29 окт. 2012 г.

Граждандар хәүефһеҙлеге

Граждандар оборонаһына – яҡшы баһа

Смотр ваҡытында.

     Хәбәр итеүебеҙсә, 16-18 октябрҙә районда граждандар оборонаһы идаралығы органдарының эшмәкәрлеген күҙәтеү буйынса комплекслы тикшереү үткәйне. Бындай күләмдәге тикшереүҙең районда һуңғы тапҡыр 2003 йылда уҙыуын иҫәпкә алып, был мөһим сараға етди иғтибар бирелде. Программа үҙ эсенә практик күнекмәләрҙе лә алды.
    
     16 октябрҙә үҙәк майҙанда урындағы граждандар оборонаһының әҙерлеге буйынса смотр үтте. Унда районда ойошторолған 12 ҡотҡарыу хеҙмәте ҡатнашты. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы начальнигы урынбаҫары З.З. Хужахмәтов етәкселегендәге махсус комиссия һәр хеҙмәттең көсө, матди-техник базаһы, эшмәкәрлеге менән ентекле танышты. Муниципаль район хакимиәтенең граждандар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү секторы, “Баймаҡ урмансылығы” дәүләт учреждениеһы, район элемтә үҙәге, район электр селтәре, Баймаҡ юл ремонтлау-төҙөү идаралығы, үҙәк ҡала дауаханаһы, Баймаҡ АТП-һы командалары юғары әҙерлектәрен күрһәтте. Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте, һаҡланыу ҡоролмалары менән тәьмин итеү, коммуналь-техник ҡотҡарыу, авария-газотехник, энергия менән тәьмин итеү, ветеринария хеҙмәте, һыу һәм канализация селтәрҙәрен хеҙмәтләндереү, йылылыҡ селтәре, санитар эшкәртеү командаларының әҙерлеге менән дә комиссия ҡәнәғәт ҡалды. Комиссия сауҙа, туҡланыу, санитар эшкәртеү командаһының ялан кухняһы эшмәкәрлеген дә тикшерҙе. З.З. Хужахмәтов ашнаҡсылар бешергән бутҡаны ла тәмләп, үҙ баһаһын бирҙе.


Смотр ваҡытында.
   Ҡотҡарыу хеҙмәтенең күптәре өсөн “Газы!” командаһы яңғыраны. Был һынауҙы ла улар уңышлы үтте.
     Беҙҙең төбәккә хас тәбиғәт һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса тактик күнекмәләр булды. “Газ-Сервис” ААЙ-һының Баймаҡ комплекслы хеҙмәте газ селтәрендәге баҫымдың һикереүе арҡаһында килеп тыуған “авария” эҙемтәһен бөтөрөү буйынса һынауҙы уңышлы тотто. Беренсе сигналды алыу менән ярҙамға килеп еткән 114-се янғын һүндереү часы, район элемтә үҙәге, эске эштәр бүлеге, “Ашығыс ярҙам”  хеҙмәткәрҙәре лә үҙ бурыстарын теүәл үтәне.
     ”БашРЭС-Белорет” ЯСЙ-һының район электр селтәре өсөн дә һынау еңелдәрҙән түгел ине. Ләкин коллективтың белгестәре үҙҙәренең бурысын оҫта үтәп сыҡты. Халыҡҡа хәүеф менән янаған электр селтәрендәге авария эҙемтәһе тиҙ арала бөтөрөлдө.
     Сибай ҡалаһында килеп тыуған “ғәҙәттән тыш хәл” арҡаһында эвакуацияланған уҡыусыларҙы ҡаланың 3-сө мәктәбендә әҙерләнгән эвакуация пункты ҡабул итте. Мәктәп коллективы – эвакуация пункты хеҙмәткәрҙәре – уларҙы ҡаршы алыу, урынлаштырыу, туҡландырыу, талап ителгән тәүге кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеү буйынса сараларҙы уңышлы башҡарып сыҡты.
     Баймаҡ лицей-интернатында “террористар” тарафынан “шартлатҡыс” һалыныуы тураһындағы сигнал, күнекмә өсөн генә яңғырауына ҡарамаҫтан, йөрәктәргә шом һалды. Ярҙамға килеп еткән эске эштәр бүлеге, янғын һүндереү часы, электр селтәре, “Ашығыс ярҙам”, “Газ-Сервис” ААЙ-һының Баймаҡ комплекслы хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ үҙҙәренең бурысын үтәргә ашыҡты. Хәүеф тыуҙырған “шартлатҡысты” эҙләргә Шико ҡушаматлы эт тә йәлеп ителде.
     Малды һәм үҫентеләрҙе ҡотҡарыу хеҙмәте белгестәре өсөн Ҡуянтау ауылындағы “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһендә “килеп тыуған” эпизоотия (ҡотороҡ) ауырыуы эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса тактик күнекмә ойошторолдо.
     Махсус комиссия шулай уҡ үҙәк ҡала дауаханаһындағы граждандар оборонаһы буйынса һаҡланыу ҡоролмаларын, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалында урынлашҡан уҡыу-консультация үҙәген ҡарап, юғары баһаланы.
     Махсус комиссия Баймаҡ районының граждандар оборонаһына “Яҡшы” билдәһен ҡуйҙы. Ләкин тынысланырға иртәрәк. Комиссия был йәһәттән эштәрҙе артабан да әүҙемләштерергә, тикшереү барышында асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ҡушты. Районда былтыр ғына ойошторолған “Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте”нең эшмәкәрлеген тәртипкә һалыу, әүҙемләштереү буйынса ла тәҡдимдәр булды.
     “Бөтәһенең дә иғтибарына!” сигналы яңғырау менән халыҡ нимә эшләргә тейеш? Был һорауға күптәрҙең яуап бирә алмауы ғәжәпләндерҙе. Бындай сигналды ишетеү менән тәү сиратта һәр кем телевизор йәки радио тоҡандырырға, белдереүҙәрҙе тыңларға һәм күрһәтмәләрҙе теүәл үтәргә тейеш.
     Күнекмәләр тамам. Уларҙың бары тик күнекмә генә булыуы ҡыуандырҙы. Граждандар оборонаһы үҙ эсенә ни тиклем ҙур бурыстар алыуына тағы ла бер тапҡыр шаһит булырға тура килде. “Зәңгәр экран”дарҙан, гәзит-журналдарҙан күреп, уҡып ҡына белгән фажиғәләрҙән беҙҙең тыуған еребеҙ азат булыуына тағы ла бер тапҡыр ҡыуанып ҡуйҙыҡ. Шулай ҙа, һаҡланғанды – һаҡлармын, тиҙәр. Халыҡ именлеге хаҡына тәүлек әйләнәһенә һаҡта торған хеҙмәттәрҙең тынғыһыҙ эшендә уңыштар теләйбеҙ.

     Лилиә ТАКАЕВА.
     Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.