15 окт. 2012 г.

Байрамды нисек ҡаршылайбыҙ?

11 октябрҙә Башҡортостан халҡы мөһим байрамдарҙың береһе – Республика көнөн билдәләне. Ғәҙәттә, тантана алдынан яҡшы хужа йорт-ихатаһын матурлай, тәртипкә килтерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был матур йола ҡайһы осраҡта үтәлмәй. Байрам алдынан, 8 октябрҙә, муниципаль район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика  һәм кадрҙар менән эшләү бүлегенең баш белгесе А.Юлдашбаев менән ҡала ойошма, предприятие, учреждениеларының байрамса биҙәлеше менән таныштыҡ. Рейд һөҙөмтәһе бик үк яҡшынан түгел ине.

Анализ күрһәтеүенсә, үҙәктә урынлашҡан ойошма-предприятиелар байрамса биҙәлешкә һәр саҡ айырым иғтибар бирә, ә ситтәгеләр, ни сәбәптәндер, бындай сараларҙан ситтә ҡалыуҙы хуп күрә. Пенсия фонды идаралығы, халыҡ ижады үҙәге, “БИП “Комфорт-плюс” ЯСЙ-һы, “Баймаҡ” сауҙа-сервис комплексы, үҙәк ҡала дауаханаһы, Баймаҡ АТП-һы, район китапханаһы, Баймаҡ ҡаҙналыҡ бүлеге, почта, район элемтә үҙәге, “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексы, Рәсәй ДОСААФ-ының Баймаҡ бүлексәһе, район электр селтәре был яҡтан һәр ваҡытта ла биләмәләренең матур биҙәлеше менән һоҡландыра. Белем биреү учреждениеларында ла был сараға айырым иғтибар биреүҙәре һөйөндөрә.
Ә хәҙер кире миҫалдар хаҡында. “Башҡортостан Республикаһы дәүләт символикалары тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына ярашлы, дәүләт флагтарын урынлаштырыуға айырым талаптар бар. Ләкин улар һәр осраҡта ла күҙәтелә, тип әйтеп булмай. Рейд барышында ла шуға шаһит булырға тура килде. Мәҫәлән, Баймаҡ икмәк заводы, БТИ, “Баймаҡ” халыҡ кәсептәре үҙәге, “Башҡортостан” ҡунаҡханаһы, ЮХХДИ, «Ирәмәл», “Мегаполис” сауҙа үҙәгендә дәүләт флагтары яңылыш эленгән. Шул уҡ ваҡытта “Һаҡмар” ҡунаҡханаһы, “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һы, “УК ЖФБ” ЯСЙ-һы, Республика субсидиялар үҙәге дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Сибай ҡалаһындағы район-ара филиалының Баймаҡ секторы, “Урал аръяғы” МТС-ы, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге, ветеринария станцияһы, С.Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы, “Башҡорт деликатестары” ЯСЙ-һы һәм ҡайһы бер ойошмалар биләмәләрен биҙәү тураһында уйлап та бирмәгән.
Тағы ла шуға иғтибарҙы йүнәлтке килә, ҡайһы бер урындарҙа (“Дарья” магазины) күптән инде уҙған байрамдарҙы хәтергә төшөрөп торған банерҙарҙы күрергә мөмкин. Ә бына ҡалалағы сауҙа нөктәләренең байрамдан ситтә ҡалыуы аңлашылмай. “Имамов”, “Идея”, универмаг, “Йәшмә”, “Арҡайым”, “Башспирт”, “Ольга”, “Ника”, “Аҡъял” магазиндарынан тыш, биналарҙың биҙәлешенә иғтибар биргән сауҙа нөктәһе табылманы.
Республика көнөн бөтә Башҡортостан халҡы юғары кимәлдә билдәләне. Ләкин ҡайһы бер ойошма, предприятие, учреждение етәкселәренең байрамды һанға һуҡмауы аңлашылмай. Һығымтаны һәр кем үҙе яһаһын.

Лилиә ТАКАЕВА.
Автор фотоһында: “Мегаполис” сауҙа үҙәгендә дәүләт флагтары яңылыш эленгән. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий