8 окт. 2012 г.

Район Советы ултырышында


Халыҡ ижады үҙәгендә Баймаҡ районы муниципаль район Советының 46-сы ултырышы үтте. Уның эшендә муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов ҡатнашты. Ултырышты район Советы рәйесе Д.Ю. Сәйғәфәрова алып барҙы.

Көн тәртибенә дүрт мәсьәлә сығарылды. Иң тәүҙә Баймаҡ районы муниципаль район биләмәһендә халыҡҡа сауҙа һәм көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү торошо һәм уны яҡшыртыу буйынса саралар тураһында хакимиәт башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары З.Т. Ушанов сығыш яһаны. “Сауҙа тармағы – район иҡтисадының иң мөһим өлкәләренең береһе. Әлеге көндә район буйынса 793 эшҡыуар теркәлгән, бөтәһе 429 сауҙа объекты бар. Эшҡыуарҙар халыҡты эш менән тәьмин итеү өлкәһендә лидерҙар рәтендә. Шулай уҡ бюджетҡа йыйылған һалымдың күп өлөшөн дә тап улар индерә. Һуңғы йылдарҙа шәхси эшҡыуарҙар һәм инвесторҙар көсө менән 75 яңы сауҙа объекты төҙөлгән һәм сафҡа индерелгән. Уңыштар менән бер рәттән был өлкәлә проблемалар ҙа бар. Киләсәктә хеҙмәтләндереү кимәлен яҡшыртыу, лайыҡлы кадрҙар әҙерләү, хаҡтарҙы тотороҡло итеү, һатылған тауарҙың сифатын күҙәтеү, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын боҙмау кеүек мәсьәләләрҙе хәл итәһе бар”, – тине Зариф Тәфтизан улы. Фекер алышыуҙарҙа ауыл биләмәләре башлыҡтары Б.Д. Нурдәүләтов, Ф.Ф. Садыҡов, шәхси эшҡыуарҙар Н.Н. Жжонов, Е.Ю. Ғәйнуллина, М.М. Мөхәмәтшина, М.Ә.Ҡорбанғәлиев, А.Х. Ғөбәйҙуллина ҡатнашты.  
Артабан эпидемик миҙгелдә грипты һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияларҙы профилактикалау хаҡында үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы М.И. Ғүмәров һөйләне. Ул профилактик сараларҙың, йәғни грипҡа ҡаршы вакцинациялауҙың һөҙөмтәлелегенә баҫым яһап, был тәңгәлдә әүҙем эшләгән предприятие-ойошмаларҙы – “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һы, “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы, “Баймаҡ икмәк заводы” ААЙ-һы, Темәс ПНИ-һы, “Баймаҡ” ҡулланыусылар йәмғиәте һ.б. атап үтте. Миңлеғәле Ишмөхәмәт улы әйтеүенсә, әгәр бер класта балаларҙың 30 проценты грипп менән ауырый икән, карантин иғлан ителергә тейеш. Эпидемик ауырыуҙарҙың таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн иң ышаныслы сара – вакцина эшләтеү. Әлеге көндә бер вакцина 210 һум тора. Уны 28-се үҙәк аптека аша заказ менән алдырырға мөмкин.
Унан һуң 2012 йылға муниципаль район бюджетына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү, муниципаль милектең реестр иҫәбе һәм уны алып барыу тәртибе тураһындағы мәсьәләләр ҡаралды. Совет рәйесе Д.Ю. Сәйғәфәрова район буйынса инвестиция уполномоченныйын тәғәйенләү тураһында һөйләне һәм был вазифаға муниципаль район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары З.Т. Ушановты тәҡдим итте. Депутаттар был тәҡдимде хуплап тауыш бирҙе. Шулай уҡ көн тәртибенә сығарылған барлыҡ мәсьәләләр буйынса тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде. Д.Ю. Сәйғәфәрова икенсе саҡырылыш муниципаль район Советының һуңғы ултырышына йыйылған депутаттар корпусына һөҙөмтәле эшмәкәрлектәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, әүҙем депутаттарға Почет грамоталары тапшырҙы.
Һуңынан 14 октябрҙә үтәсәк муниципаль кимәлдәге һайлауҙы тейешенсә ойоштороу, Республика көнөн билдәләү, уның сиктәрендә уҙасаҡ сараларға әҙерлек һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды.

Сәлимә Кейекбирҙина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.