29 окт. 2012 г.

Яңылыҡтар

     Иғтибар: конкурс!

     Баймаҡ учреждение, ойошма һәм предприятиелары араһында, уларҙың милекселек төрҙәренә ҡарамай, “Биләмәлә социаль программаларҙы хәл итеүҙә һәм корпоратив мәрхәмәтлелекте үҫтереү” номинацияһына “Иң яҡшы эш биреүсе” конкурсы иғлан ителде. Конкурс 2013 йылдың 15 майына тиклем дауам итәсәк.
     Тулыраҡ мәғлүмәт менән муниципаль район хакимиәтенең сайтында танышырға мөмкин. Конкурста ҡатнашыу өсөн заявкаларҙы Баймаҡ ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 1 (212-се һәм 201-се бүлмәләр) адресы буйынса тапшырырға. 

     Эстафета дауам итә

     1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүгә 200 йыл тулыу айҡанлы һәм Рәсәй тарихы йылына ҡарата ойошторолған “Атайсал тип янған йөрәктәр” һәм “Ағинәйҙәр” клубтары ағзалары ҡатнашлығында “Хәтерләйбеҙ, баш эйәбеҙ” эстафетаһы дауам итә. 22 октябрҙә Ҡолсора ауылы зыялылары эстафетаны Күсей ауылы халҡына тапшырасаҡ. 
     29 октябрҙә иһә күсейҙәрҙән эстафетаны сәйғәфәрҙәр ҡабул итәсәк.

     Спорт

     20 октябрҙә “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында ауыл биләмәләре командалары араһында район спартакиадаһы иҫәбенә өҫтәл теннисы буйынса ярыш үтәсәк. 21 октябрҙә иһә ҡала предприятиелары, учреждение-ойошмалары командалары көс һынашасаҡ.

     Йәшелләндереү

     Баймаҡ ҡалаһын йәшелләндереү буйынса саралар дауам итә. Бында Баймаҡ ремонт-төҙөлөш идаралығы ҙур өлөш индерә. Бөгөн был коллектив көсө менән Стаханов, Әлибаев урамдарына ағас ултыртыла.
     Л. ТАКАЕВА.

     Яраттарҙа акция бара

     Ярат биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа “Атайсал”, “Ағинәйҙәр” клубтары, ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар советтары “Башҡортостан ҡыҙы” журналына 2013 йылға яҙылыу буйынса “Һәр ғаиләгә – “Башҡортостан ҡыҙы” тигән акция иғлан итте. Ул 1 октябрь – Ололар көнөнә арналған байрам кисәһендә “Үҙең яҙыл да – башҡаларға бүләк ит!” тигән исем аҫтында башланды. Акцияға ауыл биләмәһендәге барлыҡ ойошма-учреждениелар ҙа дәррәү ҡушылды.
     Р. ИСМӘҒИЛЕВА, китапханасы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.