8 окт. 2012 г.

Йылытыу миҙгелен нисек ҡаршылайбыҙ?


27 сентябрҙә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, энергетика, һаулыҡ һаҡлау һәм белем биреү объекттарының йылытыу миҙгеленә әҙерлек мәсьәләләре буйынса республика видеоселектор кәңәшмәһе үтте. Уны Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитов алып барҙы.

Кәңәшмәлә әйтелеүенсә, төбәктә коммуналь хужалыҡты ҡышҡы шарттарҙа эшләүгә әҙерләү өсөн 1,2 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Республика буйынса быйыл 260 километр оҙонлоҡта һыу үткәргестәр һәм 59 километрҙа йылылыҡ селтәре алмаштырылған. Күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау буйынса программаларҙы бойомға ашырыуға бөтә сығанаҡтарҙан 1,3 миллиард һум йүнәлтелгән. 2012 йылда 440 күп фатирлы йорт ремонтланған. 
Дөйөм алғанда, тармаҡ объекттарын 2012/13 йылғы көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә әҙерләү график буйынса бара.Әле ҡаҙанлыҡтарҙы ҡышҡы шарттарҙа эшләүгә әҙерләү дауам итә. Республика етәксеһе авариялар килеп тыуған осраҡта йылылыҡ менән тәьмин итеүсе объекттарҙа электр энергияһының резерв сығанаҡтарын булдырыу проблемаһына ла туҡталып үтте. Уның әйтеүенсә, быйыл республикала 32 күсмә электр станцияһы һатып алынасаҡ һәм шуның менән был мәсьәлә хәл ителәсәк. Шулай уҡ йылылыҡ селтәрҙәрен ремонтлау күләмен арттырыу кәрәклеге тураһында ла әйтелде. 
Бынан тыш, Башҡортостан Президенты торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларының энергия ресурстары менән тәьмин итеүселәр алдындағы бурыстарын ҡаплау мәсьәләһен күтәрҙе. Әлеге ваҡытта был һан 1,5 миллиард һум тәшкил итә. Рөстәм Хәмитов муниципалитеттар башлыҡтарына ҡала һәм райондарҙың коммуналь инфраструктураһын үҫтереүҙең комплекслы программаларын эшләргә, шулай уҡ коммуналь предприятиеларҙың инвестиция программаларын әҙерләргә һәм раҫларға ҡушты. “Был мәсьәләләрҙе яйға һалыу киләсәктә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн тарифтарҙы оҙайлы ваҡытҡа тотороҡло итеүгә, коммуналь тармаҡҡа инвестициялар һалыуға булышлыҡ итәсәк. Ҡышты нисек сығыуыбыҙ әле нисек эшләйбеҙ, шунан тора. Тармаҡта тулыһынса тәртип урынлаштырыр өсөн әҙ генә ваҡыт ҡалды”, – тине ул.
Видеоселектор кәңәшмәһендә Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау  министрҙары,  энергия ресурстары менән тәьмин итеүсе предприятиелар вәкилдәре, ҡала һәм райондар хакимиәттәре башлыҡтары ошоғаса башҡарылған эштәр, объекттарҙың әҙерлек кимәле, көнүҙәк проблемалар тураһында сығыш яһаны. Әйткәндәй, күп кенә район-ҡалаларҙа йылытыу миҙгеле башланған да инде. Норматив талаптарға ярашлы, биш көн рәттән һауа температураһы +8 градус торһа, йылытыу миҙгеле башланырға тейеш.
БР Президенты видеоселектор кәңәшмәһен йомғаҡлап, барлыҡ объекттарҙы йылытыу миҙгеленә әҙерләүҙе тиҙ арала тамамлау бурысын ҡуйҙы.
Республика кимәлендәге кәңәшмәнән һуң, муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов урындағы торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар эшмәкәрлегенә баһа бирҙе. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарға ҡышҡа әҙерлек эштәрен тиҙ арала тамамлау һәм ошо көндәрҙә йылытыу миҙгелен башлау, шулай уҡ ҡулланыусыларҙан бурыстарҙы йыйып бөтөү кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды.  

Сәлимә Кейекбирҙина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.