8 окт. 2012 г.

Юлдарҙа өҙөлгән ғүмерҙәр йәки Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре нисек үтәлә?


Ни өсөн юлдарҙа кеше ғүмере ҡыйыла? Юл ҡағиҙәләрен кемдәр боҙа? Урам буйлап елдән етеҙ елгән машиналар ҡайҙа ашыға? Ошо һорау беҙҙе урамға алып сыҡты. ДОСААФ-тың Баймаҡ ойошмаһы рәйесе Р.Ш. Сәйетов, ЮХХДИ инспекторҙары Р.Ҡ. Аҡҡужин, И.И. Тимербаев менән бергә ҡала урамдарында башлыса ҡайҙа юл ҡағиҙәләре боҙолоуын, Баймаҡтың ҡайһы урамы ҙур хәүеф тыуҙырыуын, дөрөҫ ҡуйылмаған юл тамғаларын асыҡларға тырыштыҡ.


Америкала эскән килеш транспорт менән идара итеүселәрҙе 48 сәғәттән алты айға тиклем иркенән мәхрүм итәләр. Японияла иҫерек водителде күреп тә полицияға хәбәр итмәүселәргә 10 мең һум, ә водителдәрҙең үҙҙәренә 280 мең һум тирәһе штраф ҡаралған. Германияла водитель таныҡлығын тартып алалар һәм мәжбүри рәүештә алкоголизмдан дауалайҙар.
Ә беҙҙә нисек? РФ Дәүләт Думаһы транспорт менән иҫерек килеш идара итеүселәргә 100 мең һум тирәһе штраф түләттереү, бынан һуң да машинаға эсеп ултырыусыларҙы ғүмерлеккә таныҡлығынан мәхрүм итеү ҡарала. Тик был закон ҡасан үҙ көсөнә инер?


Баймаҡта водителдәр башлыса ДОСААФ-тың Баймаҡ ойошмаһында әҙерләнә. Уларҙың барыһы ла тейешле имтихан биреп, водитель таныҡлығы ала. Ләкин бөгөн урамда күптәрҙең юл ҡағиҙәләрен күҙәтмәүен, светофорҙың ҡыҙыл утына ла туҡтап тормай елдереп үтеүен күреү ҙур борсолоу тыуҙыра. Ни өсөн ҡайһы берәүҙәр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һанға һуҡмай? Үҙҙәрен генә түгел, башҡаларҙың да ғүмерен ҙур хәүеф аҫтына ҡуйыуҙарын уларға нисек аңлатырға?
– Машинаның бар ҡеүәтен файҙаланып елеүселәр, үҙҙәрен башҡаларҙан өҫтөн ҡуйыусылар, ҡалғандарҙы һанға һуҡмаусылар табылып ҡына тора, – тине Р.Ҡ. Аҡҡужин. – Водитель таныҡлыҡтарынан мәхрүм ителеп тә, машина менән идара итеүселәр, эскән водителдәр, документһыҙ транспорт менән идара итеүселәр йыш осрай.  
Инспекторҙың ошо һүҙен иҫбатлағандай, ҡаланың Тыныслыҡ урамында туҡтатҡан “Нива” автомобиленең документтары булмауы асыҡланды. Ҡаланың тап ошо урамында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һанға һуҡмаусылар йыш осрай икән. Урамдың таҡ һанлы йорттар буйлап машиналарҙы туҡтатыу тыйылыу тураһындағы билдә булыуға ҡарамаҫтан, бында улар рәт-рәт булып теҙелеп киткән. Яңы ҡағиҙә буйынса автобус туҡталыштарында машина менән туҡтау тыйыла. Ләкин бындағы “Виктория” магазины эргәһендәге автобус туҡталышын автомобилдәрҙең баҫып алыуына шаһит булдыҡ. Йәкшәмбе баҙары тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Ул көндө уның эргәһенә яҡын барыу мөмкин түгел. Йәйәүлеләргә юл бирмәгән таксиҙарҙы, башҡа машиналарҙы йырып үтеү ауырға тура килә. 
