15 окт. 2012 г.

Йонсоу көҙҙөң сағыу биҙәге

Районыбыҙҙа, бигерәк тә ауылдарҙа, яңы объекттарҙың асылыуы тормоштоң дауам итеүен дәлилләй, хатта заман ауырлығына һылтанып, ситкә “оҙон аҡса” эҙләп китеүселәрҙе уйланырға ла саҡыралыр. Ниғәмәт ауылында яңы мәҙәниәт йортоноң эш башлауы, йонсоу көҙҙөң сағыу биҙәге булып, ауыл халҡының оло шатлығына әүерелде.


7 октябрҙә үткән тантанаға ниғәмәттәрҙе ҡотларға район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов, уның урынбаҫарҙары, предприятие-ойошма, ауыл хужалығы етәкселәре, ауыл биләмәһе башлыҡтары килде. Илшат Хәмит улы ҡотлау һүҙҙәрендә: “Бөгөнгө тантананы Ниғәмәт халҡы ғына түгел, ә барыбыҙ ҙа түҙемһеҙләнеп көттөк. Ауылда мәҙәни усаҡ эшләй, дөрләп яна икән, тимәк, халыҡтың йәшәү дәрте лә һүнмәгән. Һуңғы осор районыбыҙҙа яңы объекттарҙың асылыуы, төҙөлөш эштәре барыуы киләсәккә өмөт-ышаныс уята, тормошобоҙҙо йәмләй. Был йәһәттән районыбыҙға булған иғтибар өсөн Башҡортостан Президентына, Хөкүмәткә рәхмәтлебеҙ. Шулай уҡ үҙ эшенең оҫталары булған “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы төҙөүселәренә иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ”, – тине.

“Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы директоры Р.Р. Сырлыбаев: “Райондың үҫеүе, унда яңы мәктәптәр, мәҙәниәт йорттары асылыуы ҡыуаныслы. Был тормош дауам итеүен, кешеләрҙең тырышлығын күрһәтә бит. Беҙгә халыҡты ҡыуандырған, уларға шатлыҡ өләшкән объекттарҙы ышанып тапшырыуҙары бик тә әһәмиәтле. Шуға күрә киләсәктә лә яңынан-яңы төҙөлөш эштәре башҡарылыр, йорттар, балалар баҡсалары, мәҙәниәт йорттары һ.б. ҡалҡып сығыр тип ышанабыҙ”, – тине.

Ниһайәт, тулҡынландырғыс мәл етте. Ал таҫма ҡырҡылып, тантанаға саҡырылыусылар, ауыл халҡы мәҙәниәт йортона үтте. Ике ҡатлы итеп һалынған бина заман шарттарына яуап биреүе, зауыҡлығы, матурлығы менән һоҡландырҙы.

Бындай ҙур тантанаға бер кем дә буш ҡул менән килмәгән ине. Сығыш яһаусылар мәҙәниәт йортоноң уңышлы эшләүен, кешеләрҙең ялын ойоштороуын, рәхәтләнеп күңел асыу урыны булыуын теләп, бүләктәрен тапшырҙы. Ниғәмәттәргә бай йөкмәткеле концертын тәҡдим иткән эстрадабыҙ йондоҙо, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Вилдан Яруллин һәм уның менән бергә килгән йәш йырсылар ҙа был бинала концерт -спектаклдәрҙең өҙөлмәүен, һәр көн һөйөнөслө ваҡиғалар менән үтеүен теләне.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий