31 окт. 2012 г.

АВТОТРАНСПОРТ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ КӨНӨНӘ

Йырҙы-моңдо юлдаш иткән ғаилә


 Баймаҡ автотранспорт предприятиеһында Морапталовтар ғаиләһе айырым урын биләй. Уларҙы бер-береһенән айырып ҡына яҙыу мөмкин дә түгел. Һәр ғаилә ағзаһының яҙмышы был предприятие менән тығыҙ бәйле. Хужабикә Венера Ғиниәт ҡыҙы АТП-ла шәфҡәт туташы булып эшләй. Йорт хужаһы Шәфҡәт Ирғәле улы ла ошонда тиҫтә йылдар водитель булып эшләгәндән һуң, предприятиеның һынылыш осоронда ситкә эшкә сығып китергә мәжбүр була. Бөгөн ул «Башмедьстрой» ЯСЙ-һында водитель.
 
 Венера Ғиниәт ҡыҙы бала саҡта һайлаған һөнәренә тоғро ҡалған. Үҙ эшенең оҫтаһы ул. Рейсҡа сыҡҡан һәр водитель һәм кондукторға медицина күҙәтеүе үткәрә. Улар пассажирҙарҙың ғүмере өсөн яуаплы икәнен яҡшы аңлай. 
 Матур, татыу ғаиләлә дүрт бала тәрбиәләнә. Өлкән ҡыҙҙары Гөлназ “Башавтотранспорт” ДУП-ының Өфө автотранспорт предприятиеһында кассир булып эшләй. Гүзәлиә менән Айгөл, улдары Ирназар ҡаланың 1-се мәктәбенең алдынғы уҡыусылары. Төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып еңеү яулап, ата-әсәһен ҡыуандырып ҡына торалар.
 
 Йыр-моңдо юлдаш иткән матур ғаилә – сәхнә йондоҙҙары ла. Шәфҡәт ағайҙың баянда, синтезаторҙа уйнағанын, Венера апайҙың моңло тауышы менән йырлағанын күптәр һоҡланып, яратып тыңлай. Морапталовтарҙың ғаилә сығышын Баймаҡ, күрше район һәм республика сәхнәләрендә йыш күрергә мөмкин. Районда даими уҙып килгән төрлө конкурстарҙа ла улар алдынғылыҡты бирмәй. Төрлө конкурс лауреаттары, дипломанттары. Яулаған уңыштарының кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәре булған бихисап Почет грамоталары, Дипломдары өй түрен биҙәй. Шуларҙың береһе улар өсөн бигерәк тә ҡәҙерле: 2011 – Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналған район конкурсында ҡатнашып, еңеү яулағандары өсөн муниципаль район хакимиәте тарафынан тапшырылған Почет грамотаһы.
 
 Морапталовтар бөгөн дә сәхнәлә. Улар 24 октябрҙә Учалы ҡалаһында Автотранспорт хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған төбәк-ара конкурста Баймаҡ АТП-һы намыҫын яҡлап сығыш яһаны. Төрлө һынауҙарҙы уңышлы үтеп, ғаилә 1-се урынды яуланы. Кисә Морапталовтар республика буйынса конкурста ҡатнашты.
 
 Венера Ғиниәт ҡыҙы уңған хужабикә лә. Ҡыҙҙары ла әсәһенә оҡшап уңған, егәрле. Ҡул эштәренә оҫта, бәйләргә яраталар. Ихатала ниндәй генә сәскәләр үҫмәй! Йорт-ҡуралары ла һәр саҡ бөхтә, йәмле. Был йортта шатлыҡ-ҡыуаныс мәңгелек ҡунаҡ.
 
 Йырҙы-моңдо юлдаш иткән Морапталовтар ғаиләһенә һүнмәҫ ижади ҡомар, ғаилә именлеге, бәхет теләйбеҙ.

 Л. РАЗГИЛЕВА.
 Автор фотоһы.
 

Хеҙмәттәренән халыҡ ҡәнәғәт


  Районда Урал Хунафиндың исеме яҡшы таныш. Ул пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү өлкәһендә 2008 йылдан алып яҡшы ғына уңыштарға өлгәшкән һәм тәжрибә туплаған эшҡыуар. 
 
 Ни өсөн тап ошо өлкә буйынса үҙ эшеңде асырға ҡарар иттең, тигән һорауға ул: “Бөтә кеше лә пассажирҙар ташыу эшендә эшләй алмай”, – тип яуап бирҙе. Өйләнеп ғаиләле булғас, улар бер аҙ Магнитогорск ҡалаһында йәшәй. “Прокат-монтаж” фирмаһында эшләп, таксист булараҡ үҙен яҡшы яҡтан ғына таныта һәм механик дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Ошонда үҙенең тәүге “Газель” автобусын һатып ала. Ғаиләгә йәм өҫтәп улдары донъяға килгәс, улар Баймаҡҡа ҡайтырға ҡарар итә. Бында Урал Ғәҙел улы был өлкәгә ныҡлап тотоноп, үҙ эшен асырға була.

