29 окт. 2012 г.

Граждандар хәүефһеҙлеге

Әҙерлек юғары кимәлдә

Граждандар оборонаһы буйынса мәсьәләләр тикшерелә
16-18 октябрҙә райондағы граждандар оборонаһы идаралығы органдарының эшмәкәрлеген, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм уның эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса урындағы хакимиәткә һалынған бурыстарҙың үтәлешен, халыҡты һәм биләмәне ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән, янғын һ.б. хәүефтәрҙән һаҡлау сараларының торошон өйрәнеү маҡсатында комплекслы тикшереү үтте. Махсус комиссияны Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы начальнигының беренсе урынбаҫары З.З. Хужахмәтов етәкләне.

Сараның пленар өлөшө муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында үтте. Хакимиәт башлығы, муниципаль райондың граждандар оборонаһы начальнигы И.Х. Ситдыҡов тәүге һүҙҙе алып, Баймаҡтың социаль-иҡтисади торошо менән таныштырҙы һәм граждандар оборонаһы буйынса алып барылған эштәргә туҡталды.
Муниципаль район хакимиәтенең ҡарарына ярашлы, районда 12 ҡотҡарыу хеҙмәте ойошторолған. Шул иҫәптә 757 кешенән торған 17 штаттан тыш авария-ҡотҡарыу хеҙмәте бар.

Районда ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда берҙәм хәбәр итеү сигналы тәртипкә һалынған. Хәүеф килеп сыҡҡан осраҡта был хаҡта граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр эштәре буйынса идаралыҡ органдары аша район элемтә үҙәге, эске эштәр бүлеге һәм хәрби комиссариаты линиялары буйынса “Парус” үҙәкләштерелгән система ярҙамы менән телефон, телеграф һәм радио бәйләнештәре, шулай уҡ муниципаль район хакимиәтенең берҙәм дежур хеҙмәте аша белдереү яһала. “Парус” системаһы буйынса райондың етәкселәренә хәбәр итеү һәм уларҙы йыйыу буйынса саралар планы эшләнгән. Ҡалала тауыш көсәйткесе булған радиостанция эшләй. Ләкин ул биләмәне тулыһынса ҡапламай. Ҡала буйынса “Бөтәһенең дә иғтибарына” сигналы электр сиренаһы аша бирелә. Ул урындағы радио һәм Баймаҡ телевидениеһы, тауыш көсәйткестәр аша хәбәр ителә. Белдереү барып етмәгән урындарға сигнал һәм тауыш көсәйткестәр урынлаштырылған ҡоролмалар менән полиция хеҙмәткәрҙәре сығарыла. Ауыл биләмәләрендә белдереү урындағы радио, телевидение һәм муниципаль берәмек башлыҡтары, ойошма етәкселәре аша яһала.
 
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының бойороғона ярашлы, район хакимиәте, ойошма-предприятиелар тарафынан штаттан тыш авария-ҡотҡарыу хеҙмәттәре шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгән. Был эш бигерәк тә район элемтә үҙәге, район электр селтәре, Баймаҡ юл ремонтлау-төҙөү идаралығы, “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы һ.б. юғары кимәлдә алып барыла.
 
Кәңәшмәлә шулай уҡ вәкәләтле орган етәкселәренең дә отчеттары тыңланды. Улар махсус комиссияның һорауҙарына аныҡ яуаптар бирҙе. 
И.Х. Ситдыҡов районда граждандар оборонаһы буйынса эштәрҙе яҡшыртыу буйынса үҙ тәҡдимдәрен индерҙе. Хәрби бәрелештәр йәки башҡа төр хәүеф килеп тыуған осраҡта халыҡты, матди һәм мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлау маҡсатында урындағы үҙидара органдарының граждандар оборонаһындағы ролен күтәреү мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Авария-ҡотҡарыу хеҙмәттәрен махсус техника, ҡоролма, йыһаздар, инструменттар һ.б. менән тәьмин итеү кәрәклеге тураһында ла әйтеп үтте.
 
Районда планға ярашлы алып барылған саралар хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.

Лилиә ТАКАЕВА.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.