31 окт. 2012 г.

Милли кейемдә – быуаттар сағылышы

Ҡурсаҡтарҙың кейеме һоҡландырҙы.
  Һәр халыҡтың йөҙөн уның тарихы ғына түгел, ә милли кейеме лә сағылдыра. Ата-бабаларыбыҙ, мәҫәлән, кешенең өҫ-башына ҡарап уның ниндәй ҡатламдан булыуын, баймы-ярлымы икәнлеген шунда уҡ билдәләгән.
 
 Район китапханаһында үткән үҙенсәлекле конкурста иһә беҙ башҡорттарҙың ни тиклем сағыу һәм матур кейенгәненә инандыҡ. “Милли кейемдә – быуаттар сағылышы” конкурсының беренсе турында район-ҡаланың, Сибай ҡалаһының уҡытыусылары, ағинәйҙәр, оҫта ҡуллы хужабикәләр, юғары класс уҡыусылары ҡатнашты. Ярыштың тәүге турында һәр кем үҙенең ҡул эштәрен күрһәтергә, унан буласаҡ кейем-һалымының эскиздарын жюри алдында яҡларға тейеш ине. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, хәҙерге ваҡытта ҡурсаҡ эшләү, уны төрлө милләт кейеменә кейендереү ниндәйҙер кимәлдә модаға әүерелде. Конкурс мәлендә йәш ҡыҙҙарҙың ҡул эштәрен яратып, оҫта итеп башҡарыуы һәр кемде һоҡландырҙы. Шуныһы әһәмиәтле, ярышта көс һынашыусылар башҡорт халыҡ әкиәтенә, легендаларына, хатта боронғо йырҙарына мөрәжәғәт итеп, ҡурсаҡтарында “Ете ҡыҙ”, “Йәрәшелгән ҡыҙ һәм егет”, “Башҡорт халҡы йәйләүҙә” һ.б. образдарҙы, йәшәү рәүешен һынландырған ине. 

 Ҡыҙҙарҙың үҙҙәре теккән кейемдә тамашасылар алдына сығып баҫыуы конкурстың иң сағыу өлөшө булғандыр. Үҙенсәлекле, зауыҡлы, хәҙерге заманға яраҡлаштырып тегелгән күлдәк-камзулдар, хатта эшләпәләр, сумкалар ҡабатланмаҫ булыуы менән хайран ҡалдырҙы. Һылыуҡайҙарҙың модалы ла, шул уҡ ваҡытта милләтебеҙгә хас сафлыҡты, матурлыҡты сағылдырған кейемдәре иң билдәле модельерҙарҙы ла битараф ҡалдырмаҫ ине, моғайын. Ғөмүмән, ошо конкурса ҡатнашҡан һәр ҡатын-ҡыҙ үҙен моделләү, дизайн кеүек әлегә беҙҙең халыҡта һирәк осраған һөнәрҙә уңышлы һынап ҡарай йәки ошо йүнәлештән китә ала тип тулы ышаныс менән әйтергә була. 
 
Әлбиттә, ҙур оҫталыҡ менән башҡарылған эштәр араһынан иң-иңен һайлап алыуы бик ауыр ине. Шулай ҙа конкурс талабы буйынса икенсе турҙа ҡатнашасаҡ кешеләрҙең исеме яңғыраны. Улар: ҡурсаҡтар буйынса – Гөлфинә Һибәтуллина (Билал), Фәнүзә Фәхрисламова (3-сө мәктәп), Яңылбикә Ғарифуллина (Темәс), Гөлфиә Биктина, Ләлә Ғәлимова (Сибай ҡалаһы), Софья Әсәнова (Таһир), Наҙгөл Истәкова (Ярат), 2-се мәктәп, балалар ижады үҙәгенең эштәре, эскиз буйынса – Надежда Буранбаева (Ҡуянтау), Гөлназ Ғәлиуллина (105-се һөнәрселек лицейы), Ләйсән Йәнбәкова (1-се мәктәп), Зөлфинә Низамова, милли кейемдәрҙе заманса сағылдырыу буйынса – 2-се мәктәп уҡытыусыһы Зифа Кадаева етәкселегендәге ҡыҙҙар, Айҙар Мәжитов (ир-егеттәрҙең хәрби башҡорт кейеме, Өмөтбай), Зөлфиә Биктина (Сибай ҡалаһы), Фәнүзә Фәхрисламова, Зәлиә Ишморатова (Төркмән), Дилара Йәнбирҙина (Ярат), балалар ижады үҙәгенән Гөлфиә Рәхимова, Ләйсән Йосопова, Анастасия Васнецова, Алина Байсарина (1-се мәктәп), Раушания Закирова (105-се һөнәрселек лицейы), Рифа Шаһиева (Семеновск ауылы). 
 Ҡыҙҙарыбыҙҙың оҫта ҡулдары киләсәктә зауыҡлы модаға юл һалып, башҡорт һылыуҙарын биҙәгән, ҡабатланмаҫ образ тыуҙырған ижадҡа әүерелһен ине. 

 Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.