 Тәүҙә ҡаршылыҡтар күп осрай. Ни тиһәң дә, ул ваҡытта эшҡыуарҙарҙы һәр ҡайҙа ла ҡолас йәйеп ҡаршы алыусы булмай, уларға ҡарата ҡараш та икенсе. Ләкин ныҡышмал, үҙ һүҙле егет алдына ҡуйған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн тырышып эшләүен дауам итә. «Закон буйынса ҡаралған бөтә талаптарҙы ла теүәл үтәйбеҙ. Ауырлыҡтар ҙа осрап ҡына тора. Күптәр автобуста кеше ташыйһың да, көрәп аҡса алаһың, тигән хата фекер йөрөтә”, – ти Урал.
 
 Предприятиеның водителдәре иртәнсәк рейсҡа сығыр алдынан да, эштән һуң да медицина күҙәтеүе үтә. Бының өсөн үҙәк ҡала дауаханаһы менән килешеү төҙөлгән. Водителдәр йыл һайын Өфөлә квалификацияны күтәреү институтында белемдәрен камиллаштыра. Был да мотлаҡ үтәлергә тейешле талаптарҙың береһе.
 – Беҙҙең эштә иң мөһиме – кеше ғүмере, – ти Урал Хунафин. – Сөнки улар беҙгә үҙҙәренең һаулығын, ғүмерен ышанып тапшыра. Кеше балаһын беҙгә ултыртып ебәрә икән, улар өсөн яуаплыбыҙ. 
 
 Предприятие ойошторолған тәүге йылдарҙа водителдәр йыш алмашына. Сөнки һәр кем алыҫ араларға командировкаларға йөрөргә, ҙур яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға әҙер түгел. Бөгөн бында ышаныслы водителдәр тупланған. Әйткәндәй, Урал Хунафин дүрт кешене эш урыны менән тәьмин иткән. 
 
 Хәҙерге көндә предприятие заказдар буйынса ла эшләй. Рәсәйҙең төрлө ҡалаларына ла барып етәләр. Баймаҡ халҡын 7-се маршрут буйынса хеҙмәтләндерә башлауҙарын күптәр ҡыуанып ҡаршы алғайны. Әле күптән түгел улар 8-се маршрутты асты. Бының өсөн халыҡ бигерәк тә ҡыуанды. Сөнки ҡаланың Көньяҡ микрорайонында башлыса йәш ғаиләләр, ә Иҫке Баймаҡтың Крәҫтиәндәр, Төҙөүселәр урамдарында оло йәштәгеләр йәшәй, уларға ҡаланың бер осонан икенсеһенә барып етеү өсөн автобустан автобусҡа күсеп ултырырға тура килә ине.
 
 Бөгөн предприятиела “Газель”, «Форд-Транзит», “ПАЗ” автобустары бар. Уларҙы яңыртыу буйынса эштәр алып барыла. Урал Хунафин киләсәккә пландары менән дә уртаҡлашты. Яҡын арала тағы ла бер автобус алырға уйлайҙар. Ул сағында инде 8-се маршрутҡа ике автобус йәлеп ителәсәк. Ошо көндәрҙә автобустарға телевизор ҡуйыласаҡ. 
 
 Предприятиеның үҙ базаһын булдырыу өҫтөндә янып йәшәй йәш эшҡыуар. Ошонда уҡ машиналарҙы йыуыу, шиналарҙы монтажлау уңайлыҡтары ла буласаҡ. Бөгөн ҡуртымға алынған бина өсөн күпләп аҡса китә. Уны предприятиены нығытыу өсөн тотонғанда күпкә отошлораҡ булыр ине, әлбиттә. 
 
 – Ярҙам күрһәткәндәре өсөн муниципаль район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарына, шулай уҡ яҡындарыма – ҡатыныма, улыма, ҡыҙыма рәхмәтлемен. Ғаиләмде тәүлектәр буйы күрмәгән саҡтарым да була. Улар минең ныҡлы терәгем.
 
 Халыҡ өсөн эшләгәс, уларҙың теләктәрен ҡәнәғәтләндерергә тырышабыҙ, ниндәй ҙә булһа тәҡдимдәре, уй-фекерҙәре булһа беҙгә мөрәжәғәт итһендәр. Шулай уҡ ялыуҙарын да тыңларға әҙербеҙ, – тине Урал Хунафин.
 Халыҡты хеҙмәтләндереү өсөн ал-ял белмәй эшләгән эшҡыуарҙы һәм уның уңған коллективын һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ. Ғаилә именлеге, сәләмәтлек теләйбеҙ. Хәйерле юл, һеҙгә!

Лилиә ТАКАЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.