31 окт. 2012 г.

Мөрәжәғәт ваҡытында ҡаралһын

“Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрәжәғәтен ҡарау тәртибе тураһында”ғы законға ярашлы, граждандар мөрәжәғәттәрен электрон документ итеп тә ебәрә алыуы тураһында иҫкәртәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта улар үҙҙәренең электрон адресынан тыш, почта адресын да күрһәтә ала. Был яуап яҙма рәүештә килергә тейешле осраҡта эшләнә. Шулай уҡ граждандар мөрәжәғәтен Интернет аша, ә документтарының күсермәһен почта аша ебәреү хоҡуғына ла эйә. Бынан тыш кешеләр яуапты электрон вариантта алыуҙы ла талап итә ала.
 
Етәкселәр, яуаплы вазифа биләүселәр граждандарҙың мөрәжәғәтен ваҡытында йәки бөтөнләй ҡарамаған өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыла (биш мең һумдан ун мең һумға тиклемге штраф).

Баймаҡ прокуратураһы дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарының граждандарҙың мөрәжәғәтен ҡарағанда күҙәтелгән хоҡуҡ боҙоуҙарҙы тикшерҙе. Үкенескә ҡаршы, был йүнәлештә законды үтәмәүселәрҙең булыуы асыҡланды. Шуға күрә бер нисә етәксе административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.        
 
Төрлө ойошма-предприятие, учреждение етәкселәрен тағы бер тапҡыр иҫкәртеп, граждандарҙан килгән мөрәжәғәттәр ваҡытында ҡаралып, уларға яуап бирелергә тейеш икәнлеге тураһында хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ. Кире осраҡта, законды боҙоусылар административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.

И. МОРТАЕВ, прокурор ярҙамсыһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.