8 окт. 2012 г.

Улар – яугир тоҡомо


Ун һигеҙенсе быуат башында Ирәндек тауҙарының көнсығыш битләүенән аҫтараҡ, Төйәләҫ йылғаһы буйында Әхмәр, Биктаһир, Дәүләт исемле кешеләр ғаиләләре менән, көтөү-көтөү малдарын ҡыуып килеп, йәшәй башлайҙар. Әхмәрҙең өс улы була: Әбделхалиҡ, Ибраһим, Рафиҡ. Ауылға Әхмәр исемен биргәндәр. Ә 1795 йылда – бишенсе ревизия ваҡытында Биктаһир тип теркәлгән (йәйә эсендә Әхмәр тип яҙылған). Тимәк, ауыл тәүге нигеҙ һалыусыларҙың исемен йөрөткән. Ун һигеҙенсе быуат аҙағында Әхмәр Сибай ауылынан ҙурыраҡ булған.

1834 йылда 51 кеше Әхмәрҙән Ҡаҙаҡ Сапҡан йылғаһы буйына күсеп ултырып, яңы ауылға Дәүләт исеме биргән. Сөнки Әхмәр ауылына нигеҙ һалыусылар менән бергә килгән Дәүләт Юлсурин был яңы ауылға нигеҙ һалыусы булған.
1816 йылда Әхмәргә тағы 27 ғаилә өҫтәлгән. Иманғол Әпеков һәм ғаиләләре менән биш улы күсеп килгән. Ауылдың өсөнсө исеме Әпек булған.
1812 йылғы Ватан һуғышында Әхмәр ауылынан ун бишенсе полк яугирҙары Йәрмөхәмәт Ишемғолов, Әбделхалиҡ Әхмәров, Салих Әбдисов (Габдюсов) ҡатнашҡан. Өсөһө лә “1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн” һәм “1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә” көмөш миҙалдары менән бүләкләнгән. Йәрмөхәмәт Ишемғолов тигән кеше Төйәләҫ ҡасабаһына күсеп киткән. Салих Әбдисов тоҡомонан Әхмәрҙә 9-10 ғаилә йәшәй.

Әбделхалиҡ Әхмәров шәжәрәһе
Әбделхалиҡ Әхмәров нәҫеле хәҙерге ваҡытта Әхмәрҙә, балалары Сибай ҡалаһында йәшәй. Әхмәрҙән өс ул – Әбделхалиҡ, Ибраһим, Рафиҡ тыуған. Рафиҡ Әхмәровтан (1765-1824) таралған нәҫел хәҙерге көндә Әхмәр ауылында йәшәй – Ҡадыровтар, Мәҡсүтовтар, 

Маннаповтар, Шахморатовтар.
Әнүәр Сәйех улы Мәҡсүтов Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине. Уның улдары Өлфәт, Миңлебай хәҙер мәрхүмдәр инде. Ҡыҙҙары Сәлимә, Фатима республикабыҙ райондарында йәшәй.
Ә бына Әнүәр ағайҙың ике туған ҡустыһы Юлай Хөрмәт улы Мәҡсүтов “Йәшлек” гәзитенең билдәле журналисы – уҡымлы, бай йөкмәткеле мәҡәләләре менән ҡыуандырҙы, хәҙерге көндә мәрхүм инде.
Әхмәр ауылында йәшәгән Мәжит Әғзәм улы Ҡадыров – Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны. “Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн”, “Хеҙмәт ветераны”, “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” һәм юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән.
Уның атаһы Әғзәм Әбделҡадир улы (1897-1986) шулай уҡ Бөйөк Ватан һәм Беренсе донъя һуғышы яугиры булған. Ватан һуғышы ордены, “Германияны еңгән өсөн”, “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” һәм юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән.
Әғзәмдең атаһы Юныс Әбделҡадир улы (1894-1962) хәрби хеҙмәттә Николай батшаны һаҡлауҙа булған, совет власы урынлашҡас, батша тапшырған наградаларҙы йәшереп, өй нигеҙенә күмгән, әммә улар әлегә тиклем дә табылмаған.
Мәжит Әғзәм улының өлкән улы Әхсән ата-әсәһен көтә. Икенсеһе – Әкрәм, Сибай ҡалаһында йәшәй. Өсөнсө улдары Әсҡәт Мәжит улы Әхмәр мәктәбе уҡыусыларын волейбол буйынса әҙерләй һәм ярыштарҙа юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Улы Рифат институт тамамлап, армияла хеҙмәт итә, ҡыҙы Нурзилә Силәбе ҡалаһында мединститутта, Илшаты тау техникумында уҡый. Бәләкәй улы һәм ҡыҙы мәктәптә белем ала.
Мәжит Ҡадыровтың бәләкәй улы Фәнил механик һөнәренә эйә, ҡыҙы Фәүзиә Сибай ҡалаһында табип булып эшләй, тормош иптәше менән бер ул үҫтерә.
Әхмәр ауылының иң данлыҡлы ғаиләләренең береһе – Маннаповтар. Солтан Хәбиб улы Башҡортостандың атҡаҙанған механизаторы, Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены менән бүләкләнгән. Ә уның улы Рамазан Солтан улы Афғанстанда хеҙмәт итеп, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән. Хәҙер ул Сибай ҡалаһында йәшәй.

