8 окт. 2012 г.

“Аҡъял” ат спорты ярыштарына йыйҙы


Ҡуянтау ауылы эргәһендәге “Аҡъял” ипподромында Рәсәй, республика, төбәк-ара ат спорты ярыштары ойоштороу бөгөн инде матур йолаға әүерелде. Бынан дүрт йыл элек ул саҡтағы Баймаҡ тәжрибә хужалығы директоры И.Х. Ситдыҡовтың тырышлығы менән төҙөлгән был ипподром районда ат спортын үҫтереү йүнәлешендә яһалған мөһим аҙымдарҙың береһе булды. Бына шул ваҡыттан алып “Аҡъял” Баймаҡ районы ғына түгел, ә Урал аръяғы төбәгенең, хатта Башҡортостан һәм күрше өлкәләрҙең ат спортын яратыусыларын үҙенә туплаған үҙәккә әйләнеп бара. Быйылғы ат спорты ярыштары Республика көнөнә һәм 1812 йылда еңеүҙең 200 йыллығына арналды һәм юғары кимәлдә үтте. Бәйгене Баймаҡ районы хакимиәте ойошторҙо. Әйткәндәй, “Аҡъял”дағы ярыштарға тамаша ҡылырға Сибай ҡалаһы, Бөрйән районы хакимиәттәре башлыҡтары, бихисап ҡунаҡтар һәм райондың халыҡ хужалығы тармағы ветерандары килгәйне.

Ат спорты ярыштарының көсөргәнешле һәм мауыҡтырғыс буласағы алдан төҫмөрләнде. Исемдәре Башҡортостанда ғына түгел, ә Рәсәй кимәлендә лә билдәле булған ат спорты мастерҙарының, арғымаҡтарҙың һәм юртаҡтарҙың ҡатнашасағы шуға ишара ине. Республикала үткән бәйгеләрҙә алдынғылыҡты бирмәгән “Аҡморон” АХК-һының Алтынай, Орлик, Север, Мустанг ҡушаматлы менге аттарының, “Баймаҡ” ҒПБ-һының Клайпеда, Норильск, Камгия, Нежная ҡушаматлы юртаҡтарының старт һыҙығына баҫыуы был ярыштарға үҙенсәлекле биҙәк өҫтәне, уны мауыҡтырғыс тамашаға әүерелдерҙе.
Ярыштарҙы асыу тантанаһында сығыш яһап, муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов ат спортының районда киң үҫеш ала барыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, бәйгеселәргә һәм халыҡҡа БР Хөкүмәтенең, “Аҡбуҙат” ипподромы етәкселегенең сәләмдәрен еткерҙе.
Ат спорты ярыштары 11 заезда үткәрелде. Юртаҡтар өсөн 8 заезд ойошторолдо, ҡалған бәйгеләрҙә менге аттары көс һынашты. Шуныһы үҙенсәлекле, һәр бәйге арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә һәм күренекле даталарға арнап үткәрелде. 1812 йылда еңеүҙең 200 йыллығына, Республика көнөнә, Баймаҡ ҡалаһы ойошторолоуына – 75, Баймаҡ ҡойоу-механика заводына 100 йыл тулыуға арналған, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары Риза Яхин, Фира Ниғмәтуллина, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Алдар батыр, афған яуы ҡаһарманы Дамир Самарбаев, мәғариф ветераны Төхвәт Аслаев иҫтәлектәренә ярыштар ойошторолдо.
Әйтергә кәрәк, баймаҡтар ярыштарҙа һынатманы. Төрлө заезда үткәрелгән юртаҡтар бәйгеһендә “Баймаҡ” ҒПБ-һының Клайпеда, Норильск, Камгия, Гранит һәм Нежная ҡушаматлы аттары иң көслөләре булып сыҡты. Уларҙы ярыштарға танылған мастерҙар Снежана менән Рәмзил Таймасовтар әҙерләгән. Силәбе өлкәһенең төрлө райондарынан килгән юртаҡтар ҙа уңышлы сығыш яһаны.


Шулай ҙа менге аттар сабышы ат ярыштарының иң мауыҡтырғыс өлөшө булды һәм уның биҙәгенә әүерелде. 2000 метрға уҙышыуҙа “Юлыҡ” ЯСЙ-һының Ислам Байсурин идара иткән Отрада ҡушаматлы бейәһе иң етеҙе булып сыҡты. “Баймаҡ” ҒПБ-һының Габриель (Илназ Алтыншин), “Аҡморон” АХК-һының Гриф (Салауат Әбдрәшитов) ҡушаматлы менге аттары артабанғы урындарҙы бүлеште.
Баймаҡ районының башҡорт тоҡомло аттары өсөн айырым заезд ойошторолғайны. Шуныһы үкенесле, республикала иң күп йылҡы малы аҫралған һәм ат спорты үҫешкән төбәк был бәйгегә ни бары 7 арғымаҡ ҡына ҡуя алды. Улар 4000 метр араға ярышты. Көсөргәнешле бәйгелә былтырғы республика чемпионы, “Аҡбуҙат” ипподромында үткән ярыштарҙа төп призды яулаған “Аҡморон” АХК-һының Алтынай ҡушаматлы арғымағы (һыбайлыһы Фәрит Яҡупов) берәүҙе лә алдына сығарманы. Ошо уҡ хужалыҡтың Север (Фәнис Баҡтыбаев), Орлик (Рөстәм Моратов), Сапсал (Динар Вәлиев) ҡушаматлы аттар ҙа һынатманы һәм артабанғы призлы урындарҙы яуланы.
Менге аттар өсөн үткәрелгән аламан бәйгелә лә аҡморондар ҙур уңышҡа өлгәште. Салауат Әбдрәшитовтың Мустангы менән Динар Вәлиевтың Корнеты 6000 метрлыҡ ауыр дистанцияла еңеүселәр булып танылды. Әйткәндәй, 1-се урынға бүләк тә елле булды – Салауат Әбдрәшитовҡа ҡолон тапшырылды.
Бәйге еңеүселәре муниципаль район хакимиәте һәм спонсорҙар әҙерләгән Почет грамоталары һәм аҡсалата премиялар менән бүләкләнде. Ат спорты тамашаһы ваҡытында район халыҡ ижады үҙәге артистары тарафынан матур концерт номерҙары күрһәтелде, Ҡуянтау ауылының “Сударушки” ансамбле сығыш яһаны. Йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары ла эшләне.
Ғөмүмән, бик тә ойошҡанлы, мауыҡтырғыс үтте был ат спорты байрамы. Ул был спорт төрөнөң районда һуңғы йылдарҙа киң үҫеш ала барыуын тағы бер ҡат иҫбатланы, бәйгеселәрҙе яңы үрҙәргә рухландырҙы. Шул уҡ ваҡытта Урал аръяғы төбәген иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында ипподромды яңы кимәлгә күтәреү буйынса эштәр алып барылыуы ла ҙур хуплауға лайыҡ. Ҡаланың 75 йыллығын лайыҡлы ҡаршы алыу сиктәрендә киләһе йылда Ҡуянтауҙа заман талаптарына яуап биргән ипподром барлыҡҡа киләсәк. Әле был тәңгәлдә проект эштәре алып барыла.

Азамат Мөхәмәтшин.
Айбулат Ишназаров фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.