31 окт. 2012 г.

ҒҮМЕР БУЙЫ УНЫ ЮҠҺЫНЫП, ТЕРЕЛӘРГӘ АРЫ БАРАҺЫ...

Район китапханаһында билдәле табип
Ф.Ш. Хисмәтуллинға арналған Ҡәҙер һәм Хәтер кисәһе үтте

     
Һәр ғүмерҙең үҙ яҙмышы була,  
Һәр кемдең дә була тәҡдире,
Ахры тәҡдир үҙе ҡушҡанғалыр, 
Халҡың күңелендә һин тере. 
   
 Алпамышалай кәүҙәле ирҙең, нескә генә тәүге яҙ сәскәләрен тотоп, ҡот уйнап торған ишек алдында “Умырзая” йырын башҡарыуы ситтән күҙәткән кешегә сәйер ҙә, ҡыҙыҡ та булып тойолор ине. Эйе, яттарға, ә Хисмәтуллиндар ғаиләһен белгәндәр был илаһи күренештән яҙ килеүен, Баймаҡ районының данлыҡлы хирург-табибы Фирғәт Шаһиғәле улының өҙөлөп яратҡан, нисәмә йылдар бергә йәшәгән Раҡия Саҙретдин ҡыҙына шул рәүешле мөхәббәтен белдереүен аңлап, һоҡланып баш сайҡап ҡуя. Рыцарҙар заманы әллә нисәмә быуаттар төпкөлөндә ҡалһа ла, Фирғәт ағай үҙенең тормош юлдашын ҡәҙерләй ҙә, һаҡлай ҙа белде. Эйе, белде, сөнки йөҙәрләгән кешеләрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалған, уларҙы әжәл ҡулынан тартып алып, яңы һулыш бүләк иткән Фирғәт Шаһиғәле улы ике йыл элек бар кешеләрҙе оло, уңалмаҫ ҡайғыларға һалып, ҡапыл вафат булды. 
 
 Фирғәт Хисмәтуллинды баймаҡтар ғына түгел, ә республикала ла бик яҡшы беләләр ине. Уның “Ай, зимагор, ҡайһылай үҙеңде ҡарамай, ҡәҙерләмәй йөрөгәнһең” йәки “Йә, зимагор, тиҙ генә йүгереп кит әле!” тигән уйынлы-ысынлы яңғыраған һүҙҙәрен ишетеп, ауырыуҙарҙа йәшәүгә дәрт, өмөт уяна ине. Бөгөнгөләй хәтеремдә, бер туҡтауһыҙ илаған кескәй улыбыҙға ла диагнозды ул шунда уҡ ҡуйҙы һәм бер нисә көн эсендә аяҡҡа баҫтырҙы. Билдәле хирург минең күҙ йәштәремде һөртөп: “Һеҙҙең улығыҙ көслө буласаҡ, башҡаса бер ҡасан да ауырымаясаҡ”, – тигәйне. Күрәһең, Фирғәт ағайҙың кешене үтә күреү һәләте булғандыр, ул хәлдән һуң туғыҙ йыл ваҡыт үтте, улыбыҙ ҙа хөрмәтле табип юрағанса ныҡ, сыҙам булып үҫеп килә. 

 Ҡаратал ауылы малайы бала саҡтан көслө һәм иҫ киткес кешелеклеге менән айырылып тора. Күрәһең, шәфҡәтле һәм миһырбанлы йөрәк шуға күрә иң изге һөнәр – табип булырға хыялланып, үҙ маҡсатына ирешкәндер. Ҡараталдар яратҡан ауылдашын йыш хәтерләй, уның ярҙамсыл, кешелекле һәм кеселекле булыуына рәхмәттәрен уҡып бөтә алмай. Рим Сөләймән улының: “Фирғәт ағайҙың студент булғанын белеү беҙҙе, йәшерәктәрҙе, тәүге оло уйҙарға сумдырғандыр. Уға ҡарап барыбыҙ ҙа студент булыу, юғары белем алыу тураһында хыяллана башланыҡ”, – тигән һүҙҙәре табиптың башҡаларҙың яҙмышын да ыңғай яҡҡа киҫкен үҙгәртеп ебәреүен дәлилләй бит. 
 
 Баланың тормошо, уның әҙәми һыҙаттары ғаиләлә тәрбиәләнә. Ниңәлер элегерәк ғаиләлә атай кешенең ҡатынын яратҡан, ҡәҙер иткән кеүек матур күренештәр һирәк йәки бөтөнләй булмаған тигән хата фекер йәшәй. Шаһиғәле Нурғәле улы һәм Мәғрифә Сибәғәт ҡыҙы ике улы Фирғәт менән Тәлғәтте оло мөхәббәткә сорнап үҫтерә. Малайҙар ата-әсәһенең бер-береһен ни тиклем яратыуын күреп, изге күңелле булып үҫә. Аталары – атаҡлы тимерсе, әсәләре йәш кенә көйө тракторcы булып эшләгән ғаиләлә һәр саҡ тик йылы һүҙҙәр генә яңғырай. Ошо йортҡа килен булып төшкән Тәлғәт Шаһиғәле улының тормош юлдашы Линера Вилдан ҡыҙы Хисмәтуллина: “Ҡот, нур, мөхәббәткә сорналған йортта йәшәй башлауыма хайран ҡала торғайным. Ҡайны-ҡәйнәм мине үҙ ҡыҙындай ҡабул итте. Уларҙан бөркөлгән күңел йылыһынан айырылғым килмәй торғайны. Беҙ ниндәй эш башҡарһаҡ та, тормош иптәштәребеҙ һәр саҡ яныбыҙҙа булды, ярҙам итте. Был ғаиләлә кешеләргә, тәү сиратта ҡатын-ҡыҙға, оло ихтирам тәрбиәләнде”, – тип хәтерләй. 
 
 Ошондай күркәм ғаиләлә үҫкән Фирғәт һәм Тәлғәт Хисмәтуллиндар Өфөлә береһе – табип, икенсеһе уҡытыусы һөнәрен үҙләштерә. 
 
 Фирғәт ағай студент йылдарында үҙенең ғүмерлек мөхәббәте – Ғафури районы ҡыҙы Раҡия Саҙретдин ҡыҙын осрата һәм тәү күреүҙән ғашиҡ була. Уйламағанда танышҡан йәштәр араһында барлыҡҡа килгән хис-тойғолар матурлығы, эскерһеҙлеге менән һоҡландыра. Йәшлек йылдарында тоҡанған һөйөү уты Хисмәтуллиндар ғаиләһенең йәшәү ҡотон һаҡлап, бәхеттәрен ишәйтеп, ғүмер буйына оҙата килә. Йөҙөнән – нур, теленән – бал, ҡулдарынан шифа тамған Раҡия Саҙретдин ҡыҙын да районыбыҙҙа барыһы ла ихтирам, хөрмәт итә. Ул – юғары категориялы акушер, РФ һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Раҡия апай тышҡы матурлығы менән генә түгел, ә эшләгән эштәре, кешеләргә булған йылы мөнәсәбәте менән сикһеҙ һоҡландыра. Ошондай гүзәл заттар тураһында ысын ҡатын-ҡыҙ тип әйтәләрҙер. Иптәшенә арналған йылы кисәлә Раҡия апай ғына түгел, башҡалар ҙа күҙ йәштәрен йәшерә алманы. Раҡия Саҙретдин ҡыҙы: “Фирғәт Шаһиғәле улы менән бергә булған йылдар өсөн Хоҙай Тәғәләгә бик тә рәхмәтлемен. Әгәр миңә биш ғүмер тәҡдим итһәләр ҙә, мин Фирғәт Хисмәтуллинға бәйле бер генә яҙмышымды һайлар инем. Ситтән төшкән киленде үҙ ҡыҙындай ҡабул иткән ҡараталдарға, ауыр саҡта янымдан китмәгән яҡындарыма, Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтемде еткерәм. Ауыр һынауҙы изге күңелле кешеләрҙең ярҙамы күтәрергә ярҙам итте”, – тине.
 
 1977 йылда йәш кенә хирург булып эш башлаған Фирғәт Шаһиғәле улы тиҫтә йылдар травматология бүлеген етәкләй, алыштырғыһыҙ патологоанатом, онколог һ.б. кәрәкле һөнәрҙәрҙе үҙләштерә. Бик күп йылдар Баймаҡ дауаханаһының профсоюз комитеты рәйесе вазифаһын да башҡара. Хәтер һәм Ҡәҙер кисәһендә уның тураһында яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашып, Гөлнур Әҙеһәм ҡыҙы Латыпова: “Эшкә килгән йәштәрҙе үҙ ҡанаты аҫтына алыр ине. Бер ҡасан да яныңдан өндәшмәй генә үтеп китмәне. Мотлаҡ хәбәрен һөйләй, хәлеңде һораша. Ҡайғыға ҡалған саҡтарҙа иң тәүҙә Фирғәт ағай ярҙам ҡулын һуҙҙы. Ауырыһам, ул шифалы ҡулдары менән башымды һылап-һыйпап, көс бирер ине...” – тине.
 
 Эйе, хирургтың һәр эш көнө һуғыш яланындағы алышҡа тиң. Төнгө дежурстволар, ауыр яралылар, көндө-төнгә ялғап операция өҫтәле янында тороуҙар, бер нисә секунд эсендә кешенең ғүмерен хәл иткән ҡарарға килеү – быларҙың барыһы ла эҙһеҙ ҡалмай, йөрәк аша үтә. Үҙең тураһында уйларға, һаулығыңды ҡайғыртырға ҡайҙан ғына ваҡыт ҡалһын? Хәтер кисәһендә Фирғәт Шаһиғәле улы тураһында үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы М.И. Ғүмәровтың да, йәш хирургтарҙың да йылы, йөрәк һүҙҙәрен яңғыратыуы беҙҙең ни тиклем ҡәҙерле, бик тә кәрәкле кешебеҙҙе юғалтыуыбыҙҙы тағы ла дәлилләне. 
 
 2010 йылда районыбыҙ тарихында иң беренселәрҙән булып “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ” миҙалына лайыҡ булғайны улар. Был сыуаҡлы, матур көн әле лә күҙ алдымда. Фирғәт Шаһиғәле улының миҙал алғанда шат йылмайыуы, Раҡия апайға матур гөлләмә бүләк итеүе. Тантана һуңынан фотоға төшөргәндә лә Фирғәт ағай төрлө ҡыҙыҡтарын теҙҙе, үҙҙәрен ҡәҙерләп килеп еткән балаларына йылы һүҙҙәрен еткерҙе. Эйе, Хисмәтуллиндар ғаиләһендә тәрбиәләнгән балалар аталарының абруйын, терәген, әсәләренең һөйөүен, наҙын тойоп, үҙҙәре лә тырыш, көслө ихтыярлы, кеше йәнле булып үҫә. Белемгә, башҡаларға ярҙам итеү ынтылышы ата-әсә ҡаны һәм тәрбиәһе аша уларға ла күскән. Тормошта үҙ урынын табып, улдары Фәнил Өфөлә – стоматолог, ҡыҙҙары Резеда Сибай институтында уҡыта, фән менән шөғөлләнә, биология фәндәре кандидаты, тормош иптәше Камил менән 2 ҡыҙ үҫтерәләр. Бәләкәй ҡыҙҙары Гүзәл дә юғары уҡыу йортон тамамлап, Лангепас ҡалаһында йәшәй, балаларға белем бирә, кейәүе Айҙар менән бер ҡыҙ үҫтерәләр. 
 
