9 нояб. 2012 г.

Мал аҫраусылар иғтибарына!


Баймаҡ районы һәм ҡалаһының ветеринар станцияһы белдереүенсә, урындарҙа кешеләр һәм хайуандар өсөн дөйөм айырыуса хәүефле ауырыуҙарға (бруцеллез, туберкулез, бешмә (ящур), ҡоштарҙың юғары патогенлы киҙеүе, себер язваһы, ҡотороҡ, лептоспироз) ветеринар-профилактика сараларынан тыш, ветеринария врачтарының хеҙмәте, “Түләүле ветеринария хеҙмәттәре ҡағиҙәләрен раҫлау тураһында”ғы 1998 йылдың 6 авгусында ҡабул ителгән Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 898-се бойороғона ярашлы, түләүле. Был шулай уҡ БР Ветеринария идаралығының 2009 йылдағы бойороғона ла тап килә. Киләһе йылдан бындай төр хеҙмәттәргә хаҡтың үҙгәреүе көтөлә.

Шуныһын белдерергә кәрәк: һәр хужалыҡҡа шәхси рәүештә килешеү төҙөлә, амбулатор кенәгә тапшырыла, түләүле хеҙмәт күрһәткән осраҡта раҫланған өлгөләге ҡәтғи отчетлы квитанция бирелә йәки түләү ведомосында ҡултамға ҡуйҙырыла.
 
Рәсәй Федерацияһының “Ветеринария тураһында”ғы законының 18-се статьяһына ярашлы, хужалар үҙ малдарының һаулығы торошо һәм уларҙы көтөү, шулай уҡ ветеринар-санитар яҡтан хәүефһеҙ малсылыҡ продукттарын етештереү өсөн яуаплы. Мал эйәләре һәм малсылыҡ продукттарын етештереүселәр ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм продукцияның ветеринар-санитар өлкәлә хәүефһеҙлеген тәьмин иткән хужалыҡ һәм ветеринария сараларын үткәрергә тейеш. Шулай уҡ ветеринария белгестәре ойошторған мал ауырыуҙарын профилактикалауҙа һәм дауалауҙағы кәңәштәрен үтәргә бурыслы.
 
Үҙ малдарына ветэшкәртеү үткәрмәгән хужаларға мал һатҡандағы ветеринар-оҙатыу документтары, хужалыҡтың имен булыуына белешмә һәм шулай уҡ банкка тапшырылған  хужалыҡтың имен булыуына, малсылыҡ продукцияһына белешмә бирелмәйәсәк.

Н. ҒӘЛИМЙӘНОВ,
Баймаҡ районы һәм ҡалаһының ветеринария станцияһы начальнигы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.