Ҡаланың 2-се мәктәбе. Бында тиҙлекте сикләүсе тамға ла, “лежачий полицейский” ҙа юҡ. Автобустар туҡталышы ла йыһазландырылмаған. Әйткәндәй, “Баймаҡ ремонт-төҙөлөш идаралығы” МУП-ы был тәңгәлдә байтаҡ саралар күрһә лә, эшләнәһе эштәр байтаҡ. Иҫкеләре алмаштырыла, яңылары барлыҡҡа килә. Ҡуйылғандары ла уҫал уйлы әҙәмдәр тарафынан емерелеп тора.
4-се мәктәп. Салауат Юлаев проспектындағы иң хәүефле урындарҙың береһе. Юлдағы “лежачий полицейский”ҙар күптән инде ашалып юҡҡа сыҡҡан. Балаларын иртәнсәк мәктәпкә алып барып, аҙаҡ килеп алыусыларҙың машиналары ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә. Урын таба алмай ҡаршы юл һыҙатына сығып ултырғандар ҙа бихисап. Мәктәптә эшләүселәрҙең дә машиналарын ошонда уҡ туҡталышҡа ҡуйыуы тағы ла тығыҙлыҡ тыуҙыра. Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллыҡ юбилейын билдәләүгә әҙерлек эштәре алып барыу планында проспектты киңәйтеү ҡаралған. Ошонда уҡ автобус туҡталышын булдырыу күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә. Был уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеге өсөн бик тә мөһим. Юбилей урамы һәм С.Юлаев проспекты киҫешкән урында, светофор булыуға ҡарамаҫтан, балаларҙың машина аҫтында ҡалған осраҡтары теркәлеп тора. Юл уртаһында ҡалғанда светофорҙың ҡыҙыл утына ла иғтибар бирмәй, елдәй етеҙ елгән машиналарҙан нисек һаҡланырға?
Бөгөн машина йөрөткән ҡатын-ҡыҙҙар күпме, тигән һорауыма Рәмил Аҡҡужин: “Күп, ләкин уларҙың һәр өсөнсөһө тиерлек юл ҡағиҙәләрен боҙоу, алкоголь ҡулланыу сәбәпле, водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән”, – тип яуапланы. “В” категорияһына уҡырға ҡатын-ҡыҙҙар күп килә. Анализ күрһәтеүенсә, улар теорияны ир-егеттәргә ҡарағанда яҡшыраҡ белһә лә, практик яҡтан һәләттәре түбәнерәк, – тип әңгәмәгә ҡушылды Р.Ш. Сәйетов. – Йылына ғына 1000-гә яҡын водитель әҙерләп сығарабыҙ. Ләкин улар араһында юл ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы, эскән килеш руль артына ултырыусыларҙы күреп борсолабыҙ. Ундайҙарға ҡайтанан әҙерлек үткәрергә кәрәк ине”.
Рейд барышында эскән килеш машинаһы менән идара иткәне өсөн водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән берәүҙең тағы ла “һуғып алып” машинаһы менән йөрөгән сағында “эләктерҙек”. Инспекторҙар уның машинаһын эвакуациялап, штраф туҡталышына оҙатырға мәжбүр булды. Кире осраҡта был әҙәмдең “сәйәхәте” ни менән тамамланыр ине икән?
Ҡаланың Йолалы урамы юғары тиҙлектә йөрөргә яратыусылар өсөн “осоу полосаһы” булып тора. Бындағы тиҙлекте 40-тан арттырырға ярамай, тигән билдә йәйәүлеләр өсөн ҡуйылған микән? Тап ошо урамда бер ҡатынды тапап киткәйнеләр. Унан башҡа ла машина аҫтында ҡалыусылар бар. Ҡаланың был биҫтәһенән 1-се мәктәпкә йөрөп уҡыған уҡыусыларҙың күп булыуын иҫәпкә алғанда, проблеманы хәл итеү мотлаҡ.
Ә инде Йолалы урамында “Башкирнефтепродукт” ААЙ-һы тапҡырындағы юл билдәһе аңлашылмаусанлыҡ тыуҙыра. Юлдың ҡап уртаһында бәләкәй сквер булғанлыҡтан, күптәр уны “әйләнмәле хәрәкәт” (круговое движение) тип ҡабул итә. Шунлыҡтан кем нисек теләй, уны шулай үтә: әйләнеп тә сығалар, тура үтеп китеүселәр ҙә бар. Рейд барышында ла шул уҡ хәлде күҙәтергә тура килде. Әйткәндәй, ДОСААФ инструкторҙары был урынды Сибайға барғанда скверҙың һул яғынан, Баймаҡ ҡатнаш-аҙыҡ заводына боролғанда уның уң яғынан үтергә өйрәтә. Рейдта ҡатнашыусылар бында торған юл тамғаларының дөрөҫ ҡуйылмауын билдәләп үтте.
