенә лә ваҡыт менән иҫәпләшмәй. Шуғалыр ҙа уның һөҙөмтәләре лә ҡыуаныслы – уҡыусылары “Ирәндек моңдары”, “Ашҡаҙар таңдары”, “Урал батыр” һ.б. республика ярыштарында призлы урындар, Гран-при яуланы. Бынан тыш, өлгөлө “Мираҫ” фольклор ансамбле “Башҡортостан ынйылары” исемле мәртәбәле бәйгелә беренселекте бирмәй, “Өлгөлө балалар коллективы” тигән юғары исемде лайыҡлы йөрөтә. Ансамбль халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын, ауыҙ-тел ижадын тергеҙеүҙә башҡаларға үрнәк күрһәтә.
Бөгөн дә мәңге моңға сорналған Рәйлә Әкрәм ҡыҙы халҡыбыҙға шулай тоғро хеҙмәт итә. Балалар ижады үҙәгендә фольклор берекмәһе етәксеһе ул. Йәш коллегаларына үҙ белемен һәм тәжрибәһен йәлләмәйенсә тарата. Үҙе лә һәр саҡ эҙләнеү юлында. Һәләтле уҡытыусы өмөтлө балаларҙы күрә, һайлай һәм уның алдына аныҡ маҡсат ҡуйып, үҫтерә лә белә. “Мин үҙемдең уҡыусыларым менән хаҡлы рәүештә ғорурланам, – ти ул сәнғәт академияһында, колледждарында уҡыған студенттарын һанап. – Улар тырышып белем ала, миңә килеп һәр саҡ рәхмәт һүҙҙәрен әйтәләр”.
Эйе, ижад кешеһенең тормошонда каникул юҡ, шуға күрә Рәйлә Әкрәм ҡыҙы ял, байрам көндәрендә лә балалар менән йыр-моңға сорналып ултырыуына һис тә аптырарлыҡ түгел. Сөнки уға йөрәгендә йөрөткән халыҡ йырҙарын балалар күңеленә сәсәһе, яңынан-яңы уңыштарға өлгәшәһе бар әле.
Педагогтың тынғыһыҙ эшенә аҡ юл, ә үҙенә ныҡлы һаулыҡ һәм бәхет теләйем.
Рәйсә ХӘСӘНОВА, Баймаҡ балалар ижады үҙәгенең “Сәсән” берекмәһе педагогы.


Ул – хеҙмәт менән тәрбиәләй


Мәктәп тә, ғаилә лә камил, белемле, хеҙмәт һөйөүсән кешеләр үҫтереүҙе төп маҡсаты итеп ҡуя. Эйе, халҡыбыҙҙың өмөтлө киләсәге йәш быуынға тәрән белем һәм яҡшы тәрбиә биреүгә бәйле. Хәҙер балалар мәктәптә ҙур теләк менән төрлө һөнәр серҙәренә өйрәнә.

Был йәһәттән Сәйғәфәр урта мәктәбе лә ҡалышмай. Технология дәрестәрен 26 йыл инде Ғаяз Зиннур улы Килдеғошов уҡыта. Ул уҡыусыларында матурлыҡҡа, ижади хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләй. Балаларҙың ағастан һәм башҡа төрлө материалдарҙан эшләнгән әйберҙәре йыш ҡына призлы урындарға лайыҡ була. Улар йыл һайын зона, район конкурстарында призлы урындар яулай. Уҡыусылары өс йыл рәттән республика кимәлендә үткәрелгән олимпиадала ҡатнашып, быйыл 8-се класс уҡыусыһы Ғәҙел Килдеғошов призёр булды. Уға Маҡтау ҡағыҙы һәм ҡиммәтле бүләк тапшырылды.
Шулай уҡ Ғаяз Зиннур улы балалар ижады үҙәгендә технология буйынса түңәрәктәр алып бара. Бында ла уның уҡыусылары һынатмай. Мәҫәлән, 5-се класс уҡыусыһы Винер Моратов "Өй усағы һаҡсыһы», «Ағасты художестволы эшкәртеү» исемле район конкурстарында ҡатнашып, 2-се, 3-сө урындарҙы яуланы, 8-се класс уҡыусыһы Ғәҙел Килдеғошов "Ағасты художестволы эшкәртеү","Мин – яңы Башҡортостандың гражданы" исемле район һәм төбәк конкурстарында көс һынашып, беренселеккә сыҡты. Шулай уҡ Ғәҙел Килдеғошов һәм 9-сы класс уҡыусыһы Руслан Ирмәков «Үҙебеҙҙең һәләтебеҙ менән барыһын да һоҡландырабыҙ" исемле район фәнни-практик конференцияһының Маҡтау ҡағыҙҙарына һәм "Алтын ҡулдар" номинацияһына лайыҡ булды.
Бындай уңыштарҙың сере нимәлә һуң! Әлбиттә, һәр уҡыусыға индивидуаль ҡараш булдырыу. Уларҙың ижади эштәренә иғтибар биреү, хуплау, һәләтен үҫтереү. Иң мөһиме –  уҡыусыны технологик яҡтан фекер йөрөтөргә, конструкцияларға, уйлап табырға, нәтижә яһарға өйрәтеү, станокта төрлө хеҙмәт ҡоралы менән эшләгәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙән тора.
Мәктәптән тыш, Ғаяз Зиннур улы ауыл тормошонда ла ҡайнап йәшәй. Ул 5 йыл инде ауыл старостаһы вазифаһын башҡара. Олоһона ла, кесеһенә лә кәңәшсе булып, ҙур ихтирам ҡаҙанған. Тормош иптәше Гөлфирә Миҙхәт ҡыҙы менән 3 бала тәрбиәләйҙәр. Әлеге көндә улар бәхетле ҡартатай һәм өләсәй ҙә.
Һөнәрен яратҡан тәжрибәле уҡытыусы, үҙ эшенең оҫтаһы булған Ғаяз Зиннур улына киләсәктә лә ижади уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, яңы үрҙәр, ғаилә бәхете теләйбеҙ.
Л. Байкова, Сәйғәфәр мәктәбе директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.