29 окт. 2012 г.

Алдар батырҙың исеме — халыҡ хәтерендә


Башҡортостан Хөкүмәте 2013 йылда Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллығын һәм Баймаҡ ҡойоу-механика заводының 100 йыллығын үткәреү буйынса саралар планын раҫланы. Ул ҡаланың социаль-иҡтисади үҫешенә һәм халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреүгә йүнәлтелә. 
 
Ҡалабыҙҙың юбилейын лайыҡлы ҡаршылау маҡсатында Бөрйән ырыуының күренекле шәхесе, яугир һәм полководец, мәғрифәтсе һәм дипломат, халҡыбыҙҙың милли геройы Алдар батыр Иҫәкәевҡа арнап ҡала уртаһында монументаль һәйкәл асылһа, ул ҡаланың йөҙөн биҙәү менән бер рәттән, ҡанлы ла, данлы ла тарихыбыҙға ҡарата ихтирам, ғорурлыҡ тәрбиәләй алырлыҡ ҡөҙрәткә эйә, халҡыбыҙҙың тарихын ололау һәм хөрмәтләү булыр ине.

Кем булған ул Алдар Иҫәкәев?

Алдар Иҫәкәев (Иҫәнгилдин) беҙҙең районда ғына түгел, тотош Башҡортостанға танылған тарихи шәхес. Ул Петр I ҡаһарманы – Рәсәй батыры, 1704 – 1711 һәм 1735 – 1740 йылдарҙа башҡорттарҙың милли азатлыҡ хәрәкәте етәксеһе, Рәсәй батшалығының Ҡаҙағстандағы тәүге илсеһе, Ҡаҙағстанды тыныс юл менән Рәсәй составына ҡушыуҙа ҙур роль уйнаған дипломат.
 
1696 йылда батша Петр I етәкселегендә Ҡырымға, Азовҡа яһалған хәрби походта беҙҙең яҡташыбыҙ Алдар батыр Иҫәкәевтың батырлығы тураһында ғалимдарыбыҙ Ирек Аҡманов, Әнүәр Әсфәндиәров, Ғайса Хөсәйенов, Рим Йәнғужин ентекле яҙып сыҡты.
 
Алдар Иҫәкәев (1670 – 1740) Нуғай даруғаһы (юлы) Бөрйән улусында (хәҙерге Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылы) бай феодаль-тархан ғаиләһендә тыуа. Уның атаһы Иҫәкәй ҙә, олатаһы Ҡәҙербәк тә, Этҡол да Бөрйән улусының тархандары булған. 
 
Алдар батыр шәжәрәһен төҙөгәндә ауыл тарихын яҙып барыусы сәсән-шағир Шәһәрғәзе Шаһибал улы Ғәбдиевтың (1898 – 1979) яҙмалары ҡулланылды. Был яҙмаларҙы ул үткән быуаттарҙа йәшәгән иң уҡымышлы ауылдашыбыҙ, Аҡмулланың дуҫы һәм һабаҡташы Таһир Хисаметдин улы Дәүләтшиндан (1834 – 1916) яҙып алған, ә ул олатаһы Аллаяр ҡарттың (1735 – 1791) яҙмаларын файҙаланған. Уларҙың фекеренсә Алдарҙың шәжәрәһе түбәндәгесә: Бөрйән – Йылҡысы – Ҡаракөлөмбәт – Аюҡара – Байһары – Бабахты – Әлебәк – Ҡәҙербәк – Иҫәкәй – Алдар. Быны З.Вәлидиҙең «Башҡорт тарихы» (Анкара, 2003 й., 283 бит) хеҙмәтендә лә күрергә була.
 
