1 нояб. 2012 г.

Биттәрендә – данлы тарих эҙе

Ҡунаҡтар хәтирәләре менән уртаҡлаша.

Үткән аҙнала Ҡолсора ауылында ошо ерҙә тыуып үҫкән ир уҙаманы, арҙаҡлы шәхес, хеҙмәт ветераны, "Һаҡмар" һәм "Башҡортостан" гәзиттәренең тоғро дуҫы Салауат Хәбибрахман улы Мөхәмәтшиндың "Данлы, ырыҫлы төйәгем" исемле китабының исем туйы үтте.
Матур итеп ойошторолған кисәгә баҫмала тасуирланған кешеләр, шулай уҡ мәрхүм булған Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарының, хеҙмәт батырҙарының вариҫтары, күренекле шәхестәр саҡырылды.

– Халҡыбыҙ борондан яңы нәмәгә фатиха биргән, беҙ ҙә ерлегебеҙҙе тасуирлаған китапҡа ошо изге йоланы башҡарырға йыйылдыҡ, – тине сараны асып китапханасы Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Мөхәмәтҡужина. Салауат Хәбибрахман улы, минең электән тыуған ауылым, уның тарихы, шәхестәре хаҡында китап яҙырға тигән ниәтем булды, тип белдерҙе. Шөкөр, авторҙың был теләге үтәлде. “Һаҡмар” редакция-нәшриәт комплексының типографияһында 300 данала баҫылған “Данлы, ырыҫлы төйәгем” китабы 11 бүлектән тора. Ауылдарҙың тарихы, Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоздың арҙаҡлы шәхестәре, ошо яҡтан сыҡҡан күренекле кешеләр, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, герой-әсәләр, ер-һыу атамалары, хатта был яҡта барлыҡҡа килгән көләмәстәр, ауыҙ-тел ижады – барыһы ла йыйынтыҡҡа ингән. Матур дизайнлы тышлыҡ тураһында ла айырым әйтергә кәрәк. Уны ауыл, тәбиғәт күренештәрен ҡулланып, М.Ш. Базиков эшләгән.
Артабан ҡунаҡтар сығыш яһаны. Шуныһы үҙенсәлекле, уларҙың барыһы ла тиерлек китап эсендә тасуирланған. Эйе, йыйылыусылар үҙҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәте менән дан ҡаҙаныуы ғына етмәгән, әле лә йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, беҙгә, йәштәргә, өлгө булып тора.
“С.Мөхәмәтшиндың ижады миңә күптән таныш, үҙ эшемдә лә гәзиттә сыҡҡан мәҡәләләрен күп ҡулландым”, – тине мәғариф ветераны Р.Мостафина.  Салауат Хәбибрахман улы ауылдаштар хаҡында китап яҙам тип күптән әйтә ине. Әҙер баҫманы беренсе булып мин уҡып сыҡтым. Ҡулыма алғас та күҙ алдыма хәҙер инде мәрхүм хеҙмәт ҡаһармандары, туғандарым, күрше-күлән килеп баҫты.
Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхозды оҙаҡ йылдар етәкләгән хеҙмәт ветераны, Темәс ветерандар советы рәйесе Ф.Исрафилов иһә, китап яҙыу – ауыр эш, быны мин мәғлүмәт туплағанда, баҫтырыуҙа Салауат Хәбибрахман улына ярҙам иткәндә күрҙем, тип белдерҙе.
Эйе, колхоз тормошо, уның эшсәндәре хаҡында тарих яҙыу – ул батырлыҡҡа тиң. Был үҫеп килгән быуынға мираҫ, баҫмала тасуирланған кешеләрҙең туғандарын хөрмәтләү ул. Фрунзе Һиҙиәт улы үҙ телмәрендә киләсәктә Салауат дуҫым китапты тағы ла тулыландырып, роман итеп тә үҙгәртеп ебәрер, әйҙә, үҙебеҙҙең яҡтың да үҙ “Михаил Шолохов”ы, уның “Тымыҡ Дон”ы  ла булһын, тиеүе барыһында ла хуплау тапты. 
