29 окт. 2012 г.

Күңел байрамы бүләк иттеләр


Күгиҙел мәктәбендә ауыл китапханасыһы Зифа Мәүлитова тәҡдиме менән матур кисә үтте. Мәктәпкә исеме матбуғат биттәрендә даими баҫылған, моңло тауышы радиоалғыстарҙа йыш яңғыраған яҡташыбыҙ, Иҫке Сибай ауылы егете, шағир, йырсы, 2011 йылда “Юлдаш йыры” республика конкурсы еңеү-сеһе Фәнис Сирбаев менән осрашыуға Күгиҙел ауыл халҡы, уҡыусылар, уҡытыу-сылар, Билал төбәге китапха-насылары дәррәү йыйылды. 

“Юлға сығам” шиғырында әйтелгәнсә, Ф.Сирбаевтың тормошонда 3 толпар: шиғриәт, йыр һәм һүрәт алға елә. Был толпарҙар – уның йәшәү рәүеше, тәҡдире. Әйткәндәй, Фәнистең шиғырҙарына образдарҙың сағыулығы, поэтик яҡтан камиллыҡ хас. Улар әленән-әле матбуғат биттәрендә баҫылып килә. 1997 йылда сыҡҡан “Шаңдау” исемле йыйынтыҡта, “Нур усағы” тигән китапта уның шиғырҙары донъя күрҙе. Шулай уҡ Ф.Сирбаев менән әңгәмәләр, уның ижад емештәре район һәм республика гәзиттәрендә баҫылып тора. Сирбаевты шиғриәттә үҙ урынын тапҡан шағир, тип әйтергә була. Ошондай үрҙәргә менеүенә, шәхес булып танылыуына, моғайын, уның тыуған ауылы Сыңғыҙҙың, бала сағы, мәктәп йылдары үткән Шүлкә ауылының, профессиональ-техник белем биргән Баймаҡ ҡалаһының, тормош юлында осраған күренекле яҡташтарыбыҙ Б.Исҡужин, Т.Ғарипова һәм башҡаларҙың да өлөшө барҙыр.

Фәнис әлеге көндә Иҫке Сибай ауылында йәшәй. Беҙгә осрашыуға ул тормош иптәше Гөлнур менән килгән ине. Уларҙың татыу ғаиләләрендә ҡыҙ һәм ул тәрбиәләнә.
 
Кисәне йәнле итеп алып барыусы рус теле уҡытыусыһы, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Миләүшә Мансур ҡыҙы Мәүлитова шағирға төрлө һорауҙар бирҙе. Фәнис Сирбаевтың һорауҙарға шаярыу ҡатыш яуап биреүе тамашасыларға бик оҡшаны. Ул үҙенең ябайлығы, оҫта әңгәмәсе булыуы менән беҙҙе әсир итте. Әйткәндәй, уның шиғырҙарын мәктәп уҡыусылары З.Ғүмәров, А.Кирамова, З.Кирамов, Н.Йәналиналар бик матур итеп һөйләп ишеттерҙе.
 
Фәнистең шиғырҙарына йырҙар ҙа ижад ителгән икән. Яҡташыбыҙ, һәүәҫкәр композитор Вилүр Мәүлитов “Ике тирәк”, “Ғүмер” тигән шиғырҙарына көй яҙған. Әйткәндәй, улар бер-береһе менән ошо көндө тәүге тапҡыр осрашты. “Беҙ ошоға тиклем киң танылыу алған Интернет селтәре аша ғына аралаша инек, бөгөн осрашып, яҡындан танышып, аралашырға насип булды”, – тине улар ҡыуанып.
 
“Фәнис Сирбаев ниндәйҙер бер ҡалыптарға һалынған шағир түгел, ә эҙләнеү, тормош асылына төшөнөргә тырышҡан, яҡшынан яманды айыра белгән шағир. Миңә уның бөтә шиғырҙары ла яҡын, бәлки, шуға ла уларға көй яҙыуы еңел булғандыр. Бер ваҡыт район китапханаһы директоры Л.Ҡ. Дәүләтшина: “Ошо шиғырҙы уҡып ҡарағыҙ әле, Фәнис шул тиклем матур яҙған, бәлки, көй ҙә яҙып булыр”, – тигәс, мин Баймаҡтан ҡайтып еткәнсе шул шиғыр хаҡында уйланып ҡайттым. Шунда уҡ күңелгә моң да килде, мин кискелеккә ул көйҙө көйләп йөрөй инем инде. Көйҙөң бик тиҙ яҙылыуы шиғырҙың минең яҙмышҡа ла ауаздаш булыуынандыр. “Ике тирәк” кеүек күңелемә шул тиклем яҡын йырҙы, бәлки, мин бер ҡасан да яҙа алмам”, – тип күҙенә йәш алды композитор.
 
Шағир, йырсы Ф.Сирбаев йырлап ишеттергән был йырҙы залдағы тамашасылар ҙа тыныс күңел менән тыңлай алманы. “Ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм булып, олатай-өләсәй ҡулында үҫтем. Әлеге ваҡытта минең бала саҡты иҫкә төшөрөүсе өй нигеҙе һәм ике тирәк кенә ҡалды, шуға ла йөрәккә яҡын, хисле килеп сыҡҡандыр инде был шиғыр. Мин үҙем дә “Ике тирәк”те хисләнмәйенсә башҡара алмайым”, – тине Фәнис.
 
Ф.Сирбаевтың моңло йырҙарынан һуң Алмас Сирусин, Әхәт ағай Урмантаев, Мирғәсим ағай Әхмәҙиевтарҙың уға яуап итеп музыкаль сәләм тапшырыуы байрамға айырым бер биҙәк өҫтәне.
 
Күгиҙел ауыл китапханасыһы Зифа Шиһап ҡыҙы кисәне тамамлап: “Бөгөн моң менән шиғриәт, шағир менән композитор осрашты. Ошондай осрашыуҙарҙың йышыраҡ булыуын теләйек”, – тине һәм кисәне ойоштороуҙа ярҙам иткән ауыл мәктәбе уҡытыусыларына рәхмәтен белдерҙе.

Райхана Булатова.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.