29 окт. 2012 г.

Өҫтәмә эш башҡарыусыларға түләүҙәр

Запастағы граждандарҙы бронгә ҡалдырыу буйынса Башҡортостан Республикаһы комиссияһының 2012 йылдың 31 июлендә донъя күргән “Башҡортостан Республикаһында 2012 йылдың беренсе кварталында хәрби иҫәп һәм Рәсәй Федерацияһы Хәрби көстәренең запастағы граждандарын бронгә ҡалдырыу эштәре һөҙөмтәһе тураһында”ғы 4-се һанлы ҡарарын тормошҡа ашырыу маҡсатында, Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2006 йылдың 27 ноябрендә раҫланған хәрби иҫәп тураһындағы 719-сы ҡарарҙың 12-се пунктына асыҡлыҡ индерә.
 
Ойошмаларҙа 500-гә тиклем хәрби иҫәптә тороусы граждан  булһа, хәрби иҫәп һәм граждандарға бронь биреү эшен өҫтәмә эш итеп алып барырға мөмкин. Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексында ҡаралған хеҙмәт хаҡы түләү тураһындағы дөйөм нормалар өҫтәмә эш башҡарыусыларға ла ҡулланыла. Ойошмаларҙағы башҡа хеҙмәткәрҙәргә ҡаралған хеҙмәт хаҡы түләү системаһы (вазифаларға оклад күләме, өҫтәмә түләүҙәр һәм башҡа стимул биреүсе түләүҙәр) өҫтәмә эш алып барыусыларға ла ҡағыла.

Өҫтәмә эш башҡарыусыларҙың хеҙмәте хеҙмәт килешеүендә ҡаралған эш ваҡытына ҡарап билдәләнә. Был осраҡта хеҙмәт өсөн түләү хеҙмәт ҡануниәте һәм хеҙмәт хоҡуҡтары нормаларында билдәләнгән хоҡуҡи акттар, коллектив килешеүҙәр, килешеүҙәр локаль норматив акттарында ҡаралған шарттарҙан түбән булырға тейеш түгел.
Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 282-се статьяһына ярашлы, өҫтәмә эш башҡарыу түбәндәге шарттарға яуап бирергә тейеш: төп эше булған хеҙмәткәргә генә икенсе эш өҫтәп бирелә; өҫтәмә эш төп эш сәғәтәнән тыш икенсе ваҡытта башҡарыла; өҫтәмә эш даими һәм түләүле булырға тейеш; өҫтәмә эш тураһындағы хеҙмәт килешеүе төп эш урыны буйынса (эске өҫтәмә эш) эш биреүсе йәки башҡа урындағы эш биреүсе (башҡа урындағы өҫтәмә эш буйынса) менән төҙөлөүе ихтимал.
Эске өҫтәмә эш буйынса хеҙмәт килешеүе төп эш урынында башҡарылған эш, шул иҫәптән шундай уҡ вазифа, белгес, профессия буйынса ла төҙөлөүе ихтимал.
2001 йылдың 30 декабрендә редакцияланған Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексындағы эске өҫтәмә эштәрҙе башҡарыуға ҡарата индерелгән сикләүҙәр бөтөрөлдө. Хәрби иҫәп һәм граждандарҙы бронгә ҡалдырыу эштәрен алып барыу кеүек өҫтәмә сараларҙы төп эш ваҡытында башҡарыу маҡсатҡа ярашлы тип ҡарала.
Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 60.2-се статьяһы 2-се бүлегенә ярашлы, хеҙмәткәргә төп эшенән тыш, хеҙмәт килешеүе менән өҫтәмә эш: хеҙмәтләндереү зонаһын киңәйтелгән профессия (вазифа), эш күләмен арттырырға йәки ваҡытлыса булмаған хеҙмәткәрҙең бурыстарын йөкмәтергә мөмкин.
Профессияны (вазифа) өҫтәп биреү – хеҙмәткәрҙең үҙенең төп профессияһынан (вазифаһынан) тыш шул уҡ эш биреүсе тарафынан уның өсөн билдәләнгән эш ваҡытында (сменала) икенсе профессия (вазифа) буйынса эште өҫтәп биреү.
Практикала күренеүенсә, өҫтәп түләүҙең күләме коллектив килешеүҙә ҡарала һәм ул хеҙмәткәрҙең мөмкинлектәрен тигеҙләргә, хеҙмәтте тейешенсә баһаларға мөмкинлек бирә.

Ф. Ямалтдинов,
Запастағы граждандарҙы бронгә ҡалдырыу буйынса Башҡортостан Республикаһы комиссияһы рәйесе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.