29 окт. 2012 г.

ХӘТЕР

Мостай Кәрим – милләтебеҙҙең рухи йондоҙо

  

     20  октябрь – милләтебеҙҙең рухи йондоҙо, бөйөк аҡыл эйәһе, халҡыбыҙҙың  яратҡан улы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең  тыуған көнө. Әгәр үҙе иҫән булһа, уға 93 йәш  тулған булыр ине. Ләкин бына 7 йыл  инде был көндө беҙ Мостайһыҙ ҡаршылайбыҙ. 20 октябрҙә бөйөк шағирыбыҙҙы хөрмәтләп  иҫкә алабыҙ, шиғри гәүһәрҙәрен, үлмәҫ геройҙарын хәтергә төшөрәбеҙ, фәһемле һүҙҙәрен, фекерҙәрен ҡабат тергеҙәбеҙ. Уның үлмәҫ рухы алдында баш эйәбеҙ.
    
     Мостай Кәрим... Был исем беҙҙең һәр беребеҙ, Башҡортостанда  йәшәүсе  һәр кем өсөн иң изге, ҡәҙерле исем. Сөнки ул әҙип кенә түгел, милләт улы, милләт һаҡсыһы, милләт яҡсыһы ине. Үҙенең ижады менән ул башҡорт халҡын,  Башҡортостаныбыҙҙы юғары бейеклектәргә күтәрҙе. Уның китаптары башҡорт, урыҫ телендә генә түгел, сит телдәрҙә лә күпләп нәшер ителде һәм уҡыусыларҙың һөйөүен яуланы.
     Мәшһүр шағирҙың бәләкәй саҡтарҙан яратып уҡыған “Россиянмын”, “Ҡайын япрағы тураһында”, “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” һәм башҡа бик күп шиғырҙары күңелдәрҙә яттан һөйләнелә. “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәре геройҙары ла онотолмай, тормошта беҙҙе оҙата килә. Кендектең ҡыҙыҡһыныусанлығы, Оло инәйҙең изгелеге, Мәрәһим менән Аҡйондоҙҙоң мөхәббәте беҙҙе һоҡландыра. “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәре – бала саҡ хәтирәләренең иң матур бер биҙәге булып иҫтә ҡалды. “Ярлыҡау” повесы иһә үҙенең сюжет ҡоролошо менән дә, һуғыш һәм кеше тигән мәңгелек теманың үҙенсә ҡуйылышы һәм сиселеше менән дә яңылыҡ булды. Ғөмүмән, оло әҙиптең ҡайһы ғына әҫәрен алһаң да, йылдар үтеү менән популярлығын һәм аһәңен юғалтмай, матурлыҡҡа, изгелеккә әйҙәп йәшәүен дауам итә.
   Донъяға, кешеләргә һөйөү, хәстәрле, мәрхәмәтле уй-тойғолар әҙип ижадының асылын тәшкил итә. 
     Мостай Кәримдең исеме Баймаҡ халҡында ла оло ғорурлыҡ хистәре уята. Йыл да беҙҙә “Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет” конкурсы, шиғыр һөйләүселәр, ижади бәйгеләр үтеп тора. Оло әҙип менән осрашып, уның тос фекерҙәрен үҙ ҡолаҡтары менән ишетеү бәхете лә тейҙе Баймаҡ әҙәбиәт һөйөүселәренә. Был осрашыуҙар беҙҙең күңелдәрҙә онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдырҙы.
     Яратҡан яҙыусыбыҙҙың тыуған көнөнә арнап, быйыл да районыбыҙ китапханаларында “Мостай уҡыуҙары” үтәсәк. Был сараларҙа Мостай Кәримдең ижадына һөйөү йөрөткән, уның исемен күңел түрендә һаҡлаған һәр кем ҡатнаша ала.

     Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.