Ә ауыл Советында рәйес булып эшләгән мәғариф ветераны Т.М. Абдуллинаның фекеренсә, С.Мөхәмәтшин ижады менән үҙен киң мәғлүмәтле журналист, яҙыусы, этнограф, тарихсы, фольклорсы, публицист һәм ысын әҙәбиәтсе итеп танытты. “Үҙ ерлегеңде өйрәнеүгә яҡшы ҡулланма, мәктәптә балаларға ошо китап буйынса дәрестәр бирергә лә була. Үҙеңдең исемеңде баҫманан табыуы ул үҙе бәхет,” – тине Тәнзилә Миңлебай ҡыҙы.
Арҙаҡлы шәхес Заһретдин Вәлиевтың ҡыҙы Әлифә Вәлиева атаһы тураһындағы сығышынан һуң, һүҙҙе китап авторы менән оҙаҡ йылдар  бергә эшләгән Рәйсә Диярова алды. Ул хис-тойғоларын тыя алмай, күҙ йәштәре менән 90-сы йылдар башында, Советтар Союзы бөткәс, ташландыҡ хәлдәге стендтарҙан колхоз алдынғыларының, һуғыш ветерандарының фотоларын йыйып алып һаҡлап ҡуйыуын һөйләне. Был фотоһүрәттәрҙе ул Салауат Хәбибрахман улына тапшыра һәм улар китапта донъя күрә. Рәйсә Ғәле ҡыҙы шулай уҡ китаптың авторы менән осрашыуҙарҙы мәктәптәрҙә лә үткәреү кәрәклеге тураһында әйтте. Был фекерҙе мәғариф ветераны Әхмәҙулла Хәсәнов та ҡеүәтләне, С.Мөхәмәтшин бындай күләмле китабы өсөн лайыҡлы баһа алырға тейеш, тип белдерҙе.
Тыл ветераны Фәхерниса инәй Муллағәләмова иһә үҙенең бала сағы һуғыш йылдарына тура килеүен һөйләне. Колхоздың элекке парторгы Марат Зәйнулла улы Бикбирҙин да иҫтәлектәре менән бүлеште.  
Кисә аҙағында Салауат Хәбибрахман улы ҡунаҡтарға рәхмәт белдерҙе. “Китап 1999 йылда, хужалыҡтың 90 йыллығына яҙылырға тейеш ине. Ләкин был ниәт ул саҡта тормошҡа ашманы. Мәғлүмәтте электән туплап барҙым, матбуғатта мәҡәләләр ҙә баҫылып торҙо. Китапты яҙыу өс ай самаһы барҙы. Ярайһы ғына мәшәҡәтле эш булды ул. Шулай ҙа дуҫтарға, бағыусыларға ҙур рәхмәтемде белдерәм. Уларһыҙ был изге ниәт барып та сыҡмаҫ ине”, – тип белдерҙе ир уҙаманы. С.Мөхәмәтшин унан һуң Мөхәмәт Базиковҡа һәм Марат Бикбирҙинға үҙенең ҡултамғаһы менән китаптарын бүләк итте.
Кисәне йыр-моң менән мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Бикйән Шәйәхмәтов биҙәне, Тәнзилә Абдуллинаның йыр башҡарыуын, Фрунзе Исрафиловтың ҡурайҙа уйнауын, Марат Бикбирҙин һәм Әхмәҙулла Хәсәновтың бейеүҙәрен тамашасылар йылы ҡабул итте.
Йомғаҡлап шуны әйтке килә: был көндө Ҡолсора ауылы китапханаһында бик матур теләктәр яңғыраны. Районыбыҙҙағы ҙур тарихлы, заманында данлыҡлы ауыл хужалығы предприятиелары, уларҙың эшселәре, ауылдарҙың тарихын яҙыусылар һирәк. Уларға С.Мөхәмәтшин өлгө булып тора.

Айбулат ИШНАЗАРОВ.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.