1734 йылдың 22 ғинуарында әбей батша Анна Ивановна тарафынан бирелгән таныҡлыҡта Алдарҙың атаһы Иҫәкәй, уның атаһы Ҡәҙербәк, уның атаһы Әлебәк, Әлебәктең атаһы Бабахты, Бабахтының атаһы Байһары тип бирелгән. Ә Бабахты XVI быуатта хандар заманында йәшәгән күренекле бей булған. Алдар Иҫәкәев – Бөрйән ырыуынан. Бөрйән ырыуы башҡорттары Ағиҙел, Оло Эйек, Һаҡмар, Юшатыр, Өршәк, Дим, Ырғыҙлы, Кәрәлек буйҙарында, күбеһе Баймаҡ һәм Бөрйән райондарында йәшәй.
 
Петр I Рәсәй менән идара иткән дәүерҙә үҙ биләмәләрен киңәйтеү өсөн Балтик, Ҡара, Азов диңгеҙҙәренә сығырға ынтыла. Ошо маҡсаттан Ҡырым һәм Азов һуғыштары башланып китә. 1695 йылдағы тәүге хәрби поход Петр батшаға уңыш килтермәй, ә 1696 йылғы Азов (Аҙау) өсөн барған һуғыш еңеү менән тамамлана. Был һуғышта беҙҙең яҡташыбыҙ Алдар Иҫәкәев данын бөтә Рәсәйгә таратып, Рәсәй батыры булып таныла.
 
Урта быуаттарҙа үҙ-ара һуғышыусы ғәскәр, илдәр араһында һуғыш иң тәүҙә ике яҡтың да  иң көслө батырҙары көрәштә көс һынашыуынан башланған. Ҡайһы яҡтың батыры еңә, өҫтөнлөк шул яҡта булған. Был үҙенә күрә һуғышсыларға дәрт, көс һәм ышаныс биргән. Урыҫ-төрөк һуғышында ла ошо йола ҡабатлана. Петр I ярҙамсылары менән байтаҡ кәңәшләшкәндән һуң, 70 мең ғәскәренән дүрт батыр һайлап алына. Уларҙың икәүһе Дон казактарынан, береһе Мәскәү воеводаһынан, дүртенсеһе башҡорт Алдар Иҫәкәев була. Ошо дүрт батырҙың көс-таһылын һынап ҡарағас, Петр I рус ғәскәренең намыҫын яҡлау бурысын башҡорт батыры Алдарға тапшыра.
 
Көс-ҡеүәте ташып торған олпат кәүҙәле, киң күкрәкле утыҙ йәштәр самаһындағы Алдар көрәштәрҙә ер күрмәгән, алыштарҙа ал бирмәгән, яуҙарҙа дошманды аяуһыҙ тураған, походтарҙа шаҡтай тәжрибә туплаған яугир була.
Төрөктәр яғынан хәтәр алышҡа мыҡты кәүҙәле, йыуан беләкле, оло ялтыр башлы черкес батыры сыға. Дошман ҡуйған шарт буйынса ике яҡ та хәнйәр менән үлемесле алышҡа әҙерләнә.
 
Бына алыш майҙанында ике батыр ғына тороп ҡала. Секундант-бағауыл ҡул күтәреп оран һалыуға, үлемесле алыш башлана. Батырҙар бер-береһен һынап, алыш-сәнсеш яйын самалап, ҡара-ҡаршы әле былай, әле тегеләй йөрөй. Алдар һөжүмгә күсергә ашыҡмай, күберәк һаҡланыу яғын ҡарай, уңайлы мәлде көтә. Алыш сәғәттәр буйына дауам итә. Әммә өҫтөнлөк Алдар яғында була. Алдар үҙенә яҡынлашып килгән хәнйәрле дошман ҡулын көскә шаҡарып, бар ғәйрәте менән этеүе була, дошман үҙ ҡоралына үҙе сәнселеп ергә ауа.
 
Алдарҙың дошманды еңеүе рус ғәскәренә дәрт, ышаныс өҫтәй, походтың хәйерле булыуына ишара яһай. Бында көс, таһыллыҡ, ғәйрәтлек еңә. Бөтә ғәскәр уны алҡышлай, ҡотлай. Алдар батыр Петр I ышанысын тулыһынса аҡлай. Батша Алдарҙы һәр һалдатына, ғәскәр башлыҡтарына өлгө итеп ҡуя. Көрәштә күрһәткән батырлығына хайран ҡалған иптәштәре уға Алдар батыр тип өндәшә башлай.
 
