8 окт. 2012 г.

Яңылыҡтар

Баймаҡ хәрби комиссариаты – иң яҡшыһы

Республика хәрби комиссариаты яҙғы хәрби хеҙмәткә саҡырыу һәм мобилизациялау буйынса учениеларға йомғаҡ яһаны. Уның һөҙөмтәләренә ярашлы, Баймаҡ хәрби комиссариаты иң яҡшылар рәтенә индерелде. Муниципаль район хакимиәте башлығы Илшат Хәмит улы Ситдыҡовҡа илебеҙҙең именлеген һаҡлауға индергән өлөшө өсөн Башҡортостан Республикаһы Хәрби комиссарының Рәхмәт хаты тапшырылды. Шулай уҡ БР хәрби комиссариатының Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ, Йылайыр райондары буйынса бүлек начальнигы Х.Х. Хәмитовҡа рәхмәт белдерелде.
“Боевой листок” тип аталған республика конкурсында ҡаланың 1-се мәктәбе өсөнсө урынды яуланы. 

Көс һынаштылар

Өфөлә йәштәрҙе хәрби-патриотик рухта тәрбиәләү өсөн тәрбиәгә ауыр бирелгән үҫмерҙәр араһында спорт ярыштары үткәрелде. Өс көн дауам иткән бәйгелә 105-се һөнәрселек лицейының командаһы ла ҡатнашты (етәксеһе Р.Ғ. Исҡужин). Егеттәр атыу, медицина ярҙамы күрһәтеүҙә көс һынашты, уларҙы МЧС, янғын һүндереүселәр үҙ эше менән таныштырҙы. 105-се һөнәрселек лицейы командаһы ярышта әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Акциялар

Күсей ауылы “Башҡортостан” гәзите үткәргән “Бөтә ауыл менән «Башҡортостан»ға!” акцияһына ҡушылырға ҡарар иткән. Ауыл биләмәһе хакимиәте газетаға яҙылыусылар араһында лототрон уйната. Ауылдың шәхси эшҡыуары Гөлнур Ғайсина был сараға үҙенең тос өлөшөн индергән: 1 мең һумлыҡ приздар алған. Әйткәндәй, уңған эшҡыуар Ололар көнөнә ҡарата бер һарыҡ һуйып байрам табыны әҙерләшкән.

Ҡуянтау – Баймаҡ марафоны

6 октябрҙә Республика көнөнә ҡарата Ҡуянтау – Баймаҡ марафоны үтәсәк. Был сарала үҙ көсөн һынап ҡарарға теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Марафонға сәғәт 11-ҙә старт бирелә.

Страховка иғәнәләре түләүселәр иғтибарына


Пенсия фонды идаралығы алдан билдәләнгән графикка ярашлы, мотлаҡ пенсия һәм медицина страховкалауына 2012 йылдың туғыҙ айы өсөн түләнгән һәм күсерелгән страховка иғәнәләре иҫәптәрен, ағымдағы йылдың өсөнсө кварталы өсөн шәхси мәғлүмәттәрҙе ҡабул итә башлай. Иҫәптәр һәм мәғлүмәттәр 2012 йылдың 1 октябренән 15 ноябренә тиклем ҡабул ителә. Отчеттарҙы ваҡытында тапшырмаусыларға закон буйынса штраф санкциялары ҡаралған.
Страховка иғәнәләре түләүселәрҙең Баймаҡ ҡалаһы, Юбилей урамы, 32а адресы буйынса 301-се, 303-сө, 304-се бүлмәләргә мөрәжәғәт итеүҙәрен һорайбыҙ.
Белешмә өсөн телефондар: 3-18-09, 3-18-67.

Көҙ – йәрминкәләр мәле

8 октябрҙә, дүшәмбе көнө, ҡаланың Үҙәк майҙанында сираттағы ауыл хужалығы продукцияһы йәрминкәһе үткәрелә. Унда райондың ауыл хужалығы предприятиелары, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар, ҡаланың аҙыҡ-түлек етештереүсе ойошмалары үҙҙәренең продукцияһын тәҡдим итәсәк.
Йәрминкәлә иген, ҡош-ҡорт өсөн ем, ҡатнаш аҙыҡ, ит, һөт ризыҡтары, ҡымыҙ, бал, йәшелсә, он, ҡош-ҡорт, тиреҫ, бесән, һалам һ.б. һатыласаҡ.
Йәрминкә иртәнге сәғәт 9-ҙа башлана. Унда сауҙа итергә теләүселәр район хакимиәтенә алдан заявка бирә ала. Белешмәләр өсөн 2-10-88 телефонына шылтыратырға мөмкин. Һатыу итеү урындары бушлай.
Ойоштороу комитеты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.