 Район китапханаһында Фирғәт Шаһиғәле улына арналған Ҡәҙер һәм Хәтер кисәһендә Хисмәтуллиндарҙың балалары, ейәнсәрҙәре, ейәненән бөркөлгән изгелек нурҙарына һоҡландым. Күрәһең, тик изгелеккә ҡоролған ғаиләлә тәрбиәләнгән ҡыҙҙар һәм егеттәргә шундай юғары кешелек сифаттары хас булалыр. “Иң яҡшы атай” республика ижади конкурсында ҡатнашып, балалары Фирғәт Шаһиғәле улы тураһында “Атайыбыҙ – ҡояш, ә беҙ уның тирәһендә әйләнгән планеталар” тип яҙған ине. Бөгөн дә улар аталары рухына тоғро ҡалып, аҡыллы кәңәштәрен тотоп, мәңге рәхмәтле булып йәшәйҙәр. 
 
 Шуныһы аяныслы, Фирғәт ағайҙың күңелен йәрәхәтләрлек, йөрәген өҙгөләрлек миҙгелдәр ҙә була. Шуларҙың иң ауыры – бер туған ҡустыһы Тәлғәттең һәм ике туған ҡустыһының теттереп донъя көтөр мәлендә генә һәләк булыуы. Фирғәт Шаһиғәле улы ҡустыһының ғаиләһен дә үҙ ҡурсыуы аҫтына алып, уның өс балаһына атай урынына ҡала. Шулай ҙа Хисмәтуллиндар бирешмәй, барыһын да һоҡландырып, матур йәшәйҙәр. Уларҙың үҙ-ара татыулығына, дуҫтарының күплегенә хайран ҡалырлыҡ. Юғары кешелек сифаттарына эйә булған Фирғәт ағай бар туғандарын да үҙ ҡанаты аҫтына алып, олоһона ла, кесеһенә лә бик ихтирамлы, иғтибарлы, ярҙамсыл, терәк-таянысҡа әүерелеп, йөрәк йылыһын һәр береһенә тигеҙ бүлеүен яҡындары әле лә һағынып иҫкә ала. 
 
 Район китапханаһы директоры Л.Ҡ. Дәүләтшина: “Типһә тимер өҙөрҙәй ут-ялҡын кеүек ир-егеттәрҙең донъяларҙы иртә ташлап китеүе бик тә аяныслы. Фирғәт Шаһиғәле улы районыбыҙҙа ғына түгел, республикабыҙҙа ла танылыу алған данлыҡлы шәхес ине. Эйе, үҙеңде аямай йөктөң иң ауырын тартыу уны беҙҙең аранан бик иртә алып китте. Шулай ҙа Фирғәт Шаһиғәле улының данлыҡлы, изге эше халыҡ хәтерендә һаҡланып, балаларында, ейән-ейәнсәрҙәрендә дауам итәсәгендә шигебеҙ юҡ. Уның рухы беҙҙең менән булыуы күңелдәрҙе тынысландыра”, – тине. 
 
 Өс тиҫтә йылдан ашыу Баймаҡ дауаханаһында ал-ял белмәй эшләгән, үҙ һөнәренең оҫтаһы булып танылған Фирғәт Шаһиғәле улы Хисмәтуллин алтын ҡулдары менән генә түгел, ихлас күңеле, йор һүҙе, шаяртыу-көлөүҙәре менән дә күпме сирлегә йән өрҙө, йәшәүгә өмөт уятты, йөрәк көсөн биреп күпме ауырыуҙарҙы аяҡҡа баҫтырҙы. Хөрмәтле яҡташыбыҙҙың тормош юлы байҡалған, ғүмер миҙгелдәре һаналған тетрәндергес кисәлә уның рухына бағышлап аят уҡылды, бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде, матур хәтирәләр телгә алынды. Күңелдәребеҙҙә яҡты хәтер, нур булып ҡалған табип халыҡ йөрәгендә мәңге һаҡланыр. 
 
 Фирғәт Шаһиғәле улы балаларына төнгө күкте күрһәтеп: “Йондоҙ атылғандан һуң ҡалған эҙҙе күрҙегеҙме? Кешенән һуң да был донъяла шундай яҡты, матур, йылы нур ҡалырға тейеш”, – тигән аманаты бар ғаиләләр өсөн яҙлыҡмаҫ ҡанунға әүерелһен ине... 

 Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
 Автор фотоһы. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.