Әхмәровтар
Әбделхалиҡтан Хажиәхмәт, Хажиәхмәттән Ҡотләхмәт, Мөхәмәтзәки, Факиһа, Муллахмәт тыуған. Ауыл тарихында Ҡотләхмәт Әхмәров менән Муллахмәт Халиҡов 1921 йылғы аслыҡ йылында халыҡты аслыҡтан, яланғаслыҡтан, наҙанлыҡтан арындырыу өсөн күп көс һалғаны билдәле.
Ҡотләхмәт репрессия башланғас, сит яҡтарға сығып киткән. Сөнки уның атаһы Хажиәхмәт ауыл старостаһы булған, хәлле йәшәгән. Өйөр-өйөр йылҡы, һыйыр малы тотҡан. Утыҙынсы йылдарҙа, колхоз төҙөлгәс, бер өйөр йылҡыһын колхозға биргән.
Мөхәмәтзәкиҙән өс бала – Гөлнур, Әхмәтзәки, Рауза, Маһинур (балалары – Римма, Олег) тыуған. Факиһанан Камил, Шамил, Рәүеф, Зөһрә, Зәйтүнә донъяға килә.
Ә Муллахмәт Халиҡовтан Рәйес, Мөбинә, Миҙәхәт тыуған. Колхоз төҙөлгәс, МТС-та тракторсы булып эшләгән, егәрле Муллахмәтте ВДНХ күргәҙмәһенә ебәргәндәр. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас ул яуға китә һәм әйләнеп ҡайтмай. “Хәтер” китабында уның тураһында ошондай мәғлүмәт бар – 1905 йылда тыуған, рядовой, уҡсы, 1944 йылда хәбәрһеҙ юғалған.
Шулай итеп, өс бала – Рәйес, Мөбинә, Миҙәхәт етем ҡалған. Әсәләре һуғыштан бер ҡулһыҙ ҡайтҡан Дан ордены кавалеры Шәкүр Маннановҡа кейәүгә сығып, донъя көткән, Урал, Мәймүнә исемле балалары тыуған.
1937 йылғы Рәйес Муллахмәт улы Халиҡов үҫеп еткәс, совхоздың алдынғы механизаторы булып эшләп, пенсия йәшендә мәрхүм булды. Уның балалары Ураз, Әлфирә, Әминә, Ғәлиә һәм Зифа Башҡортостандың ауыл-ҡалаларында матур тормош ҡороп, илгә тырыш хеҙмәт итеп йәшәйҙәр.

Әбдисовтар
Ә.З. Әсфәндиәровтың “Ауылдар тарихы” китабында хата киткәнме, әллә ревизия ваҡытында яңылыш яҙып алынғанмы – ауылда Габдюсов фамилиялы кеше осрамай. Хатта тирә-яҡта ла, тарихи сығанаҡтарҙа ла юҡ. Ә бына Әбдисовтар – элек-электән Әхмәр ауылында бай тарихлы тоҡом. Архивтан алынған шәжәрәлә, Салих Әбдисов тигән кеше 1812 йылғы һуғышта ҡатнашҡан, тип яҙылған.
Был тоҡом батыр Алдархан тархандан башланып киткән. Алдархандан (1668-1740) туғыҙ ул тыуған. Бер улы Йосоп тархандан Әбдис тархан тыуған, унан – Мансур. Мансур 1812 йылғы Ватан һуғышы яугиры Салих Әбдисовҡа ғүмер биргән. Салихтан Әхмәт, унан-Ҡасим, Ҡасимдан – Ибраһим, Мостафа, Сәләх тыуған. Сәләхтән Ғәлиастан, Вәлләм, Мозафар, Шәрифъямал донъяға килә. Ғәлиастан Сәләх улы Әбдисов Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған. Хәҙерге ваҡытта Әхмәр ауылында уның улы, хеҙмәт ветераны Мөхәмәт йәшәй. Ҡатыны ветеран уҡытыусы Велүрә Шәйхи ҡыҙы менән бер ҡыҙ, ике ул үҫтерҙеләр.
Вәлләм Сәләх улы Әбдисов Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ун ике бала атаһы бөгөн мәрхүм инде. Балалары атаһының юлын лайыҡлы дауам итә.
Мозафар Сәләх улы – ветеран, данлыҡлы тимерсе ине. Уның балалары ла төрлө ерҙә эшләй, тырышып донъя көтә.

Ауылымдың шәжәрәһен өйрәнеп, беҙ күп шәхестәребеҙҙе белмәүебеҙҙе аңланым. Киләсәктә тыуған яҡ тарихын ныҡлап өйрәнергә, уны туплап яҙырға уйлайым.
З. КӘРИМОВА, Әхмәр мәктәбе уҡытыусыһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий