8 окт. 2012 г.

Пенсия реформаһы ҡарала

3 октябрҙә “2030 йылға тиклем пенсия системаһын үҫтереү стратегияһы” темаһына арналған матбуғат конференцияһы уҙҙы. Унда Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары А.Н. Пудов менән Рәсәй Федерацияһы Пенсия фонды идаралығы рәйесе А.В. Дроздов ҡатнашты.

Пенсия системаһын үҫтереү стратегияһы өс этапта: 2013 – 15, 2016 – 20 һәм 2030 йылдарҙа  үтәсәк. Уға ярашлы, пенсия системаһын реформалауҙың төп бурыстары пенсия түләүгә һәм пенсия системаһының тотороҡлолоғон тәьмин итеүгә йүнәлтелергә тейеш. Рәсәйҙә уны үҫтереүҙең өс кимәле ҡарала:

  1. Мотлаҡ пенсия страховкаһы дәүләт системаһы сиктәрендә хеҙмәт пенсияһы (дәүләт пенсияһы). Ул страховка иғәнәләре һәм федераль бюджеттағы бюджет-ара трансферттар иҫәбенә формалаша. Был осраҡта юғалтҡан эш хаҡының 40 % тиклеме кире ҡайтарылырға тейеш.
  2. Корпоратив пенсия. Ул эш биреүсе тарафынан хеҙмәткәрҙең шәхси һәм коллектив, йәки тармаҡ тариф килешеүе нигеҙендә формалаша. Был юғалтҡан эш хаҡының 15% тәшкил итә.
  3. Шәхси пенсия. Уны хеҙмәткәр үҙе туплай. Ул юғалтҡан эш хаҡының 5% ҡайтарырға мөмкинлек бирә.
Стратегияла пенсияға сығыу йәшен күтәреү ҡаралмай.
Стратегияны тормошҡа ашырыуҙың төп йүнәлештәре:
  • тариф-бюджет сәйәсәтен камиллаштырыу. Төп принцип – страховка иғәнәһен мотлаҡ түләү һәм бөтә төр категория эш биреүселәргә ҡарата берҙәм страховка иғәнәһе тарифын билдәләү. Үҙҙәрен тәьмин итеүселәр (шәхси эшҡыуарҙар, фермерҙар, адвокаттар...) өсөн страховка иғәнәһе күләмен бер нисә этапта пенсия түләү кимәленә тиңләштереү.
  • алдан пенсияға сығыусылар институтын реформалау. Айырым хеҙмәт шарттарында эшләүселәргә ҡарата страховка иғәнәһе түләүҙең өҫтәмә тарифын билдәләү. Мәҫәлән, бөгөн 75 процент пенсияға алдан сығыусы граждан (2,4 миллион кеше) хаҡлы ялға сыҡһа ла эшләй. Был осраҡта уларға ҡарата ташламалар һәм компенсациялар ҡарала.
Производствола айырым шарттарҙа эшләүселәргә льгота һәм компенсациялар тәғәйенләү һаҡлана.
Алдан хеҙмәт пенсияһына сығыу хоҡуғы өс категория граждандарға бүленә:
  • айырым бер эш төрҙәренә (артабан – махсус стаж) эйә булыусыларға алдан хеҙмәт пенсияһын тәғәйенләү һәм түләүгә булған хоҡуҡтары һаҡлана.
  • тулы махсус стажы һәм алдан хеҙмәт пенсияһына сығырға хоҡуҡтары булмағандарға страховка иғәнәләре түләнгән осорға арттырылған өҫтәмә тариф билдәләү хоҡуғы бирелә, был осраҡта алдан хеҙмәт пенсияһы тәғәйенләү хоҡуғы һаҡлана.
  • махсус стажы булмағандарға эш биреүселәр корпоратив пенсияға сығарырға йәки башҡа төр компенсация түләүгә гарантия бирә.
Педагогия, медицина һәм ижад хеҙмәткәрҙәрен алдан пенсияға сығарыу хоҡуғына артабан үҙгәрештәр индереү ҡарала.
Рәсәйҙә пенсияның тупланма өлөшөн формалаштырыу буйынса ун йыллыҡ тәжрибә күрһәтеүенсә, был системаның эшләнеп бөтмәүен билдәләй, йәғни ҡайһы бер граждандарҙың пенсияға булған хоҡуҡтарын юғалтыуы күҙәтелә. Страховкаланыусыларҙың пенсияға сығыу хоҡуғын камиллаштырыу маҡсатында стратегик планда уның тупланма өлөшөнә тәғәйенләнгән иғәнәне 2 процентҡа тиклем оптималләштереү һәм пенсия түләүенә уның 4 процентын йүнәлтеү ҡарала.
Стратегия планы дәүләт тарафынан граждандарҙың пенсияға булған хоҡуғын, пенсияның тупланма өлөшөн арттырыуҙы контролдә тоторға булышлыҡ итәсәк. Корпоратив пенсия системаһы буйынса алдан пенсия тәғәйенләнгәндә хеҙмәт шарттары буйынса эш урынын баһалау төп роль уйнаясаҡ.

Лилиә ТАКАЕВА әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.