8 окт. 2012 г.

Мировой судьялар ҡорға йыйылды


Граждандарҙың хоҡуғын һаҡлау, йәмәғәт тәртибен боҙоусыларҙы яуапҡа тарттырыу кеүек мәсьәләләр һәр саҡ көнүҙәк булып ҡала. Ошо йәһәттән республикала, шулай уҡ районыбыҙҙа ла мөһим саралар ойошторола.

Кисә “Талҡаҫ” шифаханаһында мировой судьялар, уларҙың ярҙамсыларының семинар-кәңәшмәһе үтте. Унда республиканың 11 районынан хөкөмдарҙар йыйылған ине.  Кәңәшмәне БР мировой судьяларының эшмәкәрлеген ойоштороу һәм хоҡуҡи акттарҙың регистрын алып барыу буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары З.М. Ғәлләмов алып барҙы.

Тәүҙә сарала ҡатнашыусыларҙы район советы секретары Р.З. Ишбулатов тәбрикләп үтте. Радмир Зөбәйер улы республикабыҙҙың төрлө райондарынан йыйылған кешеләрҙе Баймаҡ район-ҡалаһының социаль һәм иҡтисади үҫеше, уңышлы эшләгән инвестиция программалары менән таныштырҙы.
 
Артабан мировой судьялар хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендәге үҙгәрештәр, борсоған проблемалары тураһында һөйләне. Шулай уҡ семинар-кәңәшмәгә суд приставтары, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре саҡырылған ине. Улар килеп тыуған ҡатмарлы мәсьәләләр, уларҙы хәл итеү юлдары тураһында тәжрибә уртаҡлашты. Сөнки һуңғы йылдарҙа юлдарҙа транспорт саралары күбәйә бара, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙар ҙа йыш теркәлә. Шуға күрә хоҡуҡ һаҡсылары был проблеманы хәл итеү, халыҡты, айырыуса, балаларҙы фажиғәле аварияларҙан һаҡлап ҡалыу проблемаһын күтәреп сыҡты.
 
Шулай уҡ ошо уҡ көндө “Талҡаҫ” шифаханаһында Урал аръяғы район хакимиәттәренең административ комиссиялары рәйестәре һәм секретарҙары ла семинар-кәңәшмәгә йыйылды. Сараны алып барыусы Өфө ҡалаһының Дим районы 2-се участкаһының мировой судьяһы Л.А. Захарова: “Административ комиссиялар тәүге тапҡыр ошондай кимәлдәге семинарға йыйылды. Был беҙҙең өсөн уҡыу, тәжрибә уртаҡлашыу, борсоған һорауҙарға яуап табыу маҡсатында үткәрелә. Сөнки хәҙерге ваҡытта административ комиссиялар күп проблемаларҙы хәл итеү өҫтөндә эшләй. Шул уҡ ваҡытта быларҙың барыһы ла юридик яҡтан грамоталы, дөрөҫ итеп алып барылырға тейеш икәнлеген онотмайыҡ”, – тине.
 
Артабан семинарҙа ҡатнашыусылар Лира Анатольевнаны административ комиссия барышында килеп тыуған ҡатмарлы мәсьәләләр менән таныштырҙы, уларҙы дөрөҫ итеп хәл итеү, рәсмиләштереү, протокол төҙөү эштәрен ҡараны. Шулай уҡ административ комиссияға саҡырылған граждандарҙы ваҡытында һәм дөрөҫ итеп иҫкәртеү мөһимлеге лә һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
 
Семинар-кәңәшмәлә ҡатнашыусылар бындай сараларҙың йышыраҡ үткәрелеүен, уның барышында күп аңлашылмаған һорауҙарға яуап табылыуын, тәжрибә уртаҡлашыу эштәренә ҙур ярҙам булыуын билдәләп, ҡунаҡсыл Баймаҡ районына рәхмәтен белдерҙе.
 
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Автор фотоһында: кәңәшмәлә мөһим проблемалар күтәрелде.

Комментариев нет:

Отправить комментарий