Петр батша Алдарҙы һәр саҡ үҙе эргәһендә алып йөрөй һәм мөһим хәрби заданиеларға уны ебәрә. Алдар дошман тылына үтеп инеп күп батырлыҡтар эшләй. Дошман яғынан мөһим «тел» алып сыға. Өс тапҡыр ҡаты яраланһа ла, үҙ позицияһын ташлап китмәй.
 
1696 йылғы урыҫ-төрөк һуғышында Алдар батырҙың ҡустыһы менән ағаһы ла ҡатнаша. Шул һуғышта ағаһының һәләк булыуын ишеткәс, батша батырға ағаһын тыуған еренә алып ҡайтып ерләү өсөн махсус ылау, аҙыҡ-түлек, аҡса, һаҡсылар бирә.
 
«Алдар – Рәсәй батыры», – тигән хәбәр тиҙ арала бөтә илгә тарала. Дошманды еңгәс, Петр I ҙур йыйын йыйып, ғәскәр алдында иң беренсе Алдар батырҙы ололап тәбрикләй һәм батшалыҡ исеменән уға тарханлыҡ грамотаһы (ярлыҡ) һәм алтын ҡынлы ҡылыс бүләк итә.
 
«Тархану Алдарбаю Исакаеву – детям его, племянникам и внучатам – за бытие им Алдаром в Крымском и Азовском походах, и за три полученные им раны, также и за убийство сразившегося с ним Черкешанина, за поимку языка Крымчанина... и объявление Его Величеству блажения и вечной славы достойной памяти Государю Императору Петру Первому» (Из указа царства Российских», 1734 г.) Батша тарафынан тарханлыҡты Алдарҙың улдары Морат, Муса, Йосоп, Мәҡсүт, Мансур, Мысыр, Сәйетбаттал, Бәхтегәрәй, Әҙелгәрәй, ейәндәре Арыҫланбәк, Ҡашҡар, Алтынйәмил, Үтәгән, Үткилде, Сурай һ.б. ала.
 
Башҡорттар үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылһа ла, батша властары әкренләп үҙ позицияларын Башҡортостанда нығыта бара, ике йөҙлө сәйәсәт үткәрә: рәсми рәүештә ҡушылыу шарттарын үтәгән булып, уларҙы боҙорға тотона. XVI – XVII быуаттарҙа уҡ аҫаба башҡорт ерҙәре баҫып алына, унда нығытмалар, заводтар төҙөлә.
 
Үҙ халҡын, ерен, динен һәм хоҡуҡтарын яҡлап, Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылған саҡта килешелгән шарттарҙың үтәлеүен талап итеп, башҡорттар XVII – XVIII быуаттарҙа урыҫ колонизаторҙарына ҡаршы тиңһеҙ алышҡа – милли азатлыҡ хәрәкәтенә күтәрелә. Башҡорт ерҙәрен баҫып алыу, талау, һалым һәм яһаҡтарҙың арта барыуы, көсләп суҡындырыу, батша чиновниктарының башбаштаҡлығы, башҡорттарҙың урындағы үҙидаралығын ҡыҫыу, мәҙрәсә, мәсеттәрҙе төҙөүҙе тыйыу, мосолман дине һәм дин әһелдәре өҫтөнән күҙәтеү һ.б. ерле халыҡ – башҡорттар араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Халыҡ көрәшкә күтәрелә.
Алдар батыр Нуғай юлы Бөрйән улусында абруйлы шәхес булараҡ, уға күптәр ярҙам һорап килә. Бындай ваҡытта батыр тик ята алмай, әлбиттә. Ажарланып атҡа атлана һәм бөтә Нуғай юлы башҡорттарын яуға күтәрә. 1704 – 1711 йылдар буйы дауам иткән ихтилалдың төп идеологы һәм етәксеһе  Алдар тархан була.
 
