8 окт. 2012 г.

Тренерҙың олпат юбилейын ҡаршылап

Баймаҡ боксының “атаһы” К.Е. Сентюриндың 60 йәшенә арнап үҫмерҙәр араһында турнир башланды


К.Е. Сентюрин:
– Баймаҡ – бокс ҡалаһы. Быны ышанып әйтә алам. Үҙем әле Ҡаҙағстанда йәшәһәм дә мин башлаған эштең матур дауам итеүен күреү ҙур кинәнес тыуҙыра. Сер түгел, тренер эше ҡатмарлы, ауыр. Шулай ҙа спортсының уңышлы үҫешендә талант, эшһөйәрлек, ихтыяр көсө, йәмғиәт һәм тренерҙың эше ҙур роль уйнай. Шуға күрә лә Баймаҡта ла халыҡ-ара ярыштарҙа еңеүселәр үҫешә алыуына ҙур ышанысым бар.


Билдәле булыуынса, беҙҙең ҡаланың спорт тормошонда бокс ҙур урын биләп тора. Был алыш төрөн популярлаштырыуға ҙур көс һалған, төрлө кимәлдәге еңеүҙәр яулаған бокссыларҙы тәрбиәләгән тренер Константин Ефимович Сентюрин 26 ноябрҙә үҙенең матур юбилейын – 60 йәшен билдәләй. Төбәгебеҙҙә һәм республикала исеме билдәле спортсының ошо олпат датаһын тәбрикләп һәм Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арнап, кесе йомала “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында бокс буйынса асыҡ турнир башланды.
Ярышта йәмғеһе 69 спортсы ҡатнашырға теләк белдерҙе. Әйтергә кәрәк, уларҙың араһында 5 ҡыҙ ҙа бар ине. Бокссылар Ырымбур, Свердловск өлкәләренән, Өфө, Күмертау, Учалы, Сибай, Салауат, Белорет ҡалаларынан, Йылайыр, Күгәрсен райондарынан килде. Беҙҙең йыйылма команда ҡаланың, Урғаҙа һәм Күсей ауылдарының спортсыларын үҙенә тупланы.
Турнир асыу тантанаһында муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов сығыш яһаны. Ул сараның Уҡытыусылар көнө һәм Республика көнө алдынан үтеүе яҡшы күренеш булыуын, ҡәҙерле ҡунаҡ – Константин Ефимович Сентюриндың үҙе ҡатнашыуы турнирға айырыуса йәм биреүен белдерҙе. Илшат Хәмит улы үҙенең телмәрендә бокссыларға: “Һеҙ буласаҡ чемпиондар, тормошоғоҙҙа спорт төп урын биләргә, уҡыуҙа, аралашыуҙа ярҙам итергә тейеш”, – тине.
Артабан юғары категориялы тренер, Ҡаҙағстан Республикаһының юғары милли категориялы судьяһы, Баймаҡ боксын асыусы К.Е. Сентюрин йыйылыусылар алдында телмәр тотто. Ул бала сағы, боксҡа ылығыуы, педагогик эшмәкәрлеге тураһында иҫтәлектәре менән бүлеште. Константин Ефимович шулай уҡ әлеге ваҡытта бокс алышына өйрәтеүҙе уңышлы дауам иткән спорт мәктәбе тренерҙары Ғ. Саринға һәм А. Евстигнеевҡа үҙенең шәхси бүләктәрен тапшырҙы.
2001-2002 йылғы малайҙар, 1995-1996 йылғы үҫмерҙәр (56 кг ауырлыҡ категорияһы) һәм 1997-1998 йылғы ҡыҙҙар (52, 60 кг)  кесе йомала көс һынау өсөн алышһа, йома-шәмбелә  ярым финал һәм финал үткәрелде. Ярыштың һөҙөмтәләре менән гәзиттең киләһе һанында таныштырырбыҙ.

А.ИШНАЗАРОВ.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.