29 окт. 2012 г.

Бармаҡ эҙҙәрен ҡалдырам тиһәң...

Беҙ алдынғы технологиялар заманында йәшәйбеҙ. Интернет, кеҫә телефоны, компьютерҙар, хатта микрочиплы паспорттар бер кемде лә ғәжәпләндермәй. Шуға ҡарамаҫтан, элекке кеүек, беҙҙең ҡулдар ғына төп шәхес таныҡлығы булып тора. Эйе, һеҙ прическағыҙҙы ғына түгел, хатта енесегеҙҙе алмаштырһағыҙ ҙа, бармаҡ эҙҙәрегеҙ бер ҡасан да үҙгәрмәйәсәк.

Күптәр дактилоскопияны, йәғни бармаҡ эҙҙәрен алыуҙы, криминалистика күҙлегенән генә ҡарай. Ә бит бармаҡ эҙҙәрен алыу төрлө хәл-ваҡиғаларҙа ярҙам итеүе ихтимал. Ҡайһы саҡта кешенең шәхесен билдәләү киҫкен проблемаға әүерелә. Был тәбиғәт һәләкәттәре, техноген катастрофаларҙан һуң йәки кеше һөйләшә алмаҫлыҡ хәлдә булғанда айырыуса ныҡ беленә. Һөҙөмтәлә, граждандарҙы билдәләү, эҙләү оҙаҡҡа һуҙыла. Ә кеше тураһындағы дактилоскопия мәғлүмәте ошондай ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итер ине.

Оло йәштәге кешеләрҙең йыш яңылышыуы, хәтере насарайыуы, хатта үҙ исемен онотоуы билдәле. Шулай уҡ өйөнән ҡасҡан йәки юғалған балаларҙы табыу күп мәшәҡәттәр тыуҙыра. Шундай мәлдә граждандарҙың үҙ теләге менән дактилоскопия үтеүе был проблемаларҙы еңел хәл итер ине. Бармаҡ эҙҙәрен алыу, тәү сиратта, кешеләрҙең ғүмерен, һаулығын һәм именлеген һаҡлау өсөн эшләнә.
 
“Рәсәй Федерацияһында теләк буйынса дактилоскопия теркәүен үтеү” тураһындағы РФ Эске эштәр министрлығының бойороғона ярашлы, Баймаҡ эске эштәр бүлегендә граждандар дактилоскопия теркәүенә ҡуйыла. Бының өсөн дежур часына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
 
Дактилоскопия бушлай эшләнә һәм 60 минут тирәһе ваҡытты ала. Граждандар ғариза яҙа һәм үҙе менән паспорт, 14 йәше тулмаған балаларҙың тыуыу тураһындағы таныҡлығын, баланы уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыу тураһындағы йәки ҡурсыуға алыныуын раҫлаған документты алып килергә тейеш.

И. ИШБУЛАТОВ, полиция начальнигы урынбаҫары, полиция подполковнигы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.