1 нояб. 2012 г.

1 ноябрь – суд приставтары көнө

Үҙ эшенең оҫтаһы булған ханым


Суд приставтары – дәүләт ҡоролошо өсөн бик тә кәрәкле, әммә ҙур көсөргәнешлекте талап иткән хеҙмәт. Хөкүмәт, граждандар алдында бурысы йыйылған кешеләр менән һөйләшеү, уларҙы закон буйынса яуапҡа тарттырыу, аңлатыу эштәре алып барыу, ял-байрам тимәй, район буйлап рейдтарға сығыу... Был беҙгә ауыр хеҙмәттең күренгән генә өлөшө. Ә инде ҡағыҙ мәшәҡәттәре, отчеттар, һәр ҡарар өсөн яуап биреү һ.б. был эштә физик яҡтан ғына түгел, ә рухи яҡтан да ныҡ кешеләр генә эшләй алыуын дәлилләй. Ошо йәһәттән беҙҙең Баймаҡ суд приставтарын тик ыңғай яҡтан телгә алырға була. Сөнки бында үҙ эшен яратҡан һәм уның мөһимлеген аңлаған кешеләр эшләй.   

Баймаҡ бүлек-ара суд приставтары хеҙмәтендә оҙайлы йылдар тик маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ булып хеҙмәт иткән Гөлшат Шәһит ҡыҙы Ирназарованы белмәгән кеше һирәктер. Был мөләйем йөҙлө, нәзәкәтле ханым иңенә яуаплы, ауыр эште алған. Хәйер, Гөлшат Шәһит ҡыҙының зарланыуын йәки төшөнкөлөккә бирелеүен түгел, кәйефһеҙ йөрөгән сағын да күрмәҫһең. Үҙ эшенең оҫтаһына әүерелгән Гөлшат Шәһит ҡыҙы суд приставтарының кәңәшсеһенә лә, ҡурсалаусыһына ла әүерелгән. Ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итһәң дә, ул шунда уҡ барыһын да ябай халыҡ теле менән аңлатып бирә, алтынға бәрәбәр кәңәштәрен дә йәлләмәй. Рәсәй, халыҡ-ара сәйәсәт, донъяуи хәлдәр менән хәбәрҙар булған, һәр күренешкә, яңылыҡҡа үҙ фекерен белдергән Гөлшат Шәһит ҡыҙы менән аралашыу үҙе бер ғүмер.
 
Һәр эшен урын-еренә еткереп, өлгөлө эшләгән Г.Ш. Ирназарова күп һанлы Почет грамоталары, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Шуларҙың иң һөйөнөслөһө III дәрәжәләге “Хеҙмәт өсөн” миҙалын тапшырыу булғандыр.
Бар булмышы, тормошо менән үрнәк булған, юғары профессиональ һыҙаттары менән һоҡландырған Гөлшат Шәһит ҡыҙы Ирназарованы ысын күңелдән һөнәри байрамдары менән ҡотлап, артабан да тик уңыштарға сорналып, шатлыҡ-ҡыуаныста ғына йәшәүен теләйбеҙ.

Г. САЛИХОВА.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.