29 окт. 2012 г.

БР Президенты – Сибайҙа


12 октябрҙә  Башҡортостан Президенты Рөстәм Зәки улы Хәмитов Сибай ҡалаһында эш сәфәре менән булды. Ул ҡаланың илле етенсе йыллығына арналған байрам тантаналарында ҡатнашты.

Тәүҙә ҡаланың төп урамы – Таусылар проспектында урынлашҡан скверҙа Ватан һуғышында ҡатнашыусы башҡорт полктарына арналған һәйкәл асылды. Ете метр ярымлыҡ оҙонлоҡтағы постамент һәм бронза һыбайлы һәйкәленең тап Сибай ҡалаһында ҡуйылыуы юҡҡа түгел, сөнки тап әле ҡала урынлашҡан ерҙә – Ҡарағайлы һәм Төйәләҫ йылғалары ҡушылған урында өс башҡорт полкы формалаштырыла һәм шунан Ватан һуғышына оҙатыла. Һәйкәлдең авторы – Мәскәү скульпторы Кириллов етәкселегендәге ижади коллектив.
 
– Бөгөн беҙ матур һәйкәл астыҡ. Ул Сибай ҡалаһын, Урал аръяғын ғына түгел, бөтә республиканы биҙәйәсәк. Был беҙҙең республиканан егерменән ашыу полктың Ватаныбыҙҙы һаҡлау өсөн һуғышҡа китеүен хәтерләтеүсе һәйкәл. Әлбиттә, күптәре яу яланында ятып ҡалған. Ләкин еңеүгә тос өлөш индергән данлы яугирҙарыбыҙ тураһындағы хәтер мәңге тере. Беҙҙең башҡорт полктарын бар Европа халҡы белә. Был тарихты беҙ быуаттарҙан-быуаттарға еткерергә тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов.
 
Президент шулай уҡ Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы эшселәре өсөн төҙөлгән утыҙ биш фатирлыҡ йортто ҡараны. Был фатирҙар иң тәүге сиратта ер аҫты тау эштәрендә эшләүсе юғары квалификациялы һәм киң һорау менән файҙаланған һөнәр белгестәренә биреләсәк. Фатирҙарҙың өстән бер өлөшө йәш белгестәргә, байыҡтырыу фабрикаһының юғары квалификациялы белгестәренә, тимер юлы һәм энергетика цехтары эшселәренә тәғәйенләнгән. Яңы торлаҡтың бер квадрат метры 22 мең һум тора.
 
Артабан Рөстәм Зәки улы Рәсәй Һаҡлыҡ банкының Сибай бүлексәһендә булып, уның эшмәкәрлеге менән танышты. Бүлексә бинаһына яңыраҡ капиталь ремонт эшләнгән һәм ул ҡабаттан йыһазландырылған. Офис бер нисә зонаға бүленгән. Унда клиенттарҙы тәүлек әйләнәһенә хеҙмәтләндереү, транзакция һәм һатыу зоналары, интернет-банкинг бар. Операциялар залында электрон системаһы эшләй. 2014 йылға тиклем Һаҡлыҡ банкының Сибай бүлексәһенә ҡараған Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил, Йылайыр райондарындағы, Сибай һәм Баймаҡ ҡалаларындағы офистарҙы заманса итеп үҙгәртеү планлаштырыла.
 
Ирәндек боҙ һарайында Башҡортостан Президенты ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса ойошторолған байрам ҡунағы булды. Бында шорт-трек буйынса Бөтә Рәсәй һәм республика ярыштары чемпиондары һәм призерҙары, Горняк балалар хоккей клубының йәш хоккейсылары, фигуралы шыуыу секцияһы тәрбиәләнеүселәре, Алтын шайба клубы призерҙары үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте.
 
Рөстәм Хәмитов ҡала көнөнә арнап мәҙәниәт һәм ял паркында ойошторолған күргәҙмә-йәрминкәлә ҡала халҡы менән аралашты. Экспозицияларҙы барлыҡ эре предприятиелар һәм ойошмалар, эшҡыуарҙар, таш эшкәртеү художество оҫтаханалары әҙерләгән. Президент урындағы тауар етештереүселәрҙең эшмәкәрлеген юғары баһаланы.
– Сибайҙы үҫтереү буйынса пландарыбыҙ ҙур. Яңы мәктәптәр, социаль объекттар һ.б. төҙөүҙә ярҙам итәсәкбеҙ. Иң мөһиме, эш урындары булһын. Әлеге мәлдә Сибай тау-байыҡтырыу комбинаты һөҙөмтәле эшләй, яңы предприятиелар барлыҡҡа килә. Сибай ҡалаһы артабан да динамикалы үҫешер, тип ышанам, – тине Р.З. Хәмитов.

Сәлимә Кейекбирҙина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.