Батшалыҡты тетрәткән ихтилал аяуһыҙ баҫтырыла. Ихтилалда ҡатнашыусылар өйрәтелгән хөкүмәт ғәскәренә ҡаршы тора алмай тар-мар ителә. Халыҡты аяуһыҙ язалайҙар, ауылдар, сәсеүлектәр яндырыла. Шулай ҙа батша властары баш күтәреүселәрҙең ҡайһы бер талаптарын үтәргә мәжбүр була. Был турала 30-сы йылдарҙа Башҡортостанға һөргөнгә ебәрелгән Мәскәү Дәүләт университетының элекке ректоры, академик М.К. Любавский (1860 – 1936) шулай тип яҙып ҡалдырған: «...Рәсәй тарафынан буйһондоролған халыҡтар араһынан үҙенең биләгән ерҙәренә әүәлдән килгән хоҡуҡтарын, үҙенең милли булмышын һаҡлап алып ҡалыу өсөн, башҡорттар һымаҡ бер генә халыҡ та шул тиклем көс һәм ҡан түкмәне.
 
Тиңһеҙ көрәштә улар һан яғынан да, матди яҡтан да, рухи йәһәттән дә ҙур юғалтыуҙар кисерҙе, әммә шул уҡ ваҡытта үҙҙәренең этник тотороҡлолоғон күрһәтте, үҙҙәренең милли мираҫының күп өлөшөн һаҡлап алып ҡалыуға өлгәште...»
1704 – 1711 йылғы ихтилалдан һуң ил бер аҙ тынып торғандай була. Күп яу башлыҡтары язаға тарттырылғанда, баш боласы Алдарға батша хөкүмәте артыҡ ҡағылырға баҙнат итмәй. Петр батша ҡаршыһындағы элекке хеҙмәттәре һаҡлағандыр, күрәһең. Алдар һәүетемсә генә ғаилә ишәйтеп, Ҡана йылғаһы буйында дан-шөһрәткә күмелеп йәшәй бирә.
 
Петр I Европаға «тәҙрә асҡан»дан һуң, Рәсәй дипломатияһы көньяҡ-көнсығыш күршеләрҙе, бигерәк тә ҡаҙаҡтарҙы үҙ яғына ауҙарырға тырыша. Сөнки Ҡаҙағстандан Азия илдәренә, Урта Азияға, Иранға юл асыла. Петр батшаның «Урыҫ һалдаты үҙенең саңлы итеген Һинд океаны ярҙарында йыуырға тейеш», – тигән васыятын унан һуңғы батшалар үтәргә тырыша. Ниәттәрен тормошҡа ашырыу өсөн батша хөкүмәте Алдар тарханға Ҡаҙағстанды Рәсәй составына үҙ ирке менән ҡушыу бурысын ҡуя. Ошо маҡсаттан сығып, Алдар батыр Ҡаҙағстанға Рәсәйҙең илсеһе итеп ебәрелә. Илсе Ҡаҙаҡ ханы Әбелхәйер менән яҡшы мөнәсәбәткә инә. Әбелхәйер хан Рәсәй составына ҡушылырға ризалыҡ бирә. Был 1731 йылдың 9 февралендә була. Алдар батыр илсе ролен намыҫ менән үтәп сыға. «Алдар батыр ҡырғыҙ-ҡайсаҡ ханы Әбелхәйерҙе бөтә биләмә-ырыуҙары менән Рәсәй империяһына үҙ иректәре менән ҡушты...» (1734 йыл. Декабрь. Ырымбур экспедиция указынан).
 
