8 окт. 2012 г.

Яңылыҡтар

Туризм һөйөүселәрҙең ярышы

Үткән аҙнала С.Юлаев исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркында Халыҡ-ара туризм көнөнә һәм Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналған уҡыусыларҙың туристик слеты уҙғарылды. Унда ҡала мәктәптәренең 6 – 8-се кластары һәм Баймаҡ лицей-интернаты – йәмғеһе 4 команда ҡатнашты. Палатка ҡороу, ҡаршылыҡтар һыҙатын үтеү, компас ярҙамында азимут буйынса йөрөү, крайҙы өйрәнеү викторинаһы һымаҡ төрлө һынауҙар ярайһы ғына ҡатмарлы ине. Иң аҙаҡтан еңеүселәр билдәләнде: беренсе урында – БЛИ, икенселә – 2-се мәктәп, өсөнсөгә иһә 1-се һәм 4-се мәктәптәр лайыҡ булды.   

Исем туйы үтте

Аҡморон ауыл китапханаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нәфисә Хәйрулла ҡыҙы Мәмбәтованың “Әйтер һүҙем ҡәләм осонда” тигән китабының исем туйы үткәрелде. Унда уҡыусылар, китап һөйөүселәр ҡатнашты. Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тарафынан матур концерт күрһәтелде. Был кисә Шәфҡәтлелек айлығы сиктәрендә үткәрелде һәм унда саҡырылған ололарға хөрмәт күрһәтелде. Сараны ауыл китапханасыһы Раушания Баййегетова ойошторҙо.
Гөлназ Азаматова, ауыл биләмәһе башлығы.

Йәрминкәгә килегеҙ!

8 октябрҙә ҡаланың Үҙәк майҙанында сираттағы ауыл хужалығы продукцияһы йәрминкәһе үткәрелә. Рәхим итегеҙ!
Ойоштороу комитеты.

Программала ҡатнашығыҙ!

“2011-2013 йылдарҙа крәҫтиән-фермер хужалыҡтары базаһында ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү” республика маҡсатлы программаһы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы бюджетынан субсидиялар биреүгә ғаризалар ҡабул ителә. Был программаның төп маҡсаты булып КФХ базаһында 25 баштан алып 100 башҡа тиклем һыйыр малы үрсетеүсе ғаилә һөтсөлөк фермаларын булдырыу һәм комплектлау тора.
Субсидиялар программала ҡатнашыусы статусы алған хужалыҡтарға бирелә. Һауыу ҡоролмалары һәм аппараттары, һөттө таҙартыу һәм һыуытыу ҡоролмалары, һөттө һаҡлағыс, тоҡомло һәм тоҡомло булмаған мал һатып алған осраҡта субсидиялар бүленә. Шулай уҡ инженер инфраструктураһына ла дәүләт ярҙамы ҡаралған.
Был программала ҡатнашырға теләүселәр тулы мәғлүмәт алыу өсөн “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала, тел. 2-17-15.

Ә күңелдә һаман яҙ әле...

30 сентябрҙә Халыҡ-ара ололар көнөнә ҡарата Темәс ауыл мәҙәниәт йортонда “Ә күңелдә һаман яҙ әле...” тигән байрам сараһы үтте.
Хаҡлы ялдағы, оло йәштәге апай-ағайҙар үҙҙәренең инициативаһы менән ауылдаштары өсөн бай йөкмәткеле концерт ойошторҙо һәм барыһы өсөн дә матур ял сәғәттәре бүләк итте. Сәстәренә сал ҡунһа ла, йәштәре 70, 80-гә артылһа ла, әле һаман дәртле, йыр-моңға ғашиҡ, ут сәсрәтеп бейегән, өҙҙөрөп гармун уйнаған апай-ағайҙар ҙур һоҡланыу уятты һәм уларҙың сығыштары тамашасыларҙың дәррәү алҡыштарына күмелде. Матур байрам урындағы ауыл биләмәһе хакимиәте һәм мәктәп етәкселеге тарафынан ойошторолған сәй табыны артында дауам итте. Ололар барыһына ла ҙур рәхмәт әйтеп, саранан көс-дәрт алып, ҡанатланып таралышты.
Л. Ишбаева.

Хроника

“Һаҡмар” редакция-нәшриәт комплексы дәүләт унитар предприятиеһы директоры (“Һаҡмар” гәзите мөхәррире) вазифаһын башҡарыусы итеп быға тиклем Баймаҡ ҡалаһының 3-сө урта белем биреү мәктәбе муниципаль белем биреү бюджет учреждениеһында уҡытыусы булып эшләгән Сәфәрғәлин Заһит Замир улы тәғәйенләнде.
Быға тиклем Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары булып эшләгән Йәндәүләтов Илһам Миңлеғәле улы, З.Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте БР дәүләт унитар предприятиеһы директоры итеп тәғәйенләнеү сәбәпле, биләгән вазифаһынан бушатылды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.