29 окт. 2012 г.

ХЕҘМӘТЕНӘ КҮРӘ ХӨРМӘТЕ

ХАЛЫҠ РӘХМӘТЕ – хеҙмәтенә иң юғары баһа

Аҡыллы ҡарашлы, сабыр, мөләйем, ҡайһы саҡта үтә лә етди Шәүкәт Тәүфиҡ улы Әбдрәхимов район халҡына яҡшы таныш. Хәл итә алмаған мәсьәләләр, ниндәйҙер кисектергеһеҙ проблема килеп тыуһа: “Ә һеҙ Шәүкәт Тәүфиҡ улына мөрәжәғәт иткәнегеҙ булдымы? Ул һүҙен буш ҡалдырмай – ярҙам итә”, – тигән кәңәштең йыш яңғырауы, етәксе, үҙ һөнәрен оҫта итеп башҡарған кешенең йәшәйешенә лә, булмышына ла иң юғары баһа бит.

Оҙайлы йылдар Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһында ал-ял белмәй эшләгән Ш.Т. Әбдрәхимов 1952 йылдың 26 октябрендә Байҡара руднигында донъяға килә. Бала саҡтан ауырыуҙарға ярҙам итеү, уларҙы тылсым көсө менән аяҡҡа баҫтырыу тураһында хыялланған малай киләсәктә үҙен тик аҡ халаттағы табип итеп кенә күҙ алдына килтерә. Тырыш егет 1971 йылда медицина институтына уҡырға инә. Шаулы, күңелле студент йылдары һиҙелмәй ҙә үтеп китә. Белем менән ҡоралланған йәш белгес Сибай үҙәк ҡала дауаханаһына терапия буйынса врач-интерн итеп тәғәйенләнә. Бында бер йыл тырышып эшләгәндән һуң, Шәүкәт Тәүфиҡ улы Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының инфекция бүлеге мөдире итеп үрләтелә.

Янып эшләгән, ойоштороу һәләте менән айырылып торған Ш.Т. Әбдрәхимовты оҙаҡламай баш табиптың дауалау эштәре буйынса урынбаҫары итеп ҡуялар. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, Шәүкәт Тәүфиҡ улы һәр саҡ ябай халыҡтың һаулығы, уларҙы ваҡытында дауалау мөһимлеге кеүек мәсьәләгә ҙур иғтибар бүлде. Баш табип урынбаҫары булараҡ, ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре өсөн райондың фермаларында физиотерапевтик профилакторийҙар асыу, уларҙы медицина техникаһы, ҡорамалдар менән тәьмин итеү өсөн бар көсөн һала. Шулай уҡ ул фельдшер-акушерлыҡ пункттарына телефон үткәреү, дауалау-профилактик учреждениеларҙың эшмәкәрлеген яҡшыртыу кеүек мәсьәләләргә ҙур иғтибар бирә.
1994 йылда БР Мотлаҡ медицина страховкалау фондының Баймаҡтағы филиалы асылғас, Ш.Т. Әбдрәхимов уның директоры итеп тәғәйенләнә. Ул Баймаҡ һәм Йылайыр райондарында страховкалау фондтарының эшен яйға һала. Ш.Т. Әбдрәхимов эшләгән йылдарҙа был өлкәгә күп яңылыҡтар индерелә, ҙур эштәр башҡарыла. 2006 йылда был ойошма Сибай ҡалаһыныҡы менән берләшкәс, Шәүкәт Тәүфиҡ улы үҙенең яратҡан коллективына әйләнеп ҡайта. Ул хәҙерге ваҡытта үҙәк ҡала дауаханаһы баш табибының ойоштороу-методика эштәре буйынса урынбаҫары булып тырышып эшләй.
Шәүкәт Тәүфиҡ улы “Һаулыҡ” өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыуға бар иғтибарын йүнәлтә. Шулай уҡ “Поликлиника”, “Стационар”, “Көндөҙгө стационар”, “Шәкәр диабеты”, “Иммунопрофилактика”, “Хәүеф төркөмөнә ингән ауырлы ҡатындарға мониторинг үткәреү” һ.б. мөһим программалар ҙа уның етәкселегендә үтә.
Ш.Т. Әбдрәхимов тураһында медицина статистикаһы бүлеге хеҙмәткәрҙәре: “Һәр эште урын-еренә еткереп эшләгән, талапсан ғына түгел, ә хәстәрлекле Шәүкәт Тәүфиҡ улы беҙҙең өсөн үрнәк булып тора. Унан беҙ хеҙмәтебеҙҙе яратып башҡарырға, халыҡ менән матур мөғәмәлә итергә өйрәнәбеҙ”, – ти.
Шәүкәт Тәүфиҡ улының тырыш хеҙмәте күп һанлы Почет грамоталары, Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән. Бынан тыш, Ш.Т. Әбдрәхимов БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ойошторған төрлө конкурстарҙа уңышлы ҡатнашып, төрлө өлкәлә еңеүҙәр яуланы. Киләсәктә лә Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы һәр саҡ алдынғылар рәтендә буласағында шигебеҙ юҡ.
Йыш ҡына ҡайҙа барырға, кемгә мөрәжәғәт итергә белмәй аптыранып ҡалғанда, төрлө борсоған һорауҙарға яуап таба алмағанда Шәүкәт Тәүфиҡ улының телефонын йыябыҙ. Мөләйем тауышы менән тынысландырып, алтынға бәрәбәр кәңәштәре менән ҡанатландырған, өмөт-ышаныс бүләк иткән, кешелекле-кеселекле табипҡа оло рәхмәт һүҙҙәрен еткергебеҙ килә. Ғаиләһен, яҡындарын, коллегаларын ҡыуандырып билдәләгән юбилейы ҡотло булһын!
Шәүкәт Тәүфиҡ улының район халҡының һаулығын һаҡлау өлкәһенә, медицинаһына индергән оло хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Уға киләсәктә лә янып эшләргә, яңынан-яңы ҡаҙаныштарға өлгәшергә, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын.
 Г. САЛИХОВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий