8 окт. 2012 г.

Викторинала ҡатнашығыҙ!


14 октябрҙә үтәсәк муниципаль кимәлдәге һайлауҙарға арнап гәзит уҡыусылар араһында иғлан ителгән викторина дауам итә.
Викторинала гәзит уҡыусылар әүҙем генә ҡатнаша. Яуаптарҙы анализлау күрһәтеүенсә, һайлау уҙғарыу тәртибен, һайлаусылар хоҡуҡтарын һәм ошо тәңгәлдәге закондарҙы барыһы ла яҡшы белә, тип әйтеп булмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, икенсе турҙа ла бер генә кеше еңеүсе булды. Ул – Баймаҡ ҡалаһынан Гөлдәр Кәримова. Барығыҙға ла уңыштар теләп, викторинала үҙ көсөгөҙҙө һынап ҡарарға саҡырабыҙ.

Викторина яуаптары:

1. Һайлау бюллетенендә теркәлгән кандидаттарҙың фамилиялары алфавит тәртибендә күрһәтелә.
2. Закон буйынса һайлау комиссияларының хәл иткес тауышҡа эйә булған ағзаларын коллектив йыйылышы күрһәтә ала.
3. Халыҡтың власын күрһәтеүсе иң юғары ысул – референдум һәм ирекле һайлауҙар.
4. Һәр һайлау участкаһы биләмәһендә 3500-ҙән күп булмаған һайлаусы теркәлергә тейеш.
5. Территориаль һайлау комиссияһының вәкәләте 5 йыл.
6. 14 октябрҙә муниципаль район биләмәһендә һайлау ваҡыты – иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем.


Өсөнсө турға викторина һорауҙары:

1. Әгәр һайлаусы һайлау бюллетенен тултырғанда яңылышып, участка һайлау комиссияһы ағзаһына яңы һайлау бюллетене һорап мөрәжәғәт итһә, участка һайлау комиссияһы ағзаһы ни эшләргә тейеш?
а) һайлаусыға яңы һайлау бюллетене бирергә тейеш;
б) һайлаусыға яңы һайлау бюллетене бирә һәм һайлаусылар исемлегенә ошо һайлаусы фамилияһы тәңгәленә был хаҡта тейешле билдә һәм үҙенең ҡултамғаһын ҡуя;
в) яңы һайлау бюллетене биреүҙән баш тарта.

2. Һайлаусы үҙаллы һайлау бюллетенен тултыра алмаһа, уға кем ярҙам итә ала:
а) участка һайлау комиссияһы ағзаһы;
б) күҙәтеүсе;
в) икенсе һайлаусы;
г) һайлау комиссияһы ағзаһы, теркәлгән кандидат, һайлау берекмәһе вәкиле йәки ышаныслы кешеһе, күҙәтеүсе булмаған икенсе һайлаусы.

3. Башҡортостан Республикаһында территориаль һайлау комиссияһы компетенцияһы, вәкәләттәре һәм барлыҡҡа килтереү тәртибе билдәләнә:
а) “Һайлау хоҡуҡтарының төп гарантиялары һәм Рәсәй Федерацияһы граждандарының референдумдарҙа ҡатнашыуға хоҡуҡтары тураһында”ғы федераль Закон менән;
б)  Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы менән;
в) Башҡортостан Республикаһының Һайлауҙар тураһындағы Кодексы менән;
г) муниципаль берәмектәр уставтары менән.

4. Күҙәтеүсе хоҡуҡлы:
а) һайлаусылар исемлеге, тауыш биреү биналарынан тыш һайлау тураһында ғаризалар реестры менән танышырға;
б) һайлаусыларға һайлау бюллетене таратырға;
в) һайлау бюллетендәрен иҫәпләүҙә ҡатнашырға;
г) һайлаусылар араһында һайлау алды агитацияһын алып барырға.

5. Һайлау бюллетенен иҫәпләгәндә ҡатнаша ала:
а) тауыш биреү өсөн тәғәйенләнгән биналағы барлыҡ кешеләр;
б) участка һайлау комиссияһы рәйесе, рәйес урынбаҫары һәм секретары;
в)  участка һайлау комиссияһының хәл иткес тауышҡа эйә ағзалары;
г) участка һайлау комиссияһының хәл иткес тауышҡа һәм кәңәшләшеү хоҡуғына эйә ағзалары.

Яуаптарығыҙҙы 3 октябргә тиклем гәзитебеҙҙең электрон адресына (sakmar07@rambler.ru) ебәрә йәки 3-13-24 телефонына шылтыратып әйтә алаһығыҙ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.