8 окт. 2012 г.

Уңғандар – донъя тотҡаһы


Беҙҙең Байыш ауылында тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, ең һыҙғанып, гөрләтеп донъя көткән уңған ғаиләләр бихисап. Шундай ғаиләләрҙең береһе Зәкиә һәм Ғосман Әширбаевтар.

Улар икеһе лә Байыш ауылында унар балалы ишле, матур ғаиләләрҙә тыуып үҫкән. Бәлки, шуғалыр ҙа тәрбиәле, уңған, хеҙмәт һөйөүсәндер улар.
Ауыл ерендә донъяң түңәрәк булһын, алға барһын өсөн тырыш булырға, ете ҡат тиреңде түгергә кәрәк. Барыһына ла өлгөрөп, донъянан тәм табып йәшәр өсөн берҙәмлек тә, маҡсаттарҙың бер иш булыуы ла зарур. Зәкиә менән Ғосман Әширбаевтар йәшәгән йорт әллә ҡайҙан балҡып ултыра, иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә. Уларҙың ихаталарына инеү менән үҙеңде әкиәт донъяһына ингәндәй хис итәһең. Ишек алды гөл-сәскәләргә күмелгән. Ниндәйҙәре генә юҡ араларында?! Ә уларҙы тәрбиәләүгә күпме ваҡыт сарыф ителә – был хаҡта хужабикә – Зәкиә Таһир ҡыҙы үҙе генә белә. Аҡҡош, терпе, бәшмәк, хатта ҡояш апай һындары ла урын алған бында. Улар барыһы ла ғаилә башлығы Ғосман Вәғиз улының бай фантазияһы тураһында һөйләй.
Ғосман да, Зәкиә лә мәктәптә эшләйҙәр: береһе – кочегар, икенсеһе – ашнаҡсы. Кәртәләре тулы мал, ҡош-ҡорт. Донъяны матур итеп ҡороуға дәртен, һәләтен, көсөн һалған Әширбаевтарға бар ауыл халҡы һоҡлана. Ысынлап та, һоҡланырлыҡ шул. Эшһеҙлектән аптыранып ултырмайҙар, һәр ваҡыт ниндәй ҙә булһа эш менән мәшғүлдәр. Балалары ла эш һөйөүсән булып үҫеп килә. Зөбәржәт менән Айзилә юғары уҡыу йортонда белем алалар, кинйәләре Зекериә әле мәктәптә уҡый. Зәкиә – хәстәрлекле килен дә. Ҡәйнәһе Герой-әсә Мәғәтифә Хөсәйен ҡыҙы менән килешеп, бергә матур, татыу ғүмер итәләр. Йәш саҡта донъя ауырлыҡтарын ҡәйнәһе күтәрешһә, хәҙер инде Зәкиә ҡәйнәһенә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә.
Тирә-яҡтағыларҙы һоҡландырып ҡына ҡалмай, сәмләндереп тә йәшәй белгән был пар кешеләргә лә ярҙамсыл, күрше-күләне менән дә татыу йәшәй. Бер һүҙ менән әйткәндә, бар яҡтан килгән матур ғаилә ул Әширбаевтар. Ысынлап та, бер-береңде аңлап, бер төптән егелеп донъя йөгөн тигеҙ тартҡанда ғына тормош та алға бара, барыһына ла өлгөрөп тә була шул.

Ф. Таштимерова.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.