8 окт. 2012 г.

Ветеринар – кешелек һағында тороусы


Күптән түгел Темәс ветеринария дауалауханаһы мөдире Ф.Ә. Йосопов Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Был – Фәрит Әбүзәр улының ауыл хужалығы тармағы өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләүенең һөҙөмтәһе ул.

Ветеринария хеҙмәте – ауыр, тынғыһыҙ һөнәр ул. Был өлкәлә үҙ һөнәрен яратҡан, ваҡытын һәм көсөн йәлләмәгән кешеләр генә эшләй ала. Темәс ветеринария дауалауханаһында тап шундай оҫталар тупланған. Ф.Ә. Йосопов, Р.Й. Ғималов, А.А. Сәйәховтар күп йылдар “Һәүәнәк” совхозында эшләп, ҙур тәжрибә туплаған. Ирле-ҡатынлы Рәсимә менән Ғәлимйән Байбуриндар, Бетерә ауылынан З.А. Турушева был эшкә өс тиҫтә йыл ғүмерен бағышлаған.
Темәс ветучасткаһы районда мал һаны һәм биләмәһе буйынса беренсе урында тора.Уға Темәс, Ишей, Бетерә, Әмин, Күнзавод, Таһир, Һаҡмар ауылдары инә. Белгестәребеҙҙең ҡарамағында 2400 баш һыйыр малы, 500-ҙән ашыу йылҡы малы һәм кәзә-һарыҡ иҫәпләнә. Бер үк ваҡытта малдарҙы яһалма ҡасырыу эше лә алып барыла. Күбеһенсә ит-һөт тоҡомона өҫтөнлөк бирелә. Малдарҙы ҡайҙалыр күсереү, һатып алыу, һуйыу һәм баҙарҙа һатыу ҡағиҙәләрен үтәүҙе ветеринария белгестәре контролдә тота. Яҙғы-көҙгө ветэшкәртеүҙәр ойошҡанлы үтә. Йылҡы малдарын төрлө ауырыуҙан ҡурсалау, һыйыр малдарын лейкоз, бруцеллезға тикшереү өсөн ҡан алыу, вакцинация – бына ошоноң ише күп бурыстар ята ветеринарҙар иңендә. Атап үтелгән профилактик сараларҙы ваҡытында атҡарыу бик тә мөһим, сөнки имен мал – һау-сәләмәт үрсем, тигән һүҙ.
Заман башҡа, заң башҡа, тиһәк тә, ауыл халҡы өсөн мал тотоу табыш алыуҙың төп сығанағы булып тора. “Медицина кешене дауалай, ә ветеринария бөтөн кешелекте” тигән әйтемде иҫәпкә алһаҡ, ветеринарҙар иңендә ниндәй оло бурыс ятыуына төшөнөү ауыр түгел. Уларҙың хеҙмәтен күрә һәм баһалай беләйек.

Зәйтүнә Күлдебаева.
Фотола: ветхеҙмәткәрҙәр профилактик сара ваҡытында.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.