Магнитогорск – Ира юлы буйында урынлашҡан “Илсебикәтау” кемпингы тирәһендә лә авариялар йыш теркәлә. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу сәбәпле, ошо урында күпме кешенең ғүмере өҙөлдө.
Баймаҡта ҡайһы бер сауҙа нөктәләре биләмәһенә инеү, сығыу юлдары тәртипкә килтерелмәгән. Ҡалалағы ике “Магнит” сауҙа үҙәгендә лә ошо хәл күҙәтелә. Унда инеү йәки сығыу өсөн соҡор-саҡырлы юлды үтергә тура килә. Сауҙа нөктәһе хужаһы ни өсөн әле булһа уның биләмәһен тәртипкә килтермәй? “Баймаҡ” сауҙа-сервис комплексы биләмәһендә машиналар ҡуйыуға махсус урын булдырылған. Ләкин бында ла “ҡорос аттар”ын Юбилей урамы буйлап тротуарға мендереп ҡуйыусылар табыла.
Таксистар өсөн универмаг ҡаршыһында махсус туҡталыш булһа ла, уларҙың ҡаланың һәр ҡайһы урынында туҡтап ултырғандарын күрергә була. Урам буйлап елдереүселәрҙең дә күп өлөшөн улар тәшкил итә. Таксистар ҡатнашлығында авариялар ҙа йыш була. Уларға ҡарата индерелгән талаптарҙың теүәл үтәлешен контролгә алыу мөһим.
Скутерҙа йөрөүсе балалар бөгөн ҙур борсолоу тыуҙыра. Юл ҡағиҙәләрен дә белмәгән, һаҡланыу сараһын да күрмәгән үҫмер егет һәм ҡыҙҙар ҡала буйлап “саба”. “Ваҡытлыса йәшәүселәр”, – тип атаны уларҙы рейдта ҡатнашыусылар. Юл һыҙаттарына ҡарамай, алда барған транспортты йә уңдан, йә һулдан уҙырға маташҡандары ла табыла. Киләсәктә скутерҙы йөрөтөү өсөн категория талап ителәсәк, тиҙәр. Ләкин был закон ҡасан үҙ көсөнә инер?
Йәйәү йөрөгәндә – водителдәрҙе, машинала булғанда йәйәүлеләрҙе әрләйем, тигән ти берәү. Шуның кеүек алдын-артын ҡарамай урамды сыҡҡан йәйәүлеләр ҙә хәүеф тыуҙыра. Уларға ҡарата ла штраф санкцияһын ҡуллана башларға ваҡыттыр, моғайын. Махсус һалынған “зебра”лар буйлап ҡына түгел, башҡа урындарҙа ла юл ҡыйыусылар һағалап тора.
Рейдҡа ДОСААФ-тың Баймаҡ ойошмаһы вәкилен осраҡлы саҡырманыҡ. Тап унда водителдәр әҙерләнә. Тимәк, юлдағы хәүефһеҙлек өсөн улар ҙа яуап бирә. Ҡайҙа, ниндәй ҡағиҙәләр күҙәтелмәүен, ниндәй хәүеф янауы тураһында курсанттар ҙа  мәғлүмәтле булырға тейеш.
Күптән түгел “зәңгәр экран”дарҙа Красноярск өлкәһендә юл ҡағиҙәһен боҙоусыларға ҡарата ҡыҙыҡлы көрәш уйлап табыуҙары тураһында хәбәр иткәйнеләр: машиналарға урынлаштырылған видеорегистратор ярҙамында юл ҡағиҙәләрен боҙоусы водителдәр тураһындағы яҙмаларҙы ЮХХДИ бүлегенә тапшыралар икән. Бәлки, беҙгә лә шундай алым ҡулланырға ваҡыттыр?
Телевизорҙан әле унда, әле бында юл-транспорт фажиғәһендә кеше ғүмерҙәре ҡыйылыуы тураһында ишетеп торабыҙ. Һаҡланғанды һаҡлармын, тигән Аллаһы Тәғәлә. Юлдарҙа һаҡ булайыҡ!
Лилиә ТАКАЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.