8 окт. 2012 г.

Участка комиссияларында эш ҡыҙыу


Баймаҡ районы өсөнсө саҡырылыш муниципаль район Советына депутаттар һайлауға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Урындарҙа һайлауға әҙерлек кимәле нисек? Әлеге мәлдә участка һайлау комиссиялары ни менән шөғөлләнә?

Ф.Р. Маннапов, Йомаш ауылы, 1008-се һайлау участкаһы, участка һайлау комиссияһы ағзаһы:
– Дөйөм алғанда, әҙерлек яҡшы бара. “Һайлаусы мөйөшө” күптән әҙер. Әлеге мәлдә һайлаусылар исемлеген асыҡлайбыҙ. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса беҙҙең һайлау участкаһында 330 һайлаусы иҫәпләнә. Биргән ғаризаларына ярашлы, 18 кеше өйҙә һайлаясаҡ. Дүрт йәш кеше тәүге тапҡыр һайлауҙа ҡатнашасаҡ. Уларҙы һәм һайлауға иң беренсе булып килеүселәрҙе йылдағыса иҫтәлекле бүләктәр көтә.
Тауыш биреү көнөндә спорт ярыштары үтәсәк, уҡыусылар көсө менән әҙерләнгән концерт буласаҡ. Һайлау участкаһында магазиндар эшләйәсәк, шулай уҡ һайлаусылар өсөн сәй табыны ойоштороуҙы ла планлаштырабыҙ.  
 
И.Б. Ваһапов, Әхмәр ауылы, 1050-се һайлау участкаһы, участка һайлау комиссияһы рәйесе:
– Әҙерлек кимәле һәйбәт. Беҙҙә 447 һайлаусы иҫәпләнә. 1 граждан тәүге тапҡыр һайлаясаҡ.
Һайлау участкаһы тейешле талаптарға ярашлы биҙәлде. Мәғлүмәт стенды ҡуйылды, алтаҡталар, флагтар эленде, йыһаздар әҙер. График буйынса участка һайлау комиссияһы ағзаларының дежурлығы ойошторолдо. Ошо көндәрҙә һайлаусыларға саҡырыу ҡағыҙҙары таратыласаҡ. Һайлау көнөндә спорт ярыштары ойоштормаҡсыбыҙ. Был юлы ла мөһим сәйәси сараны яҡшы үткәрербеҙ, тип ышанам.
С. Фәритова.

Комментариев нет:

Отправить комментарий