8 окт. 2012 г.

Таулыҡайҙың танылған умартасыһы


Таулыҡай ауылында йәшәүсе Ирғәле Сәфәрғәле улы Хөсәйеновты районда танылған умартасы булараҡ яҡшы беләләр. Ул был кәсеп менән Ленин исемендәге хужалыҡта механизатор булып эшләгән сағында уҡ шөғөлләнә башлай. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ошо шөғөлөн ташламай. Хәҙер тырыш хужала йәмғеһе егерменән ашыу умарта бар. Һуңғы йылдарҙа ҡабатланып килгән аяуһыҙ ҡоролоҡ, эҫе йәй, әлбиттә, умартасылыҡ тармағына ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Шулай ҙа тырыш хужа бирешмәй, ҡорт ғаиләләрен һаҡлап ҡалыу өсөн бар көсөн һала.

Ирғәле Сәфәрғәле улы Баймаҡта үткәрелгән көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләрендә һәр саҡ әүҙем ҡатнаша. Күптән түгел ҡалала ойошторолған йәрминкәлә лә танылған умартасы халыҡты үҙенең сифатлы балы менән ҡыуандырҙы.   

Айбулат ИШНАЗАРОВ.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.