29 окт. 2012 г.

Ҡабул итеүҙәр

Һорауҙар яуапһыҙ ҡалманы


19 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры вазифаһын башҡарыусы Хәлил Хәләф улы Рәхимов муниципаль район хакимиәте бинаһында граждандарҙы күсмә ҡабул итеү ойошторҙо. Уға Баймаҡтан алты кеше мөрәжәғәт итте.

“Баймаҡ” ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе Ф.А. Күсеева йәмғиәттең етештереүсәнлеген арттырыу маҡсатында һатып алынған икмәк бешереү ҡоролмаларын субсидиялау буйынса программаларҙың булмауына борсолоу белдерһә, “БИП “Комфорт-Плюс” ЯСЙ-һы директоры Р.Р. Мырҙабаев иһә предприятиеның мөмкинлектәрен арттырыу маҡсатында кредит юллау һәм етештерелгән продукцияларҙы һатыу проблемаһын күтәрҙе. “Баймаҡ” халыҡ кәсептәре үҙәге директоры В.З. Рәхимғолов сувенир етештереү менән шөғөлләнгән бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү программаһы менән ҡыҙыҡһынды. Түбәнән “Баймаҡ ағас эшкәртеүселәр союзы” ЯСЙ-һы директоры И.Ш. Йомағолов һәм “Ватан” ЯСЙ-һы директоры И.З. Әминев түбән сифатлы ағасты һәм металл һыныҡтарын эшкәртеү мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итте.

“Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һының баш металлургы урынбаҫары В.А. Армизонов тауар етештереү күрһәткесенең үҫеүен һәм производствоны модернизациялауҙы иҫәпкә алып, предприятиеға инвестицияларҙы йәлеп итеү мөһимлеген күтәрҙе һәм бер нисә әҙер проект бар, тип белдерҙе. Был тәңгәлдә Х.Х. Рәхимов үҙенең ҡыҙыҡһыныуын йәшермәне һәм ҡабул итеүҙән һуң, предприятиела булып, цехтарҙың эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты.

Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры вазифаһын башҡарыусы Х.Х. Рәхимов мөрәжәғәт итеүселәрҙең барыһына ла ярҙам итәсәген белдерҙе.
 
 Лилиә ТАКАЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий