31 окт. 2012 г.

 Яңылыҡтар

Юл яҡшырған

 Аҡморон ауыл биләмәһе башлығы Г.М. Азаматова әйтеүенсә, Баймаҡ ДРСУ-һының көсө менән Ҡаратал –Аҡморон юлы ремонтланған. Ике ауыл халҡы ла ошондай яҡшы эште башҡарған ДРСУ хеҙмәткәрҙәренә бик тә рәхмәтле. “Ремонтланған юлдан йөрөүе лә еңел, күңелдәр ҙә тыныс”, – ти кешеләр.
 

Ишмырҙала...

 Ишмырҙала Ҡорбан ғәйете ауылдың имам-хатибы Әмирхан Абыҙгилдиндың намаҙға саҡырыуынан, артабан вәғәздәр һөйләүенән башланды. Унан халыҡ Ҡорбан ашына йыйылды. Байрамды үткәреүҙә “Байҡара” агрофирмаһы, ауыл биләмәһе, урындағы эшҡыуарҙар—аҡсалата, табын әҙерләүҙә Таңһылыу Һағынбаева, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҙур әүҙемлек күрһәтте. Табынға килә алмаған ҡарттар, ғәрип балаларға аш-һыу йорттарына таратылды.
 

...Хәсәндә – байрам 

 Хәсән ауылында Ҡорбан ғәйетен үткәреүгә БДУСИ директоры З.Ғ. Йәрмөхәмәтов ҙур ярҙам күрһәтте. Ул тыуған ауылында иман йорто төҙөү өсөн дә күп көс һала. Мәсетте төҙөкләндереү, газ үткәреү һ.б. уйҙар менән янған, мосолман байрамдарына ҙур иғтибар биргән З.Ғ. Йәрмөхәмәтовҡа хәсәндәр бик тә рәхмәтле. 
 

Сәләмәт булғың килһә

 Ҡала бассейны һәм “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында кешеләргә һау-сәләмәт тормош алып барыу өсөн бар уңайлыҡтар булдырылған. Көнитмешен спортһыҙ күҙ алдына килтерә алмағандар өсөн махсус абонемент тәҡдим ителә. Уның буйынса бассейнға, тренажер залдарына йөрөү арзаныраҡҡа төшә. 
 

Күңелле саралар көтөлә

 Ноябрҙә ҡаланың предприятие-ойошмалары араһында КВН уйындары үтәсәк. Ул Баймаҡтың – 75 һәм ҡойоу-механика заводының 100 йыллығы айҡанлы үткәрелә. Күңелле сарала ҡатнашырға теләүселәр 1 ноябргә тиклем район хакимиәтенең йәштәр бүлегенә заявка бирергә тейеш. Белешмә өсөн телефон – 3-16-37. 
 Г. ИҪӘНГИЛДИНА.

Мәсет төҙөлә

 Мерәҫ мәсетенә нигеҙ һалырға һәм төҙөргә ярҙам иткән “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы директоры Р.Р. Сырлыбаевҡа, МТС-тың Баймаҡ филиалы директоры А.Р. Хөсәйеновҡа, Баймаҡ урман хужалығы директоры Д.Д. Абдуллинға ауыл халҡы исеменән оло рәхмәтемде белдерәм. Уртаҡ көс, изге теләк-ниәт менән беҙҙең ауылда ла аҙан тауышы яңғырар.
 Хәмзә ХАФИЗОВ.

Ҡотлайбыҙ!

 Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге оҙайлы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн һәм 60 йәше тулыу айҡанлы Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы урынбаҫары Әбдрәхимов Шәүкәт Тәүфиҡ улы муниципаль район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.