1731 – 1732 йылдарҙа Кесе Ҡаҙаҡ йөҙөндә дипломат һәм илсе булып хеҙмәт иткәндә тыныс юл менән ҡаҙаҡтарҙы Рәсәйгә ҡушыуҙағы хеҙмәттәре өсөн батшабикә Анна Ивановна уға икенсе тапҡыр тарханлыҡ грамотаһы тапшыра һәм алтын һаплы ҡылыс бүләк итә. Алдар Рәсәйҙең милли батыры тип иғлан ителә.
 
1735 – 1740 йылдарҙағы ихтилалда ла баш күтәреүселәрҙең төп ойоштороусыһы һәм етәксеһе Алдар батыр була. Әммә оҙаҡҡа һуҙылған ихтилал еңелә. 1740 йылдың 10 мартында Алдар Иҫәкәев үҙенең тоғро дуҫтары – старшиналар менән башҡорттарға язаны еңеләйтеүгә ярлыҡау һорап Һамар ҡалаһына генерал-лейтенант Урусовҡа килә. Әммә Ҡырым, Азов походтарында ҡатнашҡан, Ҡаҙағстанда Рәсәйҙең иң тәүге илсеһе булған Алдарҙы һәм уның иптәштәрен аяҡ-ҡулдарын бығаулап зинданға ташлайҙар. Аҙаҡ 1740 йылдың 15 майында рус генералы Саймонов етәкләгән карателдәр отряды уларҙы Минзәләгә оҙата. Батшалыҡҡа ҡаршы баш күтәреүҙә ҡатнашҡандары өсөн, уларға үлем хөкөмө сығарылып, Минзәләлә дар ағасында аҫып үлтерәләр. Генерал Саймонов менән полковник суҡынған Тәвкилевтың Нуғай юлы Бөрйән улусы башҡорт вәкилдәре менән «һөйләшеүе» шулай тамамлана.
Бына улар: Алдар Иҫәкәй улы, Көҙәк Бүләш улы, Ҡаныҡай Аллаяр улы, Сәйет Алҡалы улы, Яҡуп Әбләй улы, Исҡужа Ҡараш улы, Алдаҡай Мерәк улы, Йәнеш Юныс улы, Йәммәт Бикәй улы.
 
Башҡорт халыҡ тарихына күҙ һалһаң, берсә ул рус ғәскәрҙәре сафында Рәсәй империяһы өсөн яңынан-яңы ерҙәр баҫып алыу һуғыштарында ҡатнаша, икенсе яҡтан ҡараһаң, Рәсәй еренә баҫып ингән сит ил баҫҡынсыларына ҡаршы үҙен-үҙе аямай көрәшә, өсөнсө яҡтан ҡараһаң, шул уҡ башҡорт халҡы үҙен иҙеүсе урыҫ колонизаторҙарына ҡаршы халҡын, ерен, телен, динен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап быуаттар буйы көрәш алып бара.
 
«Атына ҡарама, затына ҡара», – ти халҡыбыҙ. 1773 – 75 йылдарҙағы Пугачев етәкселегендәге крәҫтиәндәр һуғышында Алдар батырҙың ейәне Ҡаранай Моратов Бүгәс полковнигы була. 2011 йылда Алдар батыр нәҫеленән булған медицина фәндәре докторы, РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған врачы, профессор Марс Тимербулат улы Юлдашевтың тырышлығы һәм матди ярҙамы менән Стәрлебаш районы үҙәгендә Ҡаранай Моратовҡа һәйкәл асылды. Эйе, халыҡ үҙенең арҙаҡлы шәхестәрен оноторға тейеш түгел.
Яҡташыбыҙ Алдар Иҫәкәев –Рәсәй батыры, халҡыбыҙҙың бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәш етәксеһе милли геройыбыҙ Салауат Юлаев, Юлай Аҙналин, Кинйә Арыҫланов һ.б. кеүек тарихта үҙ урынын алырға һәм Баймаҡ ҡалаһының үҙәк урамдарында уның батырлығын һынландырған скульптура экспозицияһы булдырылыуға хаҡлы.

Азамат Тажетдинов,
Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.