8 окт. 2012 г.

Күп балалы ғаиләләрҙе шатландырып


Өй ҡото, үҙ усағың янында бәхетле ғаилә ҡороу – һәр кеше өсөн иң ҙур хыял, шатлыҡ-ҡыуаныс ул. Айырыуса күп бала тәрбиәләгән парҙар өсөн ҙур, йылы йортта йәшәү бик тә мөһим.

Ошо көндәрҙә БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министры урынбаҫары И.Р. Мәһәҙиевтың ҡулынан торлаҡ һатып алыуға сертификаттар алған ғаиләләр ҙә сикһеҙ бәхет кисереүҙәрен белдерҙе. Ҡуянтауҙан Марина Горюнова һәм Ғүмәр ауылынан  Мырҙабаевтар ғаиләһен район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов та тәбрикләп үтте. Илшат Хәмит улы шулай уҡ И.Р. Мәһәҙиевҡа районыбыҙға күрһәтелгән ярҙам өсөн оло рәхмәтен белдерҙе. Ошо көндәрҙә И.Р. Мәһәҙиевтың ярҙамы менән “Водоканал” ЯСЙ-һы һәм “Йылылыҡ селтәре”нә транспорт саралары ла алынасаҡ икән. 

Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығының бүлек начальнигы Т.В. Денисова әйтеүенсә, бөгөн районда 106 биш һәм унан күберәк балиғ булмаған балалар тәрбиәләгән ғаилә йорт алыуға сиратта тора. Яңы йылға тиклем тағы бер ғаилә ошо бәхетте кисерәсәк.
Яңы нигеҙҙәрҙең ҡотло булыуын теләп, ундағы ғаиләләрҙең бәхетле йәшәүен теләйбеҙ.

Гүзәл Cалауатова.       
Автор фотоһында: Мырҙабаевтар ғаиләһе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.