31 окт. 2012 г.

ИҒТИБАР: ФЕДЕРАЛЬ КОНКУРС!

Конкурста ҡатнашығыҙ

 
 Моноҡалаларға ярҙам күрһәтеү сиктәрендә Рәсәй Федерацияһы Төбәкте үҫтереү министрлығы, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2011 йылдың 10 авгусында донъя күргән күрһәтмәһе буйынса “Төбәк – тотороҡло үҫеш” федераль проект-инвестиция конкурсын уҙғарыу тураһында иғлан итә. Конкурс “Рәсәй Һаҡлыҡ банкы” ААЙ-һы, Рәсәй сәнәғәтселәре һәм эшҡыуарҙары союзы һәм башҡа ойошмалар тарафынан ойошторола. Конкурста торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, һыу-канализация хужалыҡтары, инфраструктура объекттары төҙөлөшө, ауыл хужалығы, сәнәғәт, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса эшләгән компаниялар ҡатнаша ала.

 Конкурс сиктәрендә үрҙә һанап кителгән өлкәләр буйынса иң яҡшы проекттар һайлап алынасаҡ. Конкурс шарттарына ярашлы, унда юридик берәмектәр саҡырыла. Был осраҡта проекттың хаҡы 50 миллион һумдан кәм булырға һәм 1 миллиард һумдан артырға тейеш түгел. Шулай уҡ объектҡа һалынасаҡ сумманың 10 проценты юридик берәмектең үҙ аҡсаһы һәм төҙөлөш өсөн билдәләнгән ер бүлеме шәхси милек йәки оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға алынған булырға тейеш.
 
 Конкурста ҡатнашыу өсөн заявкаларҙы 1 октябрҙән 25 ноябргә тиклем түбәндәге адрес буйынса “Рәсәй таянысы” Башҡорт төбәк бүлексәһенә тапшырырға: Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 43. Телефондар: (347) 292-98-80, 8-937-332-05-90, 8-901-813-33-55. Скайп: timurlogman, www.oporarb.ru, www.bashkortostan.opora.ru).
 
 Бәйләнешкә инеүсе: “Рәсәй таянысы” Башҡорт төбәк бүлексәһе директоры Тимур Урал улы Лоҡманов. Конкурста ҡатнашыуға заявкаларҙы тултырыу өсөн муниципаль район хакимиәтенең иҡтисад бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ: Баймаҡ ҡалаһы, С.Юлаев проспекты, 36. Белешмәләр өсөн телефон: 3-10-15. 
 Һайлап алыу шарттары, өҫтәмә документтар исемлеге, шулай уҡ конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән түбәндәге сайтта танышырға мөмкин: www.infa-konkurs.ru
 
 Шуны ла иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Баймаҡ ҡалаһы моноҡалалар исемлегенә инә.

 К. БАЯЗИТОВ,
 муниципаль район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге начальнигы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий