1 нояб. 2012 г.

Колледжда тормош гөрләй!


Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы иртәнән кискә тиклем гөрләп тора. Уҡыу студенттарҙан сыҙамлылыҡты, иғтибарлылыҡты, теүәллекте талап итеүгә ҡарамаҫтан, улар бар сараларҙа ҡатнашырға тырыша. Һуңғы бер нисә йыл эсендә генә студенттар икенсе ҡалалағы уҡыу йорттарында булып өлгөрҙө, белемдәрен  олимпиада һәм конференцияларҙа һынап ҡараны. Учалы ҡалаһында информатика буйынса үткән ярышта В.Грязев, И.Йәнбәков, Өфө ҡалаһында “Метрология, стандарт һәм сертификат” фәне буйынса конференцияла Урал Аллаяров ҙур һөҙөмтәләргә өлгәште. Ә Софья Собина менән Гөлсимә Хөбөтдинова Стәрлетамаҡта “Инженер графикаһы” фәненән үткән олимпиадала белемдәрен күрһәтеп, Почет грамотаһына эйә булды.


Шулай уҡ Хәсән Үлйәбаев менән Римма Йәноҙаҡова төп колледж ойошторған “Энергетик” турбазаһында уҡыуҙа булып ҡайтты. Яҡшы уҡығандары, төрлө сараларҙа ҡатнашҡандары өсөн Радмир Нәҙербаев менән Фәнүр Аллағыуатов Анапа ҡалаһында ял итеү бәхетенә өлгәште. Шулай уҡ иң тырыш һәм әүҙем Илнур Собханғолов, Софья Собина, Нуриман Әминев, Дамир Ҡунаҡовҡа “Урал” фондынан аҡсалата премия тапшырылды. Ә инде Илдар Ғәббәсов менән Яҙгөл Зөбәйҙуллина Рәсәй Федерацияһы Президентының стипендияһына дәғүә итә.
Бынан тыш колледж студенттары йәштәр комитеты менән берлектә районда үткән сараларҙа һәм экологик өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Быларҙың һөҙөмтәһе  бик күп рәхмәт хаттары булып тупланған.

Г. ӘМИНЕВА,
башҡорт теле